Мәғариф
31 Май 2024, 05:00

Дәрес ваҡытында телефон ҡулланыу рәхсәт ителмәйәсәк

Балаларға мәктәпкә телефон алып килергә рөхсәт ителә, әммә дәрес ваҡытында уны ҡулланырға ярамай. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Дәрес ваҡытында телефон ҡулланыу рәхсәт ителмәйәсәкДәрес ваҡытында телефон ҡулланыу рәхсәт ителмәйәсәк
Дәрес ваҡытында телефон ҡулланыу рәхсәт ителмәйәсәк

Башҡортостанда рәсми рәүештә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» законға тейешле төҙәтмәләр индерҙе. Үҙгәрештәр федераль ҡануниәттәге төҙәтмәләрҙән һуң ҡабул ителде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе уҡыуҙа проект төбәк кимәлендә март айында ҡабул ителгәйне.

Балаларға мәктәпкә телефон алып килергә рөхсәт ителә, әммә дәрес ваҡытында уны ҡулланырға ярамай.  Уҡыусыларҙың, мәктәп хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә йәки һаулығына хәүеф янағанда, йәки башҡа ашығыс осраҡтарҙа дәрестә телефон менән файҙаланыу тыйылмай.

Был, үҙ сиратында, балаларҙың дәрес мәлендә уҡыуға иғтибар көсәйтәсәк, һөм, әлбиттә, белем сифатында ла сағыласаҡ.  Һәм һуңғы иҫәптә “Мәғариф” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас