Мәғариф
11 Ғинуар 2024, 12:02

150 йәш ауыл уҡытыусыһы 690 мең һум алған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Уҡытыусы һәм остаз йылына йомғаҡ яһалды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

150 йәш ауыл уҡытыусыһы 690 мең һум алған150 йәш ауыл уҡытыусыһы 690 мең һум алған
150 йәш ауыл уҡытыусыһы 690 мең һум алған

Республиканың  Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, Уҡытыусы һәм остаз йылын үткәреү буйынса саралар планы 63 пунктты үҙ эсенә алған. Улар араһында-балалар баҡсалары педагогтары, уҡытыусылар, производствоға өйрәтеү оҫталары өсөн республика һәм төбәк-ара конкурстар, шул иҫәптән «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Иң яҡшы педагогик династияһы», «Рәсәйҙең киләсәк быуыны уҡытыусыһы» үткән.

    2023 йылда Башҡортостан Башлығының 690 мең һумлыҡ 150 грантын йәш ауыл уҡытыусылары алған. Балалар баҡсаларында эшләгән йәш педагогтарға республика Башлығы гранттарын, ике телле һәм полилингваль нигеҙҙә уҡыу предметтарын уҡытҡан күп профилле полилингваль мәктәп уҡытыусыларына төбәк Хөкүмәте премияларын булдырылған.

Уҡытыусы һәм остаз йылында Башҡортостанда спорт саралары, ғилми-ғәмәли конференциялар, форумдар, конкурстар һәм фестивалдәр үткәрелгән. Октябрҙә Өфөлә Башҡортостандың мәғариф үҫеше тарихы музейы яңыртып асылған.

Уҡытыусы һөнәрен популярлаштырыуға һәм остазлыҡ тәжрибәһен таратыуға мәғрифәтселек материалдары булышлыҡ иткән. 2023 йылда Башҡортостандың киң  мәғлүмәт саралары был темаға 7 меңдән ашыу мәҡәлә һәм сюжет әҙерләгән. Республиканың мәғариф һәм фән министрлығы Уҡытыусы Һәм остаз йылын иң яҡшы медиа оҙатыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ил төбәктәре араһында икенсе урынды яулаған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас