Мәғариф
13 Май 2024, 06:15

Голдберг машинаһын проектлау һәм төҙөү буйынса республика чемпионаты уҙасаҡ

Өфөлә өлкән класс уҡыусылары араһында конструкторлыҡ буйынса чемпионат үтәсәк. 

Голдберг машинаһын проектлау һәм төҙөү буйынса республика чемпионаты уҙасаҡГолдберг машинаһын проектлау һәм төҙөү буйынса республика чемпионаты уҙасаҡ
Голдберг машинаһын проектлау һәм төҙөү буйынса республика чемпионаты уҙасаҡ

Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия политехник мәктәбе 18 майҙа өлкән класс уҡыусылары араһында «Башҡортостандың ҡара алтыны» Голдберг машинаһын проектлау һәм төҙөү буйынса республика чемпионатын уҙғара, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә. Ярыш «Фән һәм университеттар» милли проекты бурыстарына ярашлы үткәрелә.

«Башҡортостандың ҡара алтыны» - абитуриенттар өсөн белем биреү уйыны, унда өлкән класс уҡыусылары университет менән таныша һәм иң яҡшы инженер ҡарарын ғәмәлгә ашырыуҙа командалар менән ярыша.

Башҡортостан мәктәптәренән ун команда инженер уйыны ярҙамында үҙҙәренең белемен һәм конструкция ҡороу оҫталығын күрһәтеү өсөн бергә йыйыласаҡ. Бер нисә сәғәт эсендә улар Голдберг машинаһын проектларға һәм төҙөргә тейеш. Турнирҙа уҡыусылар физика һәм математика буйынса белемдәрен, шулай уҡ командала эшләй белеүҙәрен күрһәтәсәк.

«Фән һәм университеттар» милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙе өҫтөнлөклө өлкәләрҙәге эшкәртмәләр буйынса донъя лидерҙары араһына сығарыу. Ғалимдарға илебеҙҙә йәшәү һәм эшләү уңайлы булһын өсөн шарттар булдырыла, был өлкәгә йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн фәнде популярлаштырыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса программа эшләй башланы. Тикшереүселәрҙе алдынғы ҡорамалдар һәм инфраструктура, шул иҫәптән «мегасайенс» класындағы уникаль ҡулайламалар һәм яңы ғилми суднолар менән тәьмин итәләр. Юғары уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттары һәм эшҡыуарлыҡ берлектәге проекттарҙа ҡатнашырға саҡыра, был илдең үҫеше хаҡына алдынғы асыштарҙы тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк файҙаланырға мөмкинлек бирә. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: ugntu.ru 

Автор:
Читайте нас