Мәғариф
22 Март 2024, 09:33

Мәктәп — ауыл йәме

Һәр бер ауылда мәктәп төп учреждениеларҙың береһе. Ауылда мәктәп бар икән, тимәк, киләсәк тә бар тигән һүҙ. Балаларҙың шау-гөр килеп белем усағына барып ҡайтыуы ауыл урамына әйтеп аңлатҡыһыҙ нур бирә. Төпкөлдәге Аһылай урта мәктәбендә был йәһәттән хәлдәр нисек?

Мәктәп директоры Әминә Жәүәт ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөн бында 34 бала белем ала. Йәштәрҙең ауылда ҡалмауы, тыуымдың кәмеүе сәбәпле, быйылғы уҡыу йылында 2-се һәм 9-сы кластар юҡ. Һигеҙ уҡыусы күрше Рәхмәт ауылындағы урта мәктәпкә йөрөп уҡый. 
2011 йылда белем усағына тулыһынса капиталь ремонт яһалған. Уҙған йылда Шамил Мурзин 11 тәҙрәгә москитка эшләп биргән. Спорт залы булмауы бөгөнгө көндә лә төп проблемаларҙың береһе. Шулай ҙа физкультура уҡытыусыһы Рәсүл Мөхәмәткилдин уҡыусылар араһында сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса ғәйәт ҙур эш алып бара. Аһылайҙар районда иң етеҙ саңғысылар булыуы менән дан тота. Ҡышын дәрестән һуң бөтә бала-саға саф һауаға ынтыла, һәр береһенең үҙ саңғыһы бар икән.  Дәрес ваҡытында боҙ өҫтөндә хоккей уйнау ҙа аһылайҙар өсөн ғәҙәти хәл. Ауыл балаларының иң ҙур өҫтөнлөгө тап шулай иркенләп тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙер ҙә. Ҡыш саңғы йә санала шыуыу, йәйен ҡолас ташлап йылға-күлдә йөҙөү, емеш-еләк йыйыу ҡала кешеһе өсөн хыял ғына. Һәр хәлдә ауылда бала саҡтың бәхетле минуттары күңеллерәк тә, ҡәҙерлерәк тә.
Шулай ҙа мәктәптең төп пробле- маларының береһе — балалар һанының артабан кәмей барыуы. Тимәк, мәктәпкә ябылыу хәүефе янай. Ошоға бәйле ваҡ мәсьәләләр ҙә юҡ түгел, мәҫәлән, йыр-бейеү түңәрәктәре алып барғандай белгестәр юҡ. Һәр уҡытыусы тәбиғәттән бирелгән һәләтен уҡыусыларға өйрәтергә тырыша. 
— Ауылда йәштәргә төпләнеү өсөн шарттар юҡ тиерлек, — ти уҡытыусылар. — Эш урындары, балалар баҡсаһы юҡ, газ үтмәгән, ауылға юл юҡ. Мәктәбебеҙҙә компьютер класы бар, интернет эшләй. Тик мәктәп асылғандан бирле ҡуйылған батареялар, аш-һыу бүлмәһендәге приборҙар ныҡ иҫкерҙе, уларҙы алмаштырырға кәрәк, бүлмәләр һыуыҡ. Мәктәп яны участкаһында үҙе- беҙгә етерлек йәшелсә үҫтереп алабыҙ. Уҡыусылар район олимпиадаларында даими ҡатнашып, төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулай. 
Уҙған уҡыу йылында «Грамоталы мәктәп» исемен алһалар, быйыл иһә «Әүҙем мәктәп» номинацияһы өсөн тырышалар. 8-се класс уҡыусыһы Нургизә Кәримова башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район һәм республика кимәлендә олимпиада призеры, шиғыр конкурстары еңеүсеһе. «Йөрәк һүҙе» район бәйгеһендә Яҙгөл Аҙнабаева, Арсен Баймөхәмәтов, Айһылыу Бүләк- баева лайыҡлы урындар яулаһа, Булат Аҙнабаев Мәжит Ғафури исемендәге музей үткәргән республика кимәлендәге шиғри бәйгелә еңеүсе тип табылған.
Коллективта 50 йәштән 58 йәшкә тиклемге тәжрибәле уҡытыусылар эшләй. Башҡорт һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы Эльвира Ғайсина менән башланғыс кластар уҡытыусыһы Мөсәлиә Зәйтүнова «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» исемен йөрөтә. 37 йыл ғүмерен мәғариф эшенә бағышлаған хеҙмәт ветераны, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡы-тыусыһы Илүзә Яҡупова, 35 йыл арымай-талмай эшләгән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, профком рәйесе Рушания Низамиева — коллективта оло абруй ҡаҙанған педагогтар. 3-4-се кластарҙа Ғәлиә Сабирова белем бирә. Зөһрә Әхмәтйәнова — коллективта иң йәш уҡытыусы, йәш белгестең уҡыусылары математика фәне буйынса дәүләт имтихандарында юғары балл ала. Белем усағының хужалыҡ һәм уҡыу-уҡытыу тармаҡтарын иңендә йөкмәп барыусы, коллективты бер йоҙроҡҡа туплаусы Әминә Махийәнованың да тынғыһыҙ хеҙмәтен билдәләп китеү зарур. 
2008 йылдан Кәримовтар ғаиләһе аталары, тимерсе Ниғмәтйән Кәримов иҫтәлегенә премия булдырған. 3 мең һум күләмендәге премия йыл һайын сыға- рылыш класындағы иң яҡшы уҡыусыға бирелә.

Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас