+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Апрель , 20:45

Ғалим булыр егет

Мәскәү студенты Даян Ғималетдинов уҙған йылда 1-се Асҡар урта мәктәбен тамамлаған.

Тыныс, баҫалҡы холоҡло егет мәктәптә  үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырған. Ул өс йыл рәттән география фәне буйынса республика олимпиадаһы призеры булып, хатта район мәғарифы данын күтәргән. 10-сы класта уҡыған йылда муниципаль этапта еңеүсе булған Даян республика рейтингыһында ла тәүге бишәү исемлегенә эләгә, еңеүгә саҡ ҡына балдары етмәй ҡала. Географиянан берҙәм дәүләт һынауын да ул 92 балға тапшырып, БДИ-ны юғары балдарға биреүселәр рәтендә билдәләнә.
Ваҡытында Даян дәрестәргә йүнләп әҙерләнеп йөрөмәгән, хатта насар өлгәшеүселәр иҫәбендә торған малай була. «Ҡайһы бер фәндәрҙе бөтөнләй уҡығым килмәй торғайны, яратҡан дәрестәремдә лә шым ултырҙым, белһәм дә яуап бирергә ынтылманым», — тип йылмайып иҫкә ала мәктәптә уҡыған сағын. Бына шул күҙгә эленеп бармаған шымтояҡ малайҙың мәктәп программаһынан тыш бик тәрән белемгә эйә булыуын география уҡытыусыһы М. Р. Зарипова шәйләй. Әлбиттә, бөтә фәндәрҙән түгел, әммә география, биология, астрономия һәм тарихты биш бармағы кеүек һәйбәт белеүе менән ғәжәп итә. Баҡтиһәң, Даян хәреф танып уҡый башлағас та мәктәп, унан район китапханалары юлына саң ҡундырмай. Тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә уны әкиәт китаптары, балалар әҙәбиәте ылыҡтырмай. Һайлағаны энциклопедиялар ҙа, төрлө фәнни-тәбиғи журналдар, атлас-карталар була. «Башта космос темаһы ныҡ оҡшай ине, тора-бара ҡыҙыҡһыныуым киңәйеп, башҡа тәбиғи процестарҙы, күренештәрҙе өйрәнә башланым. Хәҙер күҙаллауымса 3-4-селә уҡығанда мин 8-се класс белеменә эйә булғанмын», — ти ул. Тик артыҡ ныҡ баҫалҡылығы арҡаһында Даян белемен тышҡа сығарып күрһәтеп бармай. Шулай ҙа география уҡытыусыһы Миләүшә Рәфҡәт ҡыҙы уның ябай уҡыусы булмауын аңғарып, һәләтле балалар менән бергә өҫтәмә шөғөлләнеү дәрестәренә саҡыра. 
Олимпиадасыларҙы әҙерләү дәрестәре була ул. 6-сы класта ғына уҡыусы Д. Ғималетдиновтың әйткән ваҡытҡа килеп, үҙенән өлкән уҡыусыларҙың сыр-сыу килешеп фекер алышҡанын, географик мәсьәләләр сискәнен, карталарҙы йәйеп һалып илдәр-ҡитғалар буйлап «гиҙгәнен» шым ғына күҙәтеп ултырып ҡайтыуында ла тәжрибәле остаз ҡыҙыҡһыныу барлығын һиҙемләй. Шул йылдан башлап Даян параллель кластар араһында мәктәп олимпиадаһының алыштырғыһыҙ еңеүсеһе булһа, 9-сы кластан муниципаль этапҡа сыға. Ә уның һөҙөмтәһе, артабанғы еңеүҙәре тураһында үрҙә әйтеп үттем дә инде.
Даяндың 10-сы класҡа тиклем күңелендә йәшәткән, үҫтергән археолог булыу тураһындағы хыялы кинәт үҙгәрә. География фәнен төплө белеүе нәҡ уға бәйле һөнәр һайлауға этәрә. Онлайн сервисты файҙаланып, документтарын Мәскәү, Ҡазан, Силәбе уҡыу йорттарына һәм Башҡортостан вуздарынан аграр һәм нефть университеттарына ебәрә. Әйткәндәй, республика олимпиадалары призеры булыуы тағы ла өҫтәмә 10 балл биреп, егет алдында абруйлы вуздар ишектәрен аса. Эш уҡыу йортон һайлауға ҡалғас, Д. Ғималетдинов нәҡ географик ҡыҙыҡһыныуы менән Мәскәү ҡалаһын һайлай. Шулай итеп, хәҙер Мәскәү дәүләт геодезия һәм картография университетының беренсе курс студенты ул.
— Карталар буйлап ер шарының  бөтә  ҡитғаларын байҡап сыҡһам да, быға тиклем донъя күрергә мөмкинлегем булманы. Мәскәүгә килгәс тә, буш ваҡытымды баш ҡаланы өйрәнеүгә бағышланым. Сентябрь аҙағына тиклем китаптарҙан уҡып белгән байтаҡ билдәле урындарҙы урап сыҡтым. Архитектураһы менән һоҡландырған өс вокзал майҙанын, Останкино телебашняһын, Ҡыҙыл Майҙанды, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын барып күрҙем, Воробьев тауҙарына күтәрелдем. Мәскәү метролары ла матурлығы буйынса музейға торошло, бөтә йүнәлештәрҙә йөрөп сыҡтым. Ғөмүмән, унда миңә ныҡ оҡшай,  — ти баш ҡала тәьҫораттары менән уртаҡлашып. — Ятағыбыҙ Дорогомилов студенттар ҡаласығында урынлашҡан. Бүлмәлә ике кеше йәшәйбеҙ, күршем Муромдан. Университетҡа метрола 40 минут барабыҙ. 
Даяндарҙың ғаиләһендә дүрт бала. Апайы Дарья ла студент. Уларҙы уҡытыу өсөн әсәһенең күпме көс һалыуын аңлаған егет тырышып уҡырға тырыша. 1-се Асҡар урта мәктәбендәге уҡытыусылары — класс етәксеһе З. Р. Ғәлләмова һәм географ М. Р. Зарипова унан ҙур кеше сығыр, бәлки, ғалим да булыр тип өмөт бағлай. Яңы йыл алдынан Миләүшә Рәфҡәт ҡыҙы почта аша көтөлмәгән посылка алған. Рәхмәтле уҡыусы стипендияһынан өлөш сығарып (!) география кабинетына политик һәм административ карталар ебәргән. 
— Студент уҡыусымдан бүләк алыу уңайһыҙ булды. Үҙенә лә был турала әйттем, ләкин ул: «Яңы үҙгәрештәр менән улар!» — тип файҙаһын күреүебеҙҙе теләне, уға ҙур рәхмәт! — тип һөйләй уҡытыусы.
Даян үҙе лә ял ваҡытында онлайн карталарға үҙгәрештәр индереү өҫтөндә эшләй. «Халыҡ карталары» ҡушымтаһында мөхәррир булып теркәлгән, мәҫәлән, Әбйәлил районы буйынса ғына Яндекс-картаға 10 меңдән ашыу үҙгәреш индергән. Үҙенең ирекмәнлек эше менән ҡулланыусыларға күпме файҙа килтерә ул.
Йәй аҙағында Мәскәүгә киткәненән бирле яңыраҡ беренсегә каникулға ҡайтып, кире баш ҡалаға юлланды Даян.  Уға уҡыуында уңыштар теләйек!
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: