Уҙған йылдан башлап ул яңыса форматта ойошторола. Кисәге уҡыусылар, йәғни төрлө алдынғы уҡыу йорттарының 1-се курс студенттары һәм быйыл мәктәп тамамлаясаҡ уҡыусылар араһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә ҡоролған сара берҙәм дәүләт һынауҙарында теләгән һөҙөмтәгә өлгәшеү, уҡыу йорттары тураһында белешмә алыу мөмкинлеге, һөнәр һайлау бу- йынса профориентацион йүнәлеш биреүе менән әһәмиәтле. Студенттар менән осрашыуҙа Т. Кусимов исемендәге гимназия, 1-се Асҡар, Таштимер, Дәүләт, Тупаҡ, Салауат урта мәктәптә- ренең сығарылыш класс уҡыусылары ҡатнашты. Улар алдында былтыр БДИ тапшырған, абитуриент булған, хәҙер инде телә- гән уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән, тәүге сессияны тапшырып ысын студентлыҡ сирҡанысы үткән Алһыу Кәримова, Эльвина Йомағужина, Әҙилә Әҙелмыр- ҙина ихлас сығыш яһаны.
Сара студенттар гимны “Гаудеамус” менән асылды. Район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Г. Ә. Рәхимова йәштәрҙе сәләмләп, сту- дент йылдары һәр кемдең тормош юлында иң гүзәл осор булыуын, бер ҡасан да онотолмауын, татлы һағыш тойғоһо менән йыш иҫкә төшөүен билдәләне һәм бөгөнгө студенттарға ошо мәлдең ҡәҙерен белеп, иҫтәлекле, сағыу һәм файҙалы итеп үткәреүҙәрен теләне, ә сығарылыш кластарға барыһына ла студент булырға яҙһын тине.
Мәғариф бүлегенең баш белгесе Е. Н. Цициморова осра- шыуҙың һөҙөмтәле булыуын теләне. “Беренселәр хәрәкәте” Бөтә Рәсәй ойошмаһының урындағы бүлексәһе белгестәре Алгиз Фәйзуллин һәм Розалия Сафина буласаҡ абитуриенттарға кәңәштәр менән сығыш яһаны.
Артабан һүҙ студенттарға бирелде. 1-се Асҡар урта мәктәбен тамамлап, К. Г. Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университетының дизайн фа- культетында уҡыусы Алһыу Кәримова хыял иткән уҡыу йортона инеү өсөн БДИ-нан тыш ҡабул имтихандарын тапшырыуы тураһында һөйләп үтте. Дөйөм алғанда, имтихандарға етди әҙерләнә ҡыҙ. Рус теле һәм әҙәбиәтенән вебинарҙар һатып алһа, рәсем буйынса Магнито- горскиҙа Г. И. Носов исемендәге университетта репетитор менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, уға тиклем балалар сәнғәт мәктә- бенең һынлы сәнғәт класында уҡыуы ла бушҡа булмаған. “Шуныһын әйткем килә: үҙаллы шөғөлләнә алыуына ышанғандарға, үҙдисциплинаһы ныҡ булғандарға ғына вебинарҙар һатып алырға тәҡдим итер инем. Әгәр ул яҡтан “шыйыҡ” булһағыҙ, ҡоро аҡса әрәм итәсәкһегеҙ. Иң һөҙөмтәлеһе – репетитор менән эшләү”, – тине Алһыу ун беренселәргә кәңәш итеп. Ни өсөн Мәскәү? Яуап бер генә – күберәк белем эстәү. Алыҫ, йыш ҡайтып булмай – һағындыра, башта ҡыйыныраҡ булды, тип билдәләне ул. Әммә шулай уҡ Мәскәүҙә уҡыусы ағаһының терәген тойоу, яңы дуҫтар табыу, “BashStudents” ойошмаһында яҡташтар менән аралашыу адаптацияның тиҙерәк үтеүенә булышлыҡ иткән. Блок ти- бындағы ятаҡханала йәшәй, көн дә уҡыуға барып ҡайтыуға юлға ғына бер сәғәт ваҡыты китә, метрола йөрөү башта арзан тойолһа ла, айлыҡ дөйөм сығым аруҡ ҡына кеҫәһенә һуҡҡас, тиҙ арала мәскәүлеләрҙең социаль картаһын эшләтеп алған. “Барыһы ла үҙеңдән тора, әгәр үҙең алсаҡ, танышыуҙарға еңел булһаң, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ”, – тип өндәште Алһыу үҙенән бер йәшкә генә кесе дуҫтарына.
Көньяҡ Урал дәүләт универ- ситеты студенты Әҙилә Әҙел- мырҙина Ташбулат урта мәктә- бен тамамлаған. Ул лингвистика һәм халыҡ-ара коммуникация- лар факультетында тәржемәләү профиле буйынса уҡый. “Сит телдә уҡып китеү ҡыйын булыр микән тип борсолғайным, кеше барыһына ла күнә. Бары дәрестәргә ваҡытында әҙер- ләнеп йөрөргә кәрәк”, – тине беренсе сессияһын уңышлы япҡан һылыу. Әҙилә – Ташбулат мәктәбенең ғорурлығы. Көслө уҡыусы берҙәм дәүләт һынау- ҙарында яҡшы һөҙөмтә күр- һәткән: йәмғиәтте өйрәнеү фәненән – 94, рус теленән – 91, инглиз теленән 85 балл йыйған, математиканың база өлөшө буйынса юғары баһа алған. Ул быйыл имтихан тапшырыу алдында торған уҡыусыларға дөрөҫ әҙерләнеү буйынса бер нисә кәңәш бирҙе: уңыштың 80 проценты тырышлыҡтан тора, әммә бөтә материалды ла ятлап бөтөп булмай – аңлап уҡығыҙ тине. Физик арыуҙан һәм эмо- циональ яныуҙан һаҡ булырға саҡырҙы, үҙенең шәхси тәжри- бәһенән сығып, инглиз теленән БДИ һайлаусыларға телдән һөйләүгә күберәк иғтибар бү- лергә, китаптар уҡырға кәрәк- леген аңлатты. Әҙилә мәктәптә тырышып уҡыған, консульта- цияларға йөрөгән, үҙаллы вебинарҙар алған, репетитор менән шөғөлләнгән – әммә уңышҡа үҙенең тырышлығы алып килгән. Уҡыусыларҙың Әҙиләгә һорауҙары күп булды, стипендия күләме, ятаҡ тормошо, Силәбегә нимә менән ҡайтып-китеп йөрөүе, инглиз теленән башҡа ниндәй сит телдәр өйрәнеүе хаҡында ҡыҙыҡһындылар. Ҡыҙ үҙе башҡорт телендә аралашыуға һыуһауын белдерҙе, башҡорт- тарҙан бер үҙем генә тине. Әйткәндәй, ул уҡыған төркөм икенсе курстан испан телен үҙләштерәсәк. Ойоштороусы- ларҙың һорауы буйынса Әҙилә Студенттар көнө менән инглизсә ҡотланы.
Мәктәп йылдарында Т. Куси- мов исемендәге гимназияның уҡыу алдынғыһы булған Эль- вина Йомағужина бөгөн Мәскәү элемтә һәм информатика тех- ник университетында уҡып йөрөй. Тырыш ҡыҙ быға маҡ- сатлы рәүештә әҙерләнгән. Һайлау буйынса профилле математика һәм информати- канан имтихан биргән. БДИ-ға әҙерлек йәһәтенән Эльвина үҙе- нең тәжрибәһе менән бүлеште: “Онлайн курстар алманым, миңә ҡалһа, уҡытыусы-репетитор ме-нән әҙерләнеүе уңайлы ла, һөҙөмтәле лә. Үҙаллы күп шө- ғөлләндем, мәсьәләләр йыйын- тыҡтарынан төрлө вариант- тарҙы систем. Был да имтихан- дарҙы юғары балдарға яҙырға ярҙам итте. Бөтә предметтар араһында рус теленән БДИ-ла иң күп балл йыйыу реаль мөмкинлек. Дөйөм балдарығыҙ ни тиклем күберәк булһа, уҡырға ингәндә конкурстан үтеүе еңелерәк”. Эльвинанан техник университетта уҡыу, курсташтар араһындағы мөнә- сәбәт тураһында һораштылар. Уҡыу еңел түгел, ләкин тырыш- һаң, автомат менән зачеттар, хатта имтихандар алып була, тип яуапланы студент. Төркөм- дәрендә 28 студент, уларҙың 5-әүһе генә ҡыҙҙар. Өлгөр ҡыҙ буш ваҡытында “BashStudents” ойошмаһына йөрөй, башҡорт бейеү ансамблендә шөғөлләнә.
“Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһының район бүлексәһе белгесе Розалия Сафина ла әлеге ваҡытта социаль статусы буйынса студент булып иҫәп- ләнә. Ул М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса педагогик белем ала. Баҡтиһәң, Башҡорт дәүләт педагогия университеты көндөҙгө бүлек студенттарына уҡыу менән эште бергә алып барыу мөмкинлеге биргән Башҡортостандағы бер- ҙән-бер уҡыу йорто икән. Эшләүсе студенттар шәхси график буйынса белем ала, дөйөм нигеҙҙә сессия тапшыра. Розалия әле 4-се курста уҡый һәм тыуған районында эшләп тә йөрөй. Әүҙем ҡыҙ үҙенең ваҡиғаларға бай студент тор- мошо буйынса презентация әҙерләп алып килгәйне. Ул пандемия арҡаһында үҙҡур- саланыуға китеү мәлендә мәктәп тамамлаусы, БДИ-ларҙы август айында тапшырған сығарылыштан. “Кисә мәктәптә сығарылыш кисәһе уҙһа, иртәгә студент инек. Уҡыу йортон оҙаҡ һайлау форсаты теймәне. Шулай ҙа үҙебеҙҙең Башҡортостанда ҡалыуым, педагогия универси- тетын һайлауым өсөн үкен- мәйем”, – тине 1-се Асҡар урта мәктәбенең элекке уҡыусыһы. Розалияның “Студент яҙы” фестивалендә сығыш яһауы, студенттар отрядының “Игро- няни” проектында ҡатнашыуы, “Әбйәлил йәштәре” ойошма- һындағы эшмәкәрлеге, уҡыу практикалары, профсоюз линия- һы аша Рәсәй ҡалалары буйлап сәйәхәт итеүе, юғары дәүләт академия стипендияһын алыуы тураһында бәйнә-бәйнә һөй- ләүе буласаҡ студенттарҙың күп нәмәгә күҙен асҡандыр, моға- йын.
Осрашыу фәһемле булды. Социаль бүлек студенттарҙы бүләкләп үткәндән һуң, сара дөйөм фотоға төшөү менән тамамланды.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.