+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Март , 17:24

Йәйге балалар лагерҙарында әҙерлек эштәре бара

Йәйгеһен Башҡортостандың балалар лагерҙарында 500 меңгә яҡын уҡыусы ял итәсәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йәйге балалар лагерҙарында әҙерлек эштәре бара
Йәйге балалар лагерҙарында әҙерлек эштәре бара

Йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда 1 770 балалар ялын ойоштороусы ойошма эшләйәсәк. Улар иҫәбендә 911 көндөҙгө лагерь, 99 ҡала ситендәге стационар лагерь, 10 палаткалы лагерь, 675 балаларҙың хеҙмәт һәм ял лагеры, 75 профилле (тематик) лагерҙар бар.

      Башҡортостандың балалар лагерҙарында Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 1 200 бала ла ял итә аласаҡ.

2024 йылда һауыҡтырыу кампанияһын финанслауға бөтәһе 2,96 миллиард һум аҡса ҡаралған. Ата-әсәләр республика программаһы сиктәрендә балалар лагерына юллама хаҡының 30 проценты күләмендә компенсация аласаҡ.

      Шулай уҡ, быйыл программа буйынса Шишмә районының «Патриот» паркында, Ҡыйғы районының «Маяҡ» лагерында, Өфөнөң «Чайка» лагерында һәм Стәрлебаш районының «Орленок» лагерында биш тиҙ төҙөлә торған модуль төҙөү күҙаллана. "Орленка"лагерында медицина һәм аҙыҡ-түлек блоктарына капиталь ремонт үткәреләсәк.

Был маҡсатҡа федераль бюджеттан – 144 миллион һум, республика бюджетынан 27,5 миллион һум ҡаралған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: