Хөкүмәт күп балалы ғаиләләрҙең берҙәм хоҡуҡи статусын һәм улар өсөн төп социаль гарантияларҙы федераль кимәлдә нығытырға ниәтләй, тип белдерҙе оператив кәңәшмәлә Премьер-министр Михаил Мишустин.
"Федераль кимәлдә күп балалылар өсөн берҙәм хоҡуҡи статусты һәм төп социаль гарантияларҙы нығытыу, шулай уҡ президент ҡушыуы буйынса өсөнсө бала тыуғанда аҡсалата түләүҙең ғәмәлдә булыуын оҙайтыу, уны ипотеканы ҡаплауға йүнәлтергә мәмкин булыуын ғәмәлгә индерергә планлаштырыла. Граждандарҙың, шул иҫәптән ата — әсә булырға йыйынғандарҙың һаулығын һаҡлау мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүләбеҙ", - тип белдерҙе Хөкүмәт башлығы.
Мишустин билдәләүенсә, министрҙар кабинеты 2024 йылда рәсәйҙә Ғаилә йылын үткәреү буйынса төп саралар планын раҫлаған.
2023 йылдың декабрь башында күп балалы ғаиләләрҙең статусын "федерализациялау" мәсьәләһен Кеше хоҡуҡтарын яҡлау советы (СПЧ) ағзаһы Ирина Боровова күтәргән ине. Совет ултырышында Боровова күп балалы ғаиләнең берҙәм бөтә рәсәй танытмаһын индерергә тәҡдим итә.