Әйтәйек, 2023 йылда 30 миллион һум булһа, быйыл 35 миллион һум, ә 2025 йылда 40 миллион һумға етәсәк, гранттар һаны ундан 20-гә тиклем артасаҡ.
Республикала йәш ғалимдар өсөн гранттар 2021 йылда булдырылды. Шул ваҡыттан алып йыл һайын 35 йәшкә тиклемге аспиранттарға ун грант һәм фән кандидаттарына ун грант бүленә килде. Аҡса ике йылға фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бирелә.
Аспиранттарға йыл һайын 500 мең һумға тиклем бирелә, шул иҫәптән авторҙың һәм башҡарыусыларҙың хеҙмәт хаҡы 360 мең һумға тиклем бүленеүе мөмкин. Фән кандидаттарына йылына 1 миллион һум, шул иҫәптән эш хаҡына 600 мең һумға тиклем түләнә. 2021 йылда был маҡсаттарға ассигнованиеларҙың дөйөм күләме 15 миллион һум тәшкил итһә, 2022-2023 йылдарҙа 30 миллион һум булған.
Гранттар республиканың мәғариф һәм фән министрлығы аша түләнә. Дәғүәселәр конкурс һайлап алыуҙы үтергә тейеш.
Әйткәндәй, 2023 йылда Радий Хәбиров ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәргә гранттар тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Документҡа ярашлы, йыл һайын республика бюджетынан ғалимдарға торлаҡҡа һәм стажировка үтеүгә 200-шәр миллион һум аҡса бүленә.Уларҙы 35 йәшкә тиклемге фән кандидаты йәки 39 йәшкә тиклемге фән докторы ғилми дәрәжәһенә эйә булған мәғариф ойошмаларының педагогик һәм ғилми хеҙмәткәрҙәре ала ала. Уларға шулай уҡ 30 йәшкә тиклемге аспиранттар ҙа инә. Иң юғары түләм 250 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.