Мәғариф
16 Май 2024, 09:40

Уңыштары менән бәхетле ул

Таһир Кусимов исемендәге гимназияның музыка уҡытыусыһы Фәнилә Нөғәмәнова "Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаларында һөҙөмтәле остазлыҡ практикаһы" республика конкурсында "Иң яҡшы остазлыҡ практикаһы" лауреаты дипломына лайыҡ булды. 

Уңыштары менән бәхетле улУңыштары менән бәхетле ул
Уңыштары менән бәхетле ул

Бәйгенең положениеһына ярашлы, конкурстың тәүге этабында ҡатнашыусылар портфолио, презентация эшләй һәм дәрестән өҙөк күрһәтергә тейеш була. Бәйгелә ҡатнашырға бөтәһе 113 кеше заявка биргән, шуларҙың бик әҙе генә икенсе турға, йәғни, финалға үтә алған. Тәүге турҙы  үтеүселәр "Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе өҙлөкһөҙ күтәреү үҙәге"ндә финалда осрашты. 

- Мин "Мәғариф учреждениеһында заманса музыка дәресен проектлау" темаһына сығыш яһаным һәм лауреат исеменә лайыҡ булдым, - ти Фәнилә Мансур ҡыҙы. 

Мәғариф өлкәһендә күрһәткән юғары ҡаҙаныштары, намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Фәнилә Мансур ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән дә бүләкләнгән. 

Фәнилә Мансур ҡыҙының уҡыусылары район кимәлендә үткәрелгән барлыҡ сараларҙың сағыу йондоҙҙары ул. Йәш быуында сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән остаздың ижад емештәре әленән-әле ишәйһен, уңыштары менән һөйөндөрһөн! 

 

Уңыштары менән бәхетле ул
Уңыштары менән бәхетле ул
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас