+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель , 12:09

Төпкөлгә илһөйәрҙәр йән өрә

Аһылай (Өскүл) — райондағы иң төпкөл ауылдарҙың береһе. Ул тәбиғәттең иҫ киткес матур ерендә урынлашҡан. Уны уратып алған Өскүл, Янсыҡты һәм Ҡолдобай күлдәре, ике яҡтан үҙ ҡосағына һыйындырған армыт-армыт тауҙары, тирә-яҡтың тоғро һаҡсылары кеүек үҫкән ылыҫлы, ҡайын һәм уҫаҡ ҡатнаш урмандары, көнсығыштан күҙ күреме ерҙәргә һуҙылған иркен яландары, ысынлап та, Аһылайҙың ожмах төйәге икәнлеген иҫбатлай.

Төпкөлгә илһөйәрҙәр йән өрә
Төпкөлгә илһөйәрҙәр йән өрә

Аһылай (Өскүл) — райондағы иң төпкөл ауылдарҙың береһе. Ул тәбиғәттең иҫ киткес матур ерендә урынлашҡан. Уны уратып алған Өскүл, Янсыҡты һәм Ҡолдобай күлдәре, ике яҡтан үҙ ҡосағына һыйындырған армыт-армыт тауҙары, тирә-яҡтың тоғро һаҡсылары кеүек үҫкән ылыҫлы, ҡайын һәм уҫаҡ ҡатнаш урмандары, көнсығыштан күҙ күреме ерҙәргә һуҙылған иркен яландары, ысынлап та, Аһылайҙың ожмах төйәге икәнлеген иҫбатлай. Ул бер яҡтан Учалы районының Баттал ауылы менән сиктәш. Аһылайҙан район үҙәге Асҡарға ҡәҙәр 100 саҡрым булһа, күрше Белорет ҡалаһына — 57, Магнитогорскиға — 62, ә Учалыға — 100. Тимәк, халыҡҡа, Асҡарға йөрөп интеккәнсе, берәй күрше ҡалаға барыу отошлораҡ. Ауылдың өс исеме бар: халыҡ телендә ул Өскүл тип йөрөтөлһә, ҡасандыр бында Нәҙерембәт исемле башҡорт тирмән тотҡанлыҡтан, урыҫтар уны Назар тип атаған һәм ауылды Назаркино тип йөрөткән. Ә рәсми телдә ауыл Аһылай тип атала.

Тарихҡа күҙ һалғанда
Иң боронғо нигеҙҙе һаҡлаған Аһылай ауылы ХVIII быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килгән. Күрше Йәнекәй ауылынан Тәүәкәй исемле егет ауыл буласаҡ ерҙә нигеҙ ҡора. Ғаиләлә дүрт ул донъяға килә, ошо уландарҙан йүкәләр, һармаҡтар араһы тарала. Шулай уҡ ауылда көйөлдөләр, татарҙар, бесәйҙәр, таяуыстар, ҡаҙаҡтар, көпшәләр, сандырҙар араһы бар. Ауыл халҡы күсмә тормош менән көн иткән, мал көткән. Көркәк тауы өҫтөндә, Кесерткән яланында йәйләгән. Көҙгә ҡарай тауҙан түбән Иҫке Ҡышлау, Йәрембәт, Эре Ҡарағас йәйләүҙәрендә йәйләй-йәйләй, ҡышҡа ауылға ҡайтып ингәндәр.
1795 йылдың V ревизия документтарынан күренеүенсә, ауылда 13 йортта 96 кеше йәшәгән. 1859 йылда 30 йортта 158 кеше теркәлһә, 1920 йылда инде 56 йортта 265 кеше йәшәгәне билдәле.

Аһылайҙың бөгөнгө көнитмеше
Бөгөн 130 хужалыҡта 310 тирәһе кеше көн итә. Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, 9 йыллыҡ мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, ике мәсет, «Йәйғор», «Өс айыу», «Миләш» исемле магазиндар эшләп килә. 
Урындағы фельдшер-акушер пунктында халыҡты Эльвира Тайыпова хеҙмәтләндерә. Ул көн дә  Байымдан йөрөп эшләй. 
Ауылда иң олоһо тип 93 йәшлек Ғәйникамал инәй Ғайсина иҫәпләнә, ул — тыл ветераны. Белорет районында тыуып-үҫеп, Аһылай ауылына һауынсы булып эшкә килә,  килен булып ҡала. Тормош иптәше менән 4 ҡыҙ һәм 4 малайға ғүмер бүләк иткәндәр. Инәй бөгөн ҡыҙы Рәшиҙә ҡарамағында. Әсәһенә яҡын ғына йәшәгән ҡыҙы өйөнә ут яға, ашарға ла бешерә.
1998 йылдан алып бер ихата эсендә татыу йәшәгән ҡәйнә менән килен статусына эйә Йәмилә һәм Зөлфиә Асҡаровалар.
— 1933 йылда октябрҙең 29-ында ошо ауылда тыуғанмын. Дәүләт ҡайҙа ҡушты, шунда эшләнек инде. Колхоз бесән саптырҙы, тырмат-тырҙы, йыйҙырҙы ла, бө-төн эш ҡул көсө менән башҡарылды. Ошо ауылға кейәүгә сыҡтым, бабай менән туғыҙ бала үҫтерҙек, — тип бәйән итте үҙе хаҡында 90 йәшлек Йәмилә инәй.
Хәтере шәп, телгә маһир Йәмилә инәй шиғырҙар һөйләй, йырлай. Беҙгә «Шайморатов генерал», «Сталинға — һөйөү, Сталинға — дан» йырҙарын йырлап ишеттерҙе. 
2024 йыл илдә Ғаилә йылы тип иғлан ителгәнгә күрә, ауылдың иң оло һәм иң йәш ғаиләләрен дә һорамай булдыра алманым. «Иң оло ғаилә» статусына Вәбилә менән Фәрит Аҙнабаевтар эйә,  ә «Иң йәш ғаилә» тип Лилиә менән Әсләм Ғайсиндар һанала. Һуңғы һорауыма оҙаҡ яуап эҙләне аһылайҙар. Был иһә һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең өйләнешеп тә ауылда ҡалмауҙары, ситкә йәшәргә китеүҙәренә дәлил булды.
Ғайсиндар менән дан тота  ауыл. Үҙенең пилорамаһы булған Рәйес Ғайсин, крәҫтиән-фермер хужалығын тотҡан Рөстәм Ғайсинды әйтеп китеү кәрәк. Әйткәндәй, Рөстәм Ғайсин ҡыш көнө үҙенең техникаһы менән юлдарҙы ҡарҙан таҙалай. Бында үҙ эшен асыусылар күп түгел, шулай ҙа Әсхәл Ғайсиндың шәхси автобус маршруттары асыуы маҡтауға лайыҡ. Уның Аһылай – Асҡар, Аһылай – Магнитогорск йүнәлешендәге автобус рейстары көн һайын иртәнге 7 сәғәт 15 минутта ҡуҙғала. Шоферҙар Иштимер Мөхәмәт-килдин халыҡты Асҡарға, Һиҙиәт Ғайсин Магнитогорск ҡалаһына йөрөтә. 
Депутат Рәмил Шәғәлин һәр ваҡыт «Газель» менән ярҙам ҡулы һуҙа. 
Уҙған йылдың көҙөндә ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайланған Эльвира Ғайсина эшен уңышлы башлап ебәргән. 
Староста Һиҙиәт Ғайсинды ла ауыл халҡы хөрмәт итә.
Ҡатын-ҡыҙҙар күбеһенсә курорт төбәгенә, терәлеп ятҡан «Диостан» ял итеү йортона, Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләргә мәжбүр. Ир-аттың күпселеге ситтә тир түгә.
Башҡа ауылдар кеүек аһылайҙар ҙа ил ҡайғыһы менән йәшәй. Махсус хәрби операцияла ауылдың бынамын тигән аҫыл ир-егеттәре Артур Мурзин, Фәнил Аҙнабаев, Илдар Таңатаров, Сабирйән Шәғәлин, Динис Мәғәсүмов алғы һыҙыҡта тыныс тормош өсөн көрәшә.

Халыҡҡа аң-белем таратыусы
Сәфәребеҙҙе халыҡты аң-белемгә өндәүсе һәм тәрбиәләүсе китапхананан башлауыбыҙ юҡҡа түгел. Академик Лихачев: «Бөтә сәнғәт юҡҡа сығып, тик бер китапхана тороп ҡалған хәлдә лә, мәҙәниәтте тергеҙеп була», — тигән. Тимәк, китапхана мәҙәниәттең аҡыл, ғилем ҡаҙнаһын тәшкил итә.
Билдәле булыуынса, төпкөлдә китапхана ауылдың социаль йөҙөн билдәләй. Әгәр унда ишектәр асыҡ икән, тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө.
Китапханасы Зилбәр Мөхәмәтйәрова беҙҙе ихлас ҡаршы алды.
— Халыҡ интернеттан айырыла алмай тигән фекер менән бер ҙә килешмәйем. Аһылайҙа күбеһенсә оло йәштәгеләр йәшәгәнгә күрәме, беҙҙә китап уҡыусылар һаны кәмемәй. Бары тик йәштәр араһында китап уҡыусылар һирәк, — ти ул.
Ыҡсым ғына бүлмәгә күҙ һалам: кәштәләр буйлап яҙыусыларҙың китап-тары алфавит тәртибендә теҙелгән, төрлө өлкәләр буйынса йыйынтыҡтар ҙа күренә. Матбуғат баҫмалары ла бар. 

Йыр-моңдо юлдаш итеп
Урындағы мәҙәниәт усағына 2011 йылда капиталь ремонт яһалған, бина йылы. Әйҙә, халыҡты туплап, рәхәтләнеп эшлә генә. Тик 2023 йылдың йәйенән алып мәҙәниәт йортон гөрләтерҙәй етәксе табылмаған. Ҙур бинала китапханасы ролен башҡарған Зилбәр Мөхәмәтйәрова ике вазифаны ла берҙәй тартып килә. Ә аһылайҙарҙың дәртле булыуына иҫең китерлек! Бында гармун күректәрен тартмаған, йырламаған-бейемәгән кеше һирәк. 
2014 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем ауыл йәме, ауыл ҡото булған хаҡлы ялдағы оло инәйҙәр «Етегән» фольклор ансамблен (етәксеһе Рәшиҙә Ғайсина-Ғәйнуллина), ағинәйҙәр клубын төҙөгән. Ансамбль ағзаларының һәр береһенең үҙ ижад өлкәһе һәм үҙҙәренә генә йөкмәтелгән бурыстары бар: Миңһылыу Ғабдуллина — мөнәжәтсе, Гөлнара Мөхәмәткилдина — шиғыр конкурстары еңеүсеһе, Фәниә Мансурова — ҡул эштәре оҫтаһы, Рәшиҙә Кәримова — бейеүсе, Алмас Бүләкбаев менән Флүрә Аҙнабаева йыр бәйгеләрендә алдынғылыҡты бирмәй. Ә ҡалған ағзалар иһә йолалар күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша. «Етегән»дәр концерт программаһы менән күрше ауылдарға гастролдәргә йөрөй, хаҡлы ялға сыҡҡан пенсионерҙарҙы үҙҙәренең сафына ҡабул итеү, ололарға айырым Яңы йыл маскарады үткәреү, ауылға килен булып төшкәндәргә һыу юлы күрһәтеү кеүек саралар матур йолаға әүерелгән. 

Һәләтле композиторҙар төйәге
Тәбиғәттең һәр мөйөшө ожмах кеүек күренгән был төйәктә йыр-моңға ғашиҡтарҙың күп булыуы тәбиғи күренештер. Өфө ҡалаһының 7-се музыка мәктәбе директоры Айрат Ғайсин тураһында бик күп мәғлүмәт бирергә мөмкин булыр ине. Беҙ иһә шуның менән сикләнәйек: Айрат Рәшит улы Аһылай ауылында 14 балалы ғаиләлә 11-се булып донъяға килгән, Учалы музыка училищеһын, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған, 6 бала атаһы, бик күп популяр йырҙар, симфоник, хор әҫәрҙәре авторы, Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, бер нисә йыл Башҡортостан Композиторҙар союзын етәкләй. Композитор булараҡ, Айрат Рәшит улының бер кемдекенә лә оҡшамаған үҙ музыкаль йөҙө, стиле, үҙ ҡарашы бар. 
Хеҙмәт юлын, Таштимер һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң, Шайморатов исемендәге колхозда тракторсы булып башлай. Тырыш егет ер эшкәртеүҙә, сәсеүҙә алдынғылыҡты бирмәй. Трактор геүләүендә һәр ваҡыт ниндәйҙер көй эҙләй. Ер һөргәндә төрәнде ергә төшөрөп, газға баҫып, трактор көсәнеп киткән мәлдә лә шуға ҡушылып, күңелендә йыр тыуа. 
1985 йылда Учалы музыка училищеһының хор менән дирижерлыҡ итеү бүлегенә уҡырға инә. Яңы йылдан һуң ҙур һынауҙар аша үтеп, музыка теорияһы бүлегенә күсә. Ул бүлеккә бары музыка мәктәбенең фортепиано класын тамамлаусыларҙы ғына алған булалар. Тәү тапҡыр шунда нота өйрәнә башлай. 1987 йылдың көҙ айҙарының береһендә Учалынан Ҡаҙаҡҡол ауылы аша тауҙар араһынан тыуған ауылы Өскүлгә йәйәү ҡайтып барғанда күңелендә күптән популяр йырҙарҙың береһенә әүерелгән «Әсәкәйем» йырының тәүге ауаздары барлыҡҡа килә. 
Эх, ҡысҡырып бер йырларға ине,
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине
Ниндәй ҡайғы төшкән улына...
Айрат Рәшит улы йырҙы тәүге тапҡыр әсәһенә үҙе йырлап ишеттерә. Шунан һуң ул йыр ун йыл самаһы башҡарыусыһын көтөп ята. Оҙаҡ ваҡыт үткәс, Альберт Салауатов уны тамашасыға сығара. Фәрит Бикбулатов та һуңынан башҡара ул йырҙы. 
Йырҙарға килгәндә тағы ла «Килсе, гүзәлем» (халыҡ һүҙҙәре), «Иртә таңда» (Мостай Кәрим һүҙҙәре), «Һары япраҡ», «Аңламаның» (Мәүлит Ямалетдинов), «Һағыш» (Әсхәл Әхмәт-Хужа), «Миҙгел» (Дамир Шәрәфетдинов), «Тамсыгөл» (Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай) йырҙарын әйтеп үтергә була. Тағы ла «Тәфтиләү», «Үткән йылдар риүәйәте» тигән симфоник поэмалары бар.
Һуңғы ун йыл эсендә радио тулҡындары аша ошо ауылда тыуып үҫкән, әле Учалы районында йәшәгән Илгиз Йомағужиндың йырҙарын йыш ишетергә тура килә. Иллегә яҡын көй ижад иткән, бигерәк тә «Донъя бит ул!» йыры менән халыҡтың һөйөүен яулаған йәш композитор үҙенең ижадында хозур тәбиғәттең илһам сығанағы булыуын йәшермәй. Ысынлап та, бындай илаһи гүзәл донъя менән бәйләнештә булған халыҡтың моңһоҙ ҙа, дәртһеҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Уның йырҙарын күберәк Илдар Жамалов, Алһыу Бәхтиева, Динар Нәсибуллин, Динар Ғәниев, Илназ Үҙәнбаев кеүек танылған йырсылар башҡара.


Күп балалы әсә булыу — оло бәхет
Күп бала тәрбиәләгән әсәләр айырым иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. 10 балаға ғүмер бүләк иткән Фрүзә Хафизова — Герой-әсә. Ул 1935 йылда тыуған. 1941 йылда атаһы һуғышҡа алына, әсәһе лә вафат була. Етем ҡалыу сәбәпле, уны Ташбулат балалар йортона тапшыралар. Һуғыш йылдарында етем балалар аслыҡтан күп ҡырыла, шуға күрә лә уны Рәхмәт ауылындағы туғандары үҙҙәренә көтөргә алып ҡайта. Аһылай ауылына килен булып төшә, Исмәғил Хафизовҡа кейәүгә сыға. Ғүмер буйы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Фрүзә инәй бөгөн дә иҫән, хәтере яҡшы. 
Тағы ла Аһылайҙа «Әсәлек даны» миҙалына эйә, 8 балаға йән биргән Зөлфиә Ғиниәтуллина, Әлфиә Хөснөтдинова, 7 бала әсәһе Тәнзилә Кәримова, 6 бала тәрбиәләгән Гөлфинә Мәғәсүмова, Әминә Махийәнова, 5 бала баҡҡан Әҡли-мә Асҡарова, Рәйлә Әйүпова, Мәүлиха Ғайсиналар етеш тормошта гөрләтеп донъя көтә. 

Тимерсе ҡулында тимер ҙә бөгөлә
Ауылға килеп ингәс тә, йорттар алдындағы эскәмйәләр, ҡапҡалар иғтибарҙы йәлеп итә. Ябай тимергә оҫта ҡулы тейеп, бына тигән зауыҡлы, кәрәкле әйберҙәр донъяға тыуған. Бындай әкиәти, күңелгә ятышлы тимер әйберҙәр яһаған оҫтаға «афарин!» тип әйтеүҙән башҡа һүҙ табып булмай.
Алтын ҡуллы оҫта Ильяс Кәримов ошо ауылда тыуып-үҫкән. Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Шайморатов исемендәге колхозда хисапсы, тракторсы булып эшләй. Хужалыҡ тарҡалғас, ҡулы белгән эшкә тотона.
— Атайым билдәле тимерсе булған, ул эшләгән әйберҙәрҙе бөгөн булһа күптәр ҡәҙерләп һаҡлай. Тимергә оҫталыҡ унан күскәндер, — ти ул. — Шөкөр, үҙ эшемдән ҡәнәғәтмен, күбеһенсә ат дағалатыу, тимер һауыт-һабаларҙы яматыу өсөн киләләр. Беҙҙең эшмәкәрлеккә ихтыяж бар икән, тимәк, эшебеҙ бушҡа түгел.
Тимерлектә тимер сүкегән тауыш һис  тынмай: тимерсе егет иртәнән ҡара кискә ҡәҙәр төрлө ҡатмарлыҡтағы металл ҡоролмалар яһай. Бында ябай ғына деталдәр үҙенең яңы формаһын, биҙәлешен ала. Үҙенә күрә оҫта ювелир эше ул. Дизайнын да алдан уйлап, үлсәмдәрҙә яңылышмаҫҡа кәрәк. Шуға оҫтанан ижади ҡараш, бай фантазия талап ителә.

Тыуған төйәк үҙенә тарта
«Яҡшы булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ил», — тигән бик матур әйтем бар халыҡта. Был һүҙҙәрҙә, ысынлап та, хаҡлыҡ бар. Олоғайған һайын кешелә тыуған яғына тартылыу, һағыныу хисе көсәйә. Күптәр үҙҙәре ҡорған донъяларын, күнегелгән мөхитен, йәшәгән урынын ҡалдырып, тыуған яҡтарына ҡайтып, матур итеп туғандары, ауылдаштары менән аралашып йәшәй башлай. Тыуған ер, ауыл хәстәре менән янып, уның киләсәге өсөн борсолоп, башҡаларҙы ла үҙе артынан эйәртеп әүҙем эшкә тотоноусылар ҙа бар. Аһылай ауылында йәшәүсе Әсхәл һәм Альбина Ғайсиндар тап шундайҙарҙан.
Магнитогорск ҡалаһында ҡәҙимгесә эшкә йөрөп, һәүетемсә донъя көтөп ятҡан ерҙән 2015 йылда тыуған ауылында йорт һалып, Аһылайға ҡайтып төпләнә улар. Үрҙә яҙып үтеүемсә, Ә. Ғайсин Аһылай – Магнитогорск, Аһылай – Асҡар маршруттары буйынса рейстар аса. Ҡатыны Альбина социаль хеҙмәткәр, уның ҡарамағында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәиһә оло йәштә ҡарауһыҙ ҡалған 4 ир-егет, 15 ҡатын-ҡыҙ. 
— Ололарҙың өйҙәренә йөрөп ярҙам итәм, ҡышҡыһын ихата алдарын көрәйем, һыу ташыйым. Газ булмағас, өйҙәренә утын яғырға, мейестең йүшкеһен ваҡытында барып баҫырға тура килә. Хәлемдән килгәнсе ауылда ҡалған ҡарт-ҡороға ярҙам ҡулымды һуҙырға тырышам, — ти ул.
Ғайсиндар бер ҡыҙ һәм бер улға атай һәм әсәй. Ҡыҙҙары 11-се класта белем ала, улдары Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. 

Аһылайҙың аһ-зары
Аһылай район үҙәгенән бик алыҫта урынлашҡан. Уның ҡарауы, уларға Белорет һәм Учалы райондары ауылдары сиктәш ята. Шуға күрә уларҙың: «Биләрит йә Учалыға ғына ҡушып ҡуймайҙар», — тигән һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар кеүек. Район үҙәге Асҡарға барыу оло михнәткә әүерелә, ниндәйҙер бер документ өсөн бер көнөң юғала. Ә инде ауырып китһәң, ҡурҡ та тор: Асҡар дауаханаһына барып етмәүең көн кеүек асыҡ. «Машиналар ҙа һыу менән йөрөмәй. Яғыулыҡ артынан Учалы районы Миндәк ауылына барабыҙ, Ташбулатта ла заправка бар, әммә Миндәк күпкә яҡыныраҡ», — ти аһылайҙар.
Әлбиттә, бер кемдең дә үҙ ауылын насар яҡтан телгә алғыһы килмәй, әммә күңелде төшөргән мәсьәләләрҙе лә телгә алмай булмай. Иң ҙур проблемаларҙың береһе — ауылда «зәңгәр яғыулыҡ» булмауы. Район хакимиәте вәкилдәре ауылға газ үтәсәк, тип вәғәҙә биргән. Ауылдың активисы Ислам Хафизов район хакимиәтенә ауыл халҡынан ҡултамғалар йыйып, хат та яҙған. 2023 йылдың 29 декабрендә хакимиәттән ыңғай яуап килгән. Әлегә тиклем «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташтырыу буйынса эш башланмаған. Газ булмағас, улар утын яғырға мәжбүр. «Халыҡҡа диләнкә бирелә лә ул, әммә ул ағастарҙы урмандан беҙҙең кеүек әбей-һәбей нисек сығарырға тейеш икән!? Документы артынан әллә нисә саҡрымға йөрөү ҙә беҙгә бәлә. Урман хужалығында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр бер көн ауылға килеп урындағы халыҡты хеҙмәтләндерһен ине», — тигән тәҡдим индерҙе ауыл инәйҙәре. 
— Икенсе мәсьәлә иһә юл булмауы. Ҡыш көндәре әллә ни үк беленмәһә лә, йәйгеһен соҡор эсендә соҡор. Берәүһен урайым тиһәң икенсеһенә төшәһең, — тип зар илай аһылайҙар.
Тағы ла урындағы мәҙәниәт йортона һәм ФАП-ҡа һыу индерергә кәрәк. Биналарҙы таҙа тотоу өсөн улар һыуҙы ҡоҙоҡтан ташырға мәжбүр. 
Элек «перспективаһыҙ»ҙар рәтенә индерелгән ауылдарға ла, бөгөн «төпкөл» тип аталғандарҙың барыһына ла бер күренеш хас: улар һаман да үгәй бала хәлендә. Был беҙҙең районда ғына түгел, ә тотош республикаға хас. Төпкөлдә йәшәүселәр ситтән иғтибарға өмөт итмәй һәүетемсә генә донъя көтә. Эш урындары булмауға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы етеш, матур йәшәй, үҙ тырышлығы менән балалар үҫтерә, йорт һала, мал аҫрай. Уңған килендәр йәй көндәрендә емеш-еләк, бәшмәк һатып, аҡ ризыҡтан аш-һыу әҙерләп, аҡса эшләһә, ғаилә башлыҡтары ишле мал-тыуарына етерлек бесән әҙерләү өсөн тырыша. 
Ауыл халҡын күл буйына ял итергә килеүселәрҙең тәртипһеҙләнеп, тәбиғәтте бысратыуы, юҡҡа сығарыуы ла ныҡ борсой. Аһылайҙарҙы ауылдың киләсәге уйландыра: ата-бабалары бүләк иткән мөғжизәле ер-һыу бар тулылығында киләсәк быуынға барып етерме?!
Гөлфиә ХӘСӘНОВА. 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: