+11 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Апрель , 19:06

Бәләкәстәр өсөн икенсе әсәй

Зөлфиә Ғибәҙәтова Гусев урта мәктәбен тамамлағас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Магнитогорск педагогия колледжына уҡырға инә.

Зөлфиә Ғибәҙәтова Гусев урта мәктәбен тамамлағас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Магнитогорск педагогия колледжына уҡырға инә. 
— Ҡыҙҙар менән уйнағанда мин гел әсәй йәки тәрбиәсе булдым. Кескәйҙәрҙе яратҡанымды, уларҙы әүрәтә алғанымды күреп, еңгәйҙәрем балаларын гел миңә ышанып ҡалдырҙы. Мин уларҙы көн буйы уйната инем, — ти Зөлфиә Фәрит ҡыҙы. — Шуға һис икеләнмәй, тәрбиәсе һөнәрен һайланым. Әсәйем Фәйрүзә Зекриә ҡыҙы ла теләгемде хуплап, белем алырға ярҙам итеүенә рәхмәтлемен.
Колледждан һуң Зөлфиә психологҡа уҡый һәм йүнәлтмә буйынса Красная Башкирия ауылының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһының филиалы — «Малыш» яслеһына тәрбиәсе булып килә. Ул ваҡытта мөдир Айһылыу Йәғәфәрова була.
— Эшләй башлаған осорҙа миңә Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы һәр яҡтан терәк, кәңәшсе булыуын онотмайым. Коллективыбыҙ ҙа татыу, берҙәм. Бөтәбеҙ ҙә эш өсөн янып торабыҙ, — ти З. Ғибәҙәтова. — Капиталь ремонттан һуң баҡсабыҙҙы зауыҡлы итеп матурлап алдыҡ. Бәләкәстәр көн буйы рәхәтләнеп уйнаһын, үҫешһен өсөн бөтә шарттар бар, биләмәбеҙ ҙә ыҡсым ғына, тыныс урында. 
Сирек быуатҡа яҡын тәрбиәсе булып, бай тәжрибә туплаған Зөлфиә Фәрит ҡыҙының төркөмөнә 26 бала йөрөй. 
— 2-3 йәшлек кескәйҙәрҙең иң ҡыҙыҡ, тиктормаҫ, шуҡ саҡтары, яратып, һөйөп туймаҫлыҡ үҙҙәре. Себеш кеүек һәр береһенән күҙ яҙлыҡтырмай, ҡарап ҡына торорға кәрәк. Һәр береһе үҙ баламдай яҡын миңә, — ти З. Ғибәҙәтова.
Бәләкәстәрҙең һөйөүен генә түгел, ата-әсәләрҙең ихтирамын да яулаған ул. Бар күңелен һалған хеҙмәтенең хөрмәтен күреүе үҙе ҡыуаныс. Уҙған йыл йомғаҡтары яһалған тантанала Зөлфиә Ғибәҙәтова райондың иң яҡшы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе тип танылды. 
— Хеҙмәтемде юғары баһалауҙары өсөн рәхмәт. Эшемде яратам, һәр көн баҡсаға ашҡынып, сабыйҙарҙы һағынып киләм. Ата-әсәләр ҡыҙ-улдарын беҙҙең ҡулдарға ҡалдырып, тыныс эшләһен, — ти яуаплы һәм тәжрибәле тәрбиәсе.
Динара САФИУЛЛИНА. 

Читайте нас: