

Шәрип ауылында Сәриә һәм Аҡбулат Абдрахмановтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә Айгөл. Ул Белорет интернат-мәктәбен тамамлағандан һуң, ошо ҡалалағы педагогия колледжына уҡырға инә. Диплом алыу менән Первомай ауылы балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай һәм шул уҡ йылда ситтән тороп Башҡорт педагогия университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡыуын дауам итә.
2003 йылда «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһына эшкә килә. Ауыр һәм яуаплы хеҙмәткә оҙаҡ йылдар дауамында тоғро ҡалғандар бик һирәк, ә Айгөл Аҡбулат ҡыҙы 21 йыл инде үҙ һөнәре буйынса эшләй. Ул — мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәсеһе, әле мәктәпкә барасаҡ 29 бала уның ҡанаты аҫтында.
Һәр ата-әсә, сабыйын балалар баҡсаһына биргәндә балаһын рәнйетмәүҙәрен, яратыуҙарын һәм хәстәрләүҙәрен, тәрбиәсенең игелекле, наҙлы, аҡыллы һәм яуаплы булыуын теләй. Айгөл Мәсәлимова кескәйҙәр менән уртаҡ тел таба, ҡыҙыҡһындыра, таланттарын һәм һәләттәрен үҫтерә белә.
Тәжрибәле тәрбиәсе сабыйҙарға иғтибарлы, ата-әсәләр араһында ихтирам менән файҙалана, коллегалары араһында ла абруйы ҙур.
— Бала күңеле һиҙгер, нескә, һинең яратҡаныңды әллә ҡайҙан тойоп тора, шуға күрә тәрбиәсе булырға теләгән кеше өсөн иң мөһиме — баланы яратырға кәрәк. Тәрбиәсенең үҙенә лә тәрбиәле булыу мотлаҡ, ата-әсәләрҙе берҙәй күреп хөрмәт итә белһәң генә, был өлкәлә эшең уң буласаҡ, — ти Айгөл Аҡбулат ҡыҙы. — Был бик ҡыҙыҡлы һәм рәхмәтле һөнәр, һине балалар ярата һәм һинән яңы нәмә көтә, ә һин уларҙың тормошо менән йәшәйһең, улар менән бергә уларҙың уңыштарына шатланаһың.
А.А. Мәсәлимова йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, район кимәлендә лә төрлө конкурстарҙа һынатмай. Намыҫлы хеҙмәте маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
— Балалар баҡсаһында эшләү йылдарында бер нисә төркөм сығарҙым. Балаларҙың һәләтен асыу, үҫтереү, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләү — төп эшебеҙ. Ғөмүмән, бала һәр яҡлап та камил үҫешһен өсөн тырышабыҙ. Тәрбиәсегә ижади шәхес булыу, йәғни йырлай, бейей, һүрәт төшөрөү, шиғыр һәм әкиәттәр һөйләй белеү мөһим. Шулай уҡ һәр бәләкәстең күңеленә юл таба белеү ҙә кәрәк, — ти Айгөл Аҡбулат ҡыҙы. — Тыныс, дуҫтарса, һәр ваҡыт йылмайып һәм яҡшы кәйефтә булған кешене сабыйҙар ярата, улар балалар баҡсаһына теләп киләләр, дәрестәрҙә әүҙемлек күрһәтәләр, спорт һәм күңел асыу сараларында ихлас ҡатнашалар.
Оҙайлы йылдар бәләкәстәр йөрәгенә наҙ өләшкән хөрмәтле тәрбиәсе изге күңелле әсә лә. Тормош юлдашы менән улар бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, әле Эльвина Ҡазан университетының Елабуға институты студенткаһы.
Ябай ғына һөнәр түгел ул, тәрбиәсе — бала күңеленең белгесе. Мәғариф системаһы ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәһен ул һәр саҡ кәрәкле һөнәр булып ҡаласаҡ.
— Мин балаларға белемемде һәм тәжрибәмде шатлыҡ һәм һөйөү менән бирәм! Шуға күрә, әгәр тормошомдо яңынан башлаһам, мин бер һүҙһеҙ тәрбиәсе һөнәрен һайлар инем, — ти А. А. Мәсәлимова.
Г. СОЛТАНОВА.