

Фәрзәнә Морат ҡыҙы Таштимер ауылында, уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Магнитогорск ҡалаһының медицина училищеһына уҡырға инә. Фельдшер дипломын алып, йүнәлтмә буйынса Верхнеуральск ҡалаһында эш башлай. Рәхмәт егете Исмәғил менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр һәм йәштәр ғаилә башлығының ауылында төпләнергә ҡарар итәләр. Уҡытыусы булыу теләге күңеленә тынғы бирмәгәс, Фәрзәнә Морат ҡыҙы БДУ-ның биология факультетына ситтән тороп уҡырға инә. 2006 йылдан Рәхмәт урта мәктәбендә эшләй.
Талапсан, ныҡыш уҡытыусы үҙен тулыһынса яратҡан һөнәренә бағышлай. Һәр дәрескә етди әҙерләнеп, балаларға төплө белем бирә. Уҡыусылары төрлө олимпиада, конкурстарҙа енеү яулап, яратҡан остаздарын ҡыуандырып торалар. Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшырып, республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында белем алған уҡыусылары күп. Был уңыштар, әлбиттә, уҡытыусының хеҙмәт емеше, уның тырышлығы һөҙөмтәһе. Рәхмәт мәктәбенең юғары өлгәшкә, яҡшы күрһәткестәргә ирешеүендә Фәрзәнә Морат ҡыҙының да өлөшө ҙур.
Фәрзәнә һәм Исмәғил Йәнсәйетовтар аҡыллы, һәләтле балалар үҫтергән, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән ғаилә. Эшендә лә, ғаиләһендә лә өлгөр, әүҙем Фәрзәнә Морат ҡыҙын һөнәри байрамы менән ҡотлап, уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Д. ИҘРИСОВА.