Мәғариф
14 Ноябрь 2023, 12:35

Уҡытыусылары менән дан тота тыуған яғым

Уҡытыусылар көнө — мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. СССР-ҙа 1965 йылдан рәсми байрам ителә. Халыҡ араһында яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә уҡытыусы һөнәрен һайлайҙыр, тигән фекер йөрөтөлә. Ысынлап та, кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары улар күңелендә урын алғандыр. Уҡытыусы — донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат. Был һүҙҙә күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға булған мөхәббәт хистәре тупланған.

Уҡытыусылары менән дан тота тыуған яғымУҡытыусылары менән дан тота тыуған яғым
Уҡытыусылары менән дан тота тыуған яғым

Уҡытыусылар көнө — мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. СССР-ҙа 1965 йылдан рәсми байрам ителә. Халыҡ араһында яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә уҡытыусы һөнәрен һайлайҙыр, тигән фекер йөрөтөлә. Ысынлап та, кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары улар күңелендә урын алғандыр. Уҡытыусы — донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат. Был һүҙҙә күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға булған мөхәббәт хистәре тупланған. Үҙеңдең тәжрибәңде оло тормош юлына яңы аяҡ баҫып килеүсе йәштәргә тапшыра белеү — оло һәләт. 2023 йылдың Президент тарафынан Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителеүе уҡытыусы алдына оло яуаплылыҡ өҫтәне һәм бөгөнгө көндә лә был һөнәрҙең бөйөк булыуын иҫбат итте. Был ҡарар — уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйыу менән бер рәттән, ул башҡарған эштең әһәмиәтен аңлау һәм баһалау ҙа ул.

Тантаналы сараның тәүге өлөшөндә район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре төрлө осорҙа эшләп киткән ветерандарҙы сәй табынына йыйҙы. «Түңәрәк өҫтәл» артында элекке коллегалар йәшлек йылдарын иҫләне, хәтер йомғаҡтарын тағатты. Транспорт булмаған осорҙа инспекторҙарҙың мотоцикл менән район мәктәптәренә йөрөүҙәре тураһында ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр бәйән ителде. Мәғариф бүлегенең начальник урынбаҫары булған Зөлфирә Зиннәт ҡыҙы, методкабинет бүлеген етәкләгән Рәмзиә Рафаил ҡыҙы үҙҙәре эшләгән йылдарҙа мәғариф бүлегенең үҫеше тураһында һөйләне. Сәғит Сафин һәм Вәлит Зәйнуллин райондың мәғариф системаһын бер йоҙроҡҡа туплап, ҡаҙаныштар яулап эшләгәндәре өсөн әлеге коллективҡа оло рәхмәттәрен белдерҙе. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Вәсилә Абсаҙыева һәм профком рәйесе Айҙар Хәкимов хөрмәтле ветерандарҙы байрам менән ҡотланы.
Сараның тантаналы өлөшө мәҙәниәт һарайында дәүләт гимндары менән асылғандан һуң, экран аша ил Президенты В. В. Путиндың видеоҡотлауынан башланды. Концертта абруйлы ҡунаҡтар, мәғариф ветерандары, мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов мәғариф хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, иң изге теләктәрен юлланы.
— Бөгөн беҙ үҙҙәренең ғүмерҙәрен изге һәм яуаплы һөнәргә арнаған хөрмәтле уҡытыусыларҙы тәбрикләйбеҙ. Уҡытыусы йәмғиәттә, көнкүрештә, бигерәк тә үҫеп килеүсе быуында мәҙәнилек, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Һәр кеше үҙен борсоған һорауҙарға яуап эҙләп остаздарына мөрәжәғәт итә, уларҙан кәңәш һорай, өлгө ала. Бөгөнгө байрамда ветеран уҡытыусыларҙың күп йыллыҡ тырыш хеҙмәтен баһалап китмәү яҙыҡ булыр. Һеҙ һәр ваҡыт йәш белгестәргә остаз булып тораһығыҙ, дөрөҫ юл күрһәтәһегеҙ, — тине Илдар Таһир улы үҙенең ҡотлауында. — Уҡытыусы һөнәре ижади ҡарашлы булыуҙы, үҙ эшеңә яуаплы ҡарауҙы, балаларҙы сикһеҙ яратыуҙы талап итә. Тап һеҙ, хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре, уҡыусыларҙа Ватанға һәм хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләйһегеҙ, уларҙа кешелек сифаттарын үҫтереүгә ҙур көс һалаһығыҙ. Һайлаған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Артабан да район мәнфәғәтенә тырышып хеҙмәт итеүегеҙҙе, һәләтле балалар үҫтереүегеҙҙе теләйем. Ныҡлы һаулыҡ, еңел булмаған эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ғаилә бәхете насип булһын.
И. Нафиҡов мәғариф өлкәһендәге күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәттәре һәм һөнәри оҫталыҡтары өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» һәм «Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре» күкрәк билдәләре, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының һәм Әбйәлил районы хакимиәтенең Почет грамоталары менән бер төркөм уҡытыусыларҙы тәбрикләне.
Мәктәп директорҙарының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Улар белем усаҡтарының сәскә атыуына булышлыҡ итә, һәр уҡыусы өсөн яуап бирә, үҙҙәре етәкселек иткән мәктәп хеҙмәткәрҙәрен алға әйҙәй, еңеүҙәргә этәрә, белем биреү ойошмаһының данын күтәрә. Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан төбәктә эшләп килеүсе 32 мәктәп директоры район хакимиәте тарафынан тәүге тапҡыр 70 меңдән 100 мең һумға тиклем премия менән бүләкләнде.
Артабан сәхнәгә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров күтәрелде. РФ һәм БР мәғариф Министрлығының наградаларын алыусы уҡытыусыларҙың районда күп булыуы – район мәғариф өлкәһенең һәм ябай уҡытыусыларҙың уңышлы эшләп килеү һөҙөмтәһе, тип билдәләне ул.
«Бисмарк әйтеүенсә, һуғышта генералдар түгел, һуғышта уҡытыусылар еңә. Был һүҙҙәр бөгөнгө көндә үтә лә әһәмиәтле. Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында Әбйәлил ир-егеттәре һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Батыр йөрәкле һәм рухлы уландар тәрбиәләүҙә уҡытыусыларҙың өлөшө ифрат ҙур», — тине Зариф Закир улы сығышында.
З. Байғусҡаров Дәүләт Думаһында уҡытыусыларҙың эшен еңеләйтеү буйынса күп яңы закондар булдырылыуын бәйән итте. Мәҫәлән, быйылғы йылдың 1 сентябренән «Физик культура һәм спорт тураһында» федераль законға ярашлы, Рәсәй тренерҙарына мәғариф хеҙмәткәре статусы бирелде, йәғни спорт мәктәптәрендә һәм үҙәктәрендә балаларҙы тәрбиәләгән тренерҙар рәсми рәүештә бөтә хоҡуҡтары, бурыстары һәм социаль гарантиялары булған уҡытыусылар тип иҫәпләнә. Шулай уҡ «Белем тураһында» Рәсәй Федерацияһы законынан «Мәғариф хеҙмәте» (образовательная услуга) күрһәтмәһе алып ташланылған. «Мәғариф хеҙмәте» күрһәтмәһен закондан алып ташлау педагогик эшмәкәрлекте түләүле хеҙмәттәр менән күҙ алдына килтереүҙе юҡҡа сығара. Дәүләт Думаһында мәктәп директорҙарын яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса ла һорауҙар ҡаралған, мәктәп бинаһы янғын хәүефһеҙлеге һәм Роспотребнадзорҙың талаптарына яуап бирмәгән осраҡта, етәкселәр яуап бирергә тейеш түгеллеге иҫбат ителгән һәм яңы ҡарар сығарылған. Шулай уҡ киләсәктә уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреү буйынса ла һорауҙар күтәреләсәк. Тағы ла уҡыусылар үҙенең туған телендә БДИ тапшырған осраҡта, юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар булдырыу тураһында ла әйтте Зариф Закир улы. Абруйлы сәйәсмәндең сығышын район уҡытыусылары дәррәү алҡыштар менән ҡеүәтләне. Мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Ишҡол урта мәктәбе директоры Азат Махийәнов һәм Михайловка урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы Әсләм Махийәновҡа депутаттың исемле ҡул сәғәттәре тапшы-рылды.
Мәртәбәле сараға яҡташтарыбыҙ — Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин, филиалдар һәм йәмәғәт музейҙары менән эшләү буйынса Милли музей директоры урынбаҫары Таһир Фәттәхов та килгәйне. Хәлил Юлай улы башҡорт халҡының рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлағаны һәм туған телде, милли йолаларҙы пропагандалағаны өсөн бер төркөм уҡытыусыларға Бөтә донъя баш-ҡорттары Ҡоролтайының маҡтау грамоталарын, рәхмәт хаттарын һәм «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы.
Белеүебеҙсә, Таһир Булат улы үҙенең инициативаһы менән «Башҡорт ырыу-ҙары тарихы» китаптар комплектары менән күп кенә мәктәптәрҙе тәьмин итте. Ул ошо хаҡта һөйләне һәм уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы.
— Хөрмәтле коллегалар! Бөгөн районыбыҙҙың мәғариф системаһында юғары квалификациялы шәхестәр эшләй. Беҙ улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Педагогик хеҙмәт ветерандары — район мәғариф өлкәһенең алтын бағаналары. Баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәм, һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен әйтәм, — тип ялҡынлы сәләмләне В. Абсаҙыева коллегаларын. — Мин һеҙгә түҙемлек теләмәйем. Үҙ эшеңде түҙергә ярамай, уны яратырға кәрәк. Барығыҙға ла түҙемһеҙлек менән уҡыусыларығыҙҙы һағынып, дәрес биргән мәлдәрегеҙҙә янып эшләүегеҙҙе, районыбыҙға, республикабыҙға кәрәкле граждандар, ижади ҡарашлы, һәләтле балалар үҫтереүегеҙҙе теләйем. Һәр бер баланың яҙмышы, районыбыҙҙың киләсәге һеҙҙең ҡулығыҙҙа, хөрмәтле уҡытыусылар. Эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы ғаилә тылы, аяҙ күк йөҙө теләйем.
Вәсилә Сәғит ҡыҙы мәғариф өлкәһендә яулаған ҡаҙаныштары өсөн бер төркөм уҡытыусыларҙы район мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Яҡташыбыҙ, физика-математика фәндәре докторы, профессор, Рәсәй фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, БР фәндәр академияһы академигы Марат Илһамов иң яҡшы уҡытыусыға премия тапшырыуы йолаға әүерелде.
Марат Әҡсән улы уҡытыусылар династияһынан. Уның уҡыусылары араһында 15 фән докторы һәм 45 фән кандидаты бар. Ул Асҡар мәктәбен тамамлаған. Академик һәр ваҡыт тыуған мәктәбе һәм бөтә район уҡытыусылары тормошо менән ҡыҙыҡһына. 8 йыл дауамында ул мәғариф үҫешенә тос өлөш индергән иң яҡшы уҡытыусыларға исемле премия тапшыра.
Быйыл М. Ә. Илһамовтың 50 мең һум күләмендәге премияһы 1-се Асҡар мәктәбе директоры Миләүшә Ямаловаға күп йыллыҡ емешле хеҙмәте һәм мәғариф өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн бирелде.
Йыл да уҡытыусылар көнөндә үҫеп килеүсе быуынды патриотик тәрбиәләү буйынса район мәғарифын үҫтереүгә индергән өлөшө, тәбиғи-фәнни, физика-математика һәм гуманитар фәндәр өлкә-һендәге юғары күрһәткестәре, балалар менән дәрес һәм дәрестән тыш эшмәкәрлекте сифатлы ойошторғаны өсөн мәғариф хеҙмәткәрҙәрен 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләйҙәр. Уҡытыусыларға сертификатты район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров тапшырҙы. Аҡсалата сертификатҡа Таһир Кусимов исемендәге гимназияның ОБЖ уҡытыусыһы Салауат Әбделмәнов балаларҙа патриотизм тойғоһо тәрбиәләгәне, Красная Башкирия мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Акшенцева махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға пилотһыҙ осоу аппаратын һатып алыуҙы ойошторғаны өсөн лайыҡ булды. Ташбулат урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурсилә Атауллина, Таһир Кусимов исемендәге гимназияның математика уҡытыусыһы Таңһылыу Ғайсина БДИ, ТДИ буйынса уҡыусылары юғары балдарға өлгәшкәне өсөн тәбрикләнде. Йәнгел мәктәбенең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Альберт Ғәлиуллин мәктәп уҡыусыларының үҫеше һәм үҙбилдәләнеше өсөн шарттар булдырыу эшен оҫта ойошторғаны, өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Яхъя Ҡаҙаҡбаев үҫеп килеүсе быуында шахмат спортын пропагандалағаны, Таһир Кусимов исемендәге гимназияның педагог-психологы Зилә Мәғәфүрова районда социаль-психологик хеҙмәтте оҫта алып барғаны, Рәхмәт мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы Фәрзәнә Йәнсәйетова уҡытҡан предмет өлкәһендә өлгәшкән юғары ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнде.
Уҡытыусыларға серле мәктәп илендә мәңгелеккә ҡалыу мөмкин түгел. Мәктәп, ваҡыты еткәс, тәжрибәле оло уҡытыусыларҙы ялға оҙатырға мәжбүр. Донъя шулай ҡоролған, ул бер урында тормай. Ҡуласа кеүек әйләнә лә әйләнә. Ун беренселәр урынына беренселәр килә, ололарҙы йәштәр алыштыра. Ләкин улар йәш белгестәргә үҙҙәренең тәжрибәләре менән һәр ваҡыт ярҙам итә, кәңәштәрен бирә. Байрам концертында ла оло хөрмәт һәм ихтирам менән үҙ эшенең оҫталары булған педагогтарҙы профком рәйесе Айҙар Хәкимов ҙур сәхнәнән хаҡлы ялға оҙатты. 33-44-әр йыл хеҙмәт стажына эйә абруйлы уҡытыусыларҙың исемдәре райондаштарға яҡшы таныш һәм улар бер нисә быуын йәштәрҙе тәрбиәләп сығарған.
Уҡытыусы — тыуған илебеҙҙең киләсәген үҫтереүсе, тәрбиәләүсе ысын патриот ҡына булып ҡалмай, ә үҙҙәренең ғәмәлдәре, эштәре менән өлгө күрһәтеүсе патриот та ул. Махсус хәрби операциялағыларға ирекмән булараҡ күрһәткән ярҙамы өсөн Альбина Анатольевна тураһында үрҙә яҙғайныҡ. Бының өсөн ул «Үҙәк» ғәскәрҙәр төркөмө штабының оператив идаралығы начальнигы, генерал-майор А. Машьянов тарафынан бирелгән «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Мобилизацияға эләгеп, Тыуған илебеҙ алдында бурысын үтәүҙән ҡурҡмаған ҡыйыу уҡытыусыларыбыҙ ҙа бар. Уларҙың береһе — Гусев урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Илнур Вәлиев. Батыр йөрәкле яҡташыбыҙҙы яҡындары, бигерәк тә уҡыусылары, мәктәп коллективы һәм ата-әсәләр иҫән-һау, еңеү менән тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын көтә. Иң мөһиме — балаларҙың шат тауыштары яңғыраһын, күктәр аяҙ булһын. Ә балалар булған ерҙә бәхет тә тулы, шатлыҡ та ихлас, хистәр ҙә ысын, хыялдар ҙа ҙур, маҡсаттар ҙа оло, уҡытыусылар ҙа бәхетле.
Артабан байрам концертын Гусев, Дәүләт уҡытыусыларының сағыу сығыштары дауам итте. Алып барыусылар — Гусев урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнәзирә Дауытова менән Дәүләт урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йәмилә Шәрипова сараны йәнле алып барҙы.
Заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, хәҙер дәрестәрҙе бер китап менән генә үткәреү мөмкинлеге юҡ. Уҡытыусыларға заман менән бергә атларға, заманса технологиялар менән эш итә белергә, конкурстарҙа ҡатнашырға, уның араһында вебинарҙар ҡарарға, онлайн-платформаларҙы тултырырға һәм башҡа бик күп мәшәҡәттәр өҫтәлеп, уларҙың тәү бурысы – белем биреү икәнлеген онотоп китәбеҙ, тип ҡыҙыҡлы видеояҙмалар аша сағылдырҙы улар. Шулай ҙа беҙҙең район уҡытыусылары «ворд»та ла батмай, «эксел»дә лә янмай, шуға күрә лә байрам концерты «Тыуған яғым уҡытыусылары менән дан тота» исеме аҫтында үтте.
Концертты дәртле бейеүҙәр, матур йырҙар биҙәне. Береһенән-береһе сағыу милли күлдәкле ҡатын-ҡыҙҙар тамашасыларға «Ҡунаҡ ҡаршы алыу», «Тыпырҙаҡ», «Ҡәйнәләр һәм килендәр», патриотик рух менән һуғарылған «Катюша» бейеүҙәрен тәҡдим итте. Гусевтарҙың веер менән ҡытайса бейеүе күптәрҙең күңеленә хуш килһә, дәүләттәрҙең «Татар ҡыҙы» бейеүен тамашасылар яратып ҡараны. Уҡытыусылар коллективтары тарафынан «Уҡытыусым», «Гөлнәзирә», «Мин яратам донъяны», «Көтәм әле» йырҙары яңғыраны. Гусев урта мәктәбе уҡытыусылары Йәүрә Ғәтиәтуллина һәм Таңһылыу Таһирова башҡарыуындағы «Мин яратам һине, тормош», ир-егеттәр башҡарыуындағы «Бүләк» йырҙарын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде.
Сарала уҡытыусыларға остаз булған педагогик хеҙмәт ветерандарының да ҡатнашыуы концертҡа йәм һәм мәртәбә өҫтәне. Дәүләттәрҙең ветерандары хор менән сығыш яһаһа, гусевтар исеменән Хәмиҙә Фәтхуллина Таңһылыу Вәлиеваның «Һөйөнсө малай» шиғырын яттан һөйләне, Рәшит Сәғитов француз һәм рус телендә моңло йырҙарын бүләк итте.
Ниһайәт, иң тулҡынландырғыс мәл яҡынлашты. Йолаға ярашлы мәктәптән-мәктәпкә тапшырылып килгән эстафета ҡошсоғо быйыл ҡайһы мәктәпкә эләгер тигән һорау һәр тамашасыны ҡыҙыҡһындырғандыр. «Ҡулыбыҙға килеп эләккән ҡошсоҡ беҙгә ижад итергә ҡанаттар ҡуйҙы, ҡуйылған маҡсаттарға юлдар асты. Бөгөн иһә уны төбәгебеҙҙең таулы-урманлы зонаһына осорабыҙ. Һеҙгә ул тик уңыштар ғына килтерһен», — тинеләр Гусев һәм Дәүләт урта мәктәптәре директорҙары Ирек Бәхтийәров һәм Ислам Сәлихов эстафетаны тапшырғанда. Киләһе йыл Уҡытыусылар көнөнә байрам концертын Ҡаҙмаш һәм Ҡырҙас мәктәбе уҡытыусылары әҙерләйәсәк. Улар яуап итеп «Сәләм» йырын йырланы.
«Беҙҙең район уҡытыусыларын көлгә күмһәләр — көлөп, балсыҡҡа батырһалар — балҡып килеп сығырҙар», тигән юлдар яңғыраны концертта. Ысынлап та, үҙегеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән тыуған еребеҙҙе биҙәүсе тырыш, уңған, үҙ эштәренең оҫталары булған алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар һеҙ! Киләсәктә лә һеҙгә уңыштар, аҡыллы балалар, дәрт һәм рух теләйбеҙ.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Автор:
Читайте нас