

Ҡағиҙәләргә ярашлы, хеҙмәттәр, әгәр улар граждандарҙы реабилитациялау һәм абилитациялауҙың шәхси программаһында (ИПРА) тәҡдим ителһә, федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә күрһәтелә ала. ИПРА-ла кешенең конкрет изделиеларға һәм хеҙмәттәргә мохтажлығы күрһәтелергә тейеш. Сурдотәржемә граждандарға 84 сәғәткә тиклем, тифлотәржем 84 сәғәттән 240 сәғәткә тиклем бирелә.
Сурдо - һәм тифлотәржемә буйынса хеҙмәттәр алыу өсөн республика халҡы ОСФР-ҙың клиент хеҙмәттәренә ғариза бирә ала. Шулай уҡ быны дәүләт хеҙмәттәре порталында дистанцион рәүештә эшләргә мөмкин. Документтар килгәндән һуң 5 эш көнө дауамында фонд бүлексәһе белгестәре ғариза биреүсене иҫәпкә ҡуя, шунан һуң вәкәләтле ойошмаға йүнәлтмә бирә. Башҡортостанда сурдо - һәм тифлотәржемә хеҙмәттәрен Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе күрһәтә.