+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Апрель , 18:50

Бергәләп БДИ тапшырҙыҡ

“Бергәләп тапшырабыҙ. Ата-әсәләр менән бергә берҙәм БДИ биреү көнө” акцияһына әбйәлилдәр ҙә ҡушылды.

Бергәләп БДИ тапшырҙыҡ
Бергәләп БДИ тапшырҙыҡ

Яҙғы каникулдың бер көнөндә 1-се Асҡар урта мәктәбе базаһындағы имтихан уҙғарыу пунктында сығарылыш класс уҡыусыларының ата-әсәләре, шулай уҡ мәктәп директорҙары һәм уларҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары, район хакимиәте һәм матбуғат вәкилдәре тарих фәненән берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. Акция БДИ бирәсәк сығарылыш класс уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен психологик көсөргәнештән арындырыуға булышлыҡ итеү һәм йәмәғәтселекте имтихан тапшырыу процедураһы менән таныштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Сараға килеүселәрҙе район мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева сәләмләне.
– Берҙәм дәүләт имтихандарынан ҡурҡырға ярамай, уларҙы уңышлы тапшырыу сығарылыш уҡыусыларына төрлө вуздар ишектәрен аса. Әлбиттә, уҡыусы фәҡәт бер уҡыу йортон һәм бер йүнәлеште генә күҙ уңында тоторға тейеш түгел. Альтернативала бер нисә вариант булырға тейеш. Әгәр бер имтихан кәрәкле балдарҙы бирмәһә, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай – ҡалғандарын яҡшы тапшырыу хәлде көйләй ала, бынан тыш уҡыусы мәктәпте миҙалға бөтһә, ГТО-ның алтын билдәһенә эйә булһа, йәиһә төбәк, Рәсәй кимәлендә олимпиадалар призеры икән – былар өҫтәмә балдар биреп, уҡырға инеү мөмкинлеген бермә-бер арттыра, – тине ул. – Ғөмүмән, ошоға тиклем БДИ Әбйәлил уҡыусыларына хыял иткән уҡыу йорттары студенттары булып китергә юлдар асҡан. Быйылғы сығарылышҡа ла уңыштар насип булһын, имтихандарға әҙерләнеү өсөн теүәл бер сирек ҡалды, уҡыусыларҙың һөҙөмтәләрен яҡшыртырға ваҡыты бар әле.
БДИ буйынса муниципаль координатор Ә. Р. Фәттәхова имтихан процедураһы тураһында ентекләп һөйләне, ағымдағы йылдан берҙәм дәүләт имтихандарында көтөлгән яңылыҡтарға туҡталды һәм быларҙы бөгөн ата-әсәләр тулыһынса үҙҙәре үтеп ҡараясаҡ тип аңлатты.
Әйтергә кәрәк, районда йылдағыса 1-се Асҡар, Дәүләт урта мәктәптәрендә һәм Т. Кусимов исемендәге гимназия базаларында имтихан уҙғарыу пункттары урынлашасаҡ. Берҙәм дәүләт һынауҙары район үҙәгендәге пункттарҙа уҙһа, төп дәүләт имтихандарын биреүсе 9-сы класс тамамлаусылар, улар бик күмәк, өс урынға бүленәсәк. Имтихандар хәүеф-хәтәрһеҙ, өҙөклөктәрһеҙ уҙһын һәм уҡыусылар сәләмәтлегенә зыян килтермәһен өсөн БДИ ваҡытында МЧС, полиция, электр селтәрҙәре, медицина хеҙмәткәрҙәре уяу торасаҡ. Район хакимиәте хәстәрлеге менән уҡыусыларҙы туҡландырыу мәсьәләһе Әбйәлилдә йыл да ыңғай хәл ителеп килә. Ғәмәлдә иһә имтихандар осоронда уҡыусыларҙы ашатыуҙы ойоштороу бер ҡайҙа ла ҡаралмаған.
БДИ тапшырырға килеүсе өлкәндәр исемлек буйынса алты аудиторияға билдәләнде. Хас ысын имтихандағыса һәр кем паспортын күрһәтеп, металл эҙләгестәр менән тикшереү үткәндән һуң үҙ аудиторияһына юлланды. Әйтергә кәрәк, имтихан мәлендә телефон, шпаргалка, башҡа төрлө мәғлүмәт һаҡлаусы әйберҙәр менән ҡулланыу тыйыла. Акцияны ойоштороусылар өлкәндәргә бер ниндәй ҙә ташлама яһаманы, бөтә ҡәтғи талаптар ҙа еренә еткереп үтәлде – тышлығы сиселгән паспорт һәм ҡара гель ручкаһынан башҡа бер нимә лә индертмәнеләр.
Һәр предмет буйынса имтихан эшен башҡарыуға билдәле ваҡыт бирелә. Мәҫәлән, математиканың база өлөшөн тапшырыусыларға өс сәғәт етһә, профилле математикаға 3 сәғәт 55 минут бүленә, рус теленән имтихан өс сәғәт ярым дауам итә. Әйткәндәй, ваҡыт иҫәбе аудиторияла урынлашҡан станцияла КИМ-дарҙы ҡағыҙға сығарып, имтиханда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бланктарҙы тултырып бөткәс, тулы инструктаж үткәндән һуң ғына башлана. Ойоштороусылар имтихан тамамланырға ярты сәғәт, аҙаҡ 5 минут ваҡыт ҡалғанда уҡыусыларҙы был турала иҫкәртергә бурыслы.
Һайлау буйынса тарих фәненән имтихан тапшырыусылар мәктәп йылдарында үҙләштергән белем кимәлен өс сәғәт ярымда күрһәтергә тейеш. “Бергәләп тапшырабыҙ” акцияһында ҡатнашыусыларға имтихан һорауҙары байтаҡ ҡыҫҡартылғайны һәм уларҙы башҡарыуға бер сәғәт ваҡыт бирелде. Барыһы ла ысын имтихандағыса барҙы: принтерҙа КИМ-дар баҫылды, инструктаж үткәрелде, рандом рәүештә варианттар таратып бирелде, бланктар тейешенсә тултырылды. Миңә лә 002-се аудиторияла имтихан барышын күҙәтергә һәм белем кимәлемде самалап ҡарарға яҙҙы. Әлбиттә, бөтәһе лә көйлө генә булманы – кемдер яҙыуҙарҙы дөрөҫ тултыра алмай сәбәләнде, КИМ-дарҙы баҫтырғанда техник өҙөклөктәр килеп тыуыуы икенсеһенең сабырлығын һындырҙы, өсөнсөһө күҙлеген өйҙә онотоп ҡалдырып ваҡ яҙыуҙарҙы күрмәүе сәбәпле, имтихан эшен башҡарыуҙан баш тартты. Ысын БДИ-ла ошондай хәлдәр булмаһын өсөн уҡыу йылы дауамында әленән-әле “репетиция” имтихандары үткәрелә лә инде.
Имтиханда ҡатнашыусылар тарихи ваҡиғаларҙың йылдарын дөрөҫ итеп күрһәтеү, хронологик тәртиптә урынлаштырыу, уларҙың ҡатнашыусыларын билдәләләү, мәҙәниәт һәйкәлдәренең ҡайһы быуатта төҙөлөүен, авторҙарын асыҡлау буйынса тест һорауҙарына яуап бирҙе, тимер тәңкәлә, почта маркаһында сағылдырылған һүрәттәр, текста телгә алынған хәлдәр буйынса уларҙың ниндәй тарихи ваҡиғаларға бәйле булыуын “систе”, схема буйынса яуҙың исемен билдәләне, карта буйынса эш итте.
Тарихты күптән “тоҙлаған” ата-әсәләр һәм икенсе фәндәрҙән уҡытҡан уҡытыусылар өсөн имтихан еңел булманы. Ләкин мылтыҡтың атыуы түгел, ә шартлауы шарт тигәндәй, ата-әсәләргә берҙәм дәүләт имтихандарының ниндәй шарттарҙа үтеүен баһалау өсөн мөһим ине был сара. Шулай ҙа һәр кем балаһының сығарылыш һынауҙарына ни тиклем төплө әҙерләнергә тейешлеген аңлағандыр һәм был мәсьәләне өйгә ҡайтыу менән контролгә алғандыр, моғайын. Ә тырыштарға, маҡсатлыларға уңыш мотлаҡ йылмаясаҡ! Төрлө йылдарҙа тарих фәненән БДИ һайлаған уҡыусыларыбыҙ араһында юғары балл йыйыусылар әҙ түгел район мәғарифы тарихында. Мәҫәлән, 2022 йылда 1-се Асҡар урта мәктәбен тамамлаусы Юлиә Истамбаева уны 100 балға тапшырҙы, хәҙерге көндә ул – Мәскәү студенты.
Район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов та ата-әсәләр менән бергә БДИ тапшырҙы. Әйткәндәй, Руслан Ғөзәйер улы үҙе лә ваҡытында берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған.
– Беҙ БДИ-ның башында торған уҡыусыларбыҙ. 2003 йылда мәктәп тамамланым, мәғариф системаһына яңыса дәүләт һынауҙары өлгөһө индергән икенсе йыл ине. Район белем усаҡтары төбәктәр буйынса бүленеп, беҙ Йәнгел мәктәбендә математиканан имтихан тапшырҙыҡ. Мин 69 балл йыйҙым. Ул ваҡытта был ныҡ яҡшы күрһәткестәрҙең береһе ине. Район буйынса иң юғарыһы, яңылышмаһам, 79 балл булды шикелле. Хәҙер берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү процессы һәм уны үткәреү процедураһы тулыһынса камиллаштырылған. Был уҡыусыларҙың 90-100 балға тиклем һөҙөмтәләр күрһәтеүендә сағыла. Дөйөм алғанда БДИ-ға ыңғай ҡарайым. Элек Әбйәлил балалары башлыса Магнитогорскиҙан алыҫ китә алманы. Бөгөн Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла, Алыҫ Көнсығышта ла, Себер тарафтарында да беҙҙең студенттарыбыҙ бар һәм был сик түгел. Берҙәм дәүләт имтихандары ауыл балаларына алдынғы уҡыу йорттарының ишектәрен асыу менән бергә белем биреү системаһын яңы баҫҡысҡа күтәрҙе.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: