+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Февраль , 14:27

Яңы еңеүҙәргә!

Республикабыҙ кимәлендә тормошҡа ашырылыусы «Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау» конкурсында, беҙ, Ҡырҙас урта мәктәбе уҡыусылары, ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашабыҙ.

Яңы еңеүҙәргә!
Яңы еңеүҙәргә!

Республикабыҙ кимәлендә тормошҡа ашырылыусы «Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау» конкурсында, беҙ, Ҡырҙас урта мәктәбе уҡыусылары, ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашабыҙ. Үткән уҡыу йылында ошо бәйгелә «Рәхмәт! Күрәм!» проекты менән  ҡатнаштыҡ һәм еңеп сыҡтыҡ һәм уҡыу кабинеттарына интерактив панелдәр алыу маҡсатына ирештек. Был ҡыуаныслы ваҡиға беҙҙе яңы еңеүҙәргә ҡанатландырҙы.

Быйылғы йылда ла  көнүҙәк тип тапҡан проекттар тәҡдим иттек: «Хәтерҙә! Ғорурланам!» (музей), заманса китапхана, ял зонаһы, уҡытыусылар бүлмәһе һәм «Йәнтөйәк» (интерактив технологиялы дәүләт теле кабинеты). Дөйөм йыйылышта һәр команда проекттарын яҡланы. «Йәнтөйәк» проекты иң күп тауыш йыйҙы.

Киләсәктә «Йәнтөйәк» проектының республика кимәлендә еңеп сығыуын теләйбеҙ!

Дилбәр МОРАТШИНА,

Ҡырҙас мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: