Башҡортостан республикаһы Башлығының «Башҡортостан республикаһы территорияһында уҡыусыларҙың башланғыстарына нигеҙләнгән инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыу” тураһында указына ярашлы 2021-2024 йылдарҙа бер проектҡа 500 мең һумға тиклем төбәк бюджетынан аҡса бүленә.
2022-2023 уҡыу йылында беҙҙең Йәнгел урта мәктәбе «Юнармеец” хәрби-патриотик клубы проекты менән Республика конкурсында ҡатнашты һәм еңеп сыҡты. Был проект ярҙамында алынған грантҡа мәктәптең ОБЖ кабинеты заманса йыһазландырылып, төҙөкләндерелде.
Әлбиттә, беҙ еңеү тәмен бер татығас, ныҡышмал холҡобоҙға ярашлы, үҙебеҙҙең бәхетте тағы ла һынап ҡарарға булдыҡ. 12 ғинуарҙан мәктәптең 8-11 класс уҡыусылары биш командаға бүленеп инициативалы бюджетлау буйынса проекттар әҙерләргә тотондо. Әлеге ваҡытта һәр командала уҡыусылар төрлө идеялар тәҡдим итеп, кәңәшләшеп, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләү өҫтөндә әүҙем эш алып баралар. Докладтар, ҡыҙыҡлы презентациялар әҙерләйҙәр.
Әммә уларҙың тәҡдимдәре башҡаларға оҡшармы, яҡлау табырмы? Быны беҙ командалар үҙҙәренең проекттарын яҡлап сығыш яһағандан һуң, тауышҡа ҡуйыу юлы менән беләсәкбеҙ. Ҡайһы проект уҡысыларҙың күңеленә хуш килә, улар шул проектҡа бер тапҡыр ғына тауыш бирә аласаҡ.
Һәм ул, 22 ғинуарҙа беҙҙең мәктәптең командалар араһында үтәсәк инициативалы проекттарын яҡлау, һайлап алыу конкурсында билдәле буласаҡ.
Был бик шәп һәм мауыҡтырғыс, үҙебеҙ өсөн кәрәкле сара!
Командалар тәҡдим иткән һәр проект иғтибарға һәм көслө алҡыштарға лайыҡ. Мәктәп өсөн иң яҡшы, иң кәрәкле проект һайланасаҡ.
Бәхет һәр ваҡыт беҙҙең менән һәм беҙ тағы ла еңеү яуларбыҙ тип ышанабыҙ!
Йәнгел урта дөйөм белем биреү мәктәбе Советы.