

Быйылғы уҡыу йылында Әбделмәмбәт урта мәктәбендә 129 бала белем ала. Директор Илдар Ғибәҙәтов етәкләгән коллективта 15 уҡытыусы, 11 техник хеҙмәткәр эшләй. Белем усағы «Яңы уҡыу йылына яҡшы әҙерлек», «Иң әүҙем мәктәп», «Спорт еңеүҙәре өсөн», «Иң яҡшы мәктәп яны баҡсаһы» номинацияларында билдәләнмәй ҡалмай. Мәктәптә ике «Үҫеш нөктәһе» кабинеты эшләй, береһендә биология һәм химия, икенсеһендә физика фәндәре ентекле өйрәнелә.
— Беҙҙең уҡытыусылар үҙ һөнәрҙәренә мөкиббән бирелгән, заман менән бергә атлаған ысын профессионалдар. Уҡыусыларға ныҡлы белем, яҡшы тәрбиә биреү менән бер рәттән балаларҙың һәләттәрен асыу һәм үҫтереү, спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға күп көс һалалар, — тине Илдар Рәис улы.
Оҙаҡ йылдар директорҙың уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары булып Гөлнур Солтанова менән Гөлфиә Моратшина эшләй. Уларҙың тырышлығы, бурыстарына яуаплы, ижади ҡарауы, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылыуҙары коллективҡа өлгө булып тора. Әбделмәмбәт урта мәктәбендә был еңел булмаған эшкә бөтә ғүмерҙәрен бағышлаған, тәжрибәле педагогтар байтаҡ. Уларҙың намыҫлы хеҙмәттәре белем биреү системаһындағы юғары наградаларға лайыҡ. Мәктәп директоры Илдар Ғибәҙәтов — «РФ-ның дөйөм белем биреү өлкәһенең почетлы эшмәкәре». Химия һәм биология уҡытыусыһы Әсмә Нуриманова, физкультура уҡытыусыһы Фәйезйән Тайсиндың намыҫлы хеҙмәттәре Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамоталары менән билдәләнгән. Ошо көндәрҙә һөнәри байрам уңайынан Гөлнур Солтанова ошондай юғары баһа аласаҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Сәлмәнова Башҡортостан Республикаһы мәғарифы алдынғыһы исемен йөрөтә. Инглиз теле уҡытыусыһы Дилбәр Ҡаһарманова, башланғыс кластар уҡытыусылары Гөлфиә Моратшина, Нәргизә Зарипова һәм Нәсимә Дауытова «Йыл уҡытыусыһы» һәм башҡа һөнәри бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, номинацияларҙа билдәләнгән.
Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын да уңышлы тапшыра. Уҙған уҡыу йылында Юлиә Исҡужина, Наҙгөл Дауытова һәм Гөлдәриә Мусина 9-сы класты тик «5»-ле билдәләренә генә тамамлаған. Наҙгөл район хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ булған. Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары юғары белем алып, төрлө урындарҙа эшләп йөрөйҙәр. Улар туған мәктәптәрен, уҡытыусыларын онотмай. Мәҫәлән, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова-Байбулатова башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уңыштарға өлгәшкән өс уҡыусы өсөн үҙенең премияһын булдырған.
— Уҡыу йылы дауамында яҡшы уҡыған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәләтле уҡыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында йыл һайын ун уҡыусыны премиялар менән бүләкләйбеҙ. Шулай уҡ район олимпиадаларында еңеүсе һәм призер булған уҡыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалмай. Кластар араһында ла номинациялар билдәләйбеҙ, — ти Р. Ғибәҙәтов.
Район, республика кимәлендә төрлө предметтар буйынса олимпиадаларҙа призер, ижади бәйгеләрҙә еңеүсе булған Рита Диярова, Юлиә Исҡужина, Динара Хәйбуллина, Эмилия Дәүләтбирҙина, Нурия Дауытова, Вилдан Дауытов, ГТО тапшырыу, саңғы ярыштары еңеүселәре Лиза Исҡужина, Вилүр Әлибаев, Илшат Сафин, Лена Исҡужина, Гагарин кубогы призерҙары Тамерлан Байтурин, Дарина Нарынбаева, Нәзилә Ильясова, Рузилә Зөлҡәрнәева, Рамаҙан һәм Ансар Ильясовтар — белем усағының йондоҙсоҡтары.
Әлеге ваҡытта мәктәптең ғорурлығы булған спортсы, 8-се класс уҡыусыһы Айваз Миңдейәров «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итә. Ул ГТО буйынса тәүҙә район, һуңынан республика кимәлендә фестивалдә еңеүсе булып, республика йыйылма командаһы составында Бөтә Рәсәй фестиваленә юлланды. Башҡортостандан барған командала 8 уҡыусы, шуларҙың икәүһе Әбйәлил районынан булыуы ҡыуаныслы. Айваз «Артек»та 28 сентябрҙән 16 октябргә тиклем ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса ярыштарҙа ҡатнашасаҡ һәм бөтә донъяға билдәле лагерҙа ял итәсәк. Тырыш егеттең уңыштарында физкультура уҡытыусыһы Фәйезйән Мөҙәрис улының өлөшө ҙур. Әйткәндәй, Айваздың ағаһы Тайфур Миңдейәровтың спорт буйынса ҡаҙаныштары күп, хәҙер Стәрлетамаҡ физкультура техникумында уҡый.
Хеҙмәт уҡытыусыһы Рәшит Ҡусҡаровтың дәрестәре заманса технологиялар ярҙамында үткәрелгәнгә, малайҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Улар төрлө ҡорамалдар менән эшләргә өйрәнә, хатта республика буйынса уҙған конкурстарҙа алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлфиә Моратшинаның уҡыусылары йыр буйынса конкурс-фестивалдәрҙә еңеү яулайҙар.
Балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү, хеҙмәткә өйрәтеү йәһәтенән дә мәктәптә күп эшләнә. «Мөһим һөйләшеү» дәрестәрендә илһөйәрлек, мәрхәмәтлелек темалары киң яҡтыртыла, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, тимурсылар командаһы ололарға ярҙамға йыш йөрөй. Махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам йыйыу акцияларынан мәктәп коллективы ситтә ҡалмай, кәрәк-яраҡ, дарыуҙар оҙаталар, уҡыусылар һалдаттарға хаттар яҙа. Ата-әсәләр мәктәптә үткән сараларға әүҙем килә, ремонт эшендә — төп ярҙамсылар. Имен булмаған ғаиләләр менән эш даими бара.
Әбделмәмбәт мәктәбенең баҡсаһы элек-электән башҡалар өсөн өлгө булып тора. Уларҙың сейәләре генә ни тора һуң? Түтәлдәрҙә бөтә төр йәшелсә тәгәрәп уңған, мәктәп алдын йәмле сәскәләр биҙәй. Мәктәп яны участкаһы өсөн яуаплы Лена Сәйфуллина иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҡса өсөн йән ата. Йәйге каникулдар мәлендә һәр класс үҙенең етәксеһе менән эшләй. Уңыштың артҡанын һатып аҡсаға әйләндерәләр.
— Быйылғы уңыштан алынған килемгә электрсапҡыс алдыҡ, ул мәктәп би-ләмәһен, эргә-тирәһен таҙартыу эшен еңелләштерәсәк. Бынан тыш, ошо табыш иҫәбенән уҡыусыларҙы бүләкләйбеҙ, конкурс-ярыштарға юл сығымдарына тотонабыҙ, — ти мәктәп директоры.
Әбделмәмбәт урта мәктәбе ҡарамағында мәктәпкәсә белем биреү буйынса ике төркөм иҫәпләнә. Мәхмүт ауылында «Шишмәкәй» төркөмөнә 12 бала йөрөй, тәрбиәселәре — Фирүзә Сафина. Әбделмәмбәт балалары өсөн «Аҡбуҙат» исемле төркөм эшләй. 15 ҡыҙ һәм малайға тәрбиәсе Гөлнара Ғәлләмова донъяны танып-белергә өйрәтә. Ике төркөмдә лә бәләкәстәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә тәрбиә эшен алып баралар.
— Коллегаларымды һөнәри байрам уңайынан ысын күңелдән ҡотлайым, үҫеп килеүсе быуынға төплө белем, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр өләшкән педагогтарға рәхмәтемде еткерәм, — тине Илдар Ғибәҙәтов. — Һеҙ ғүмерегеҙҙе изге эшкә бағышлап, йәш быуындың күңеленә изгелек орлоҡтарын һалаһығыҙ, уларҙы намыҫлы, аҡыллы итеп үҫтерәһегеҙ. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйем.
Динара САФИУЛЛИНА.