Мәғариф
28 Июнь 2024, 09:47

Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша...

1-се Асҡар урта мәктәбенең 11-се «а» класын 16 уҡыусы тамамланы.

— Физика-математика йүнәлешле был класс унынсыға ҡалған балаларҙан былтыр формалаштырылды. Ә, ғөмүмән, мин уларҙы 6-сы кластан ҡанат аҫтыма алдым. Класым уҡыуға, эшкә һәләтле, актив һәм татыу булыуы менән һәр ваҡыт алдынғы булды. Улар менән һау буллашыуҙан күңелдә аңлатып биргеһеҙ яманһыу тойғо тора. Беҙ, уҡытыусылар, сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙы шулай эшкиндереп, үҙ балаларыбыҙҙай күреп эҫенеп оло юлға оҙатабыҙ. Тормошта урындарын табырҙармы,  теләгән һө-нәрҙәренә эйә булырҙармы, маҡсат-тарына өлгәшерҙәрме, тип борсолабыҙ. Ағымдағы сығарылышыма ышанысым ҙур,  улар мәктәптең, ата-әсәләренең һәм, тәү сиратта, үҙҙәренең өмөттәрен тулыһынса аҡлай алырҙар тип уйлайым, — ти класс етәксеһе Н. Й. Садиҡова.
1-се мәктәптең һәр уҡыу йылы аҙағында уҡыу һәм тәрбиә эше йомғаҡтары буйынса «Йыл класы»н билдәләү традицияһы бар. Меңдән ашыу бала белем алған, 5-6-шар параллель  класс уҡыған мәктәптә был маҡтаулы исемде яулауы еңелдән түгел. Мәктәп йылдары дәүерендә ун беренсе «а»-лар иһә уны өс мәртәбә — алтынсы, һигеҙенсе һәм унынсы класта алған. Ә Руслан Безбородов 8-се кластан башлап йыл һайын «Йыл уҡыусыһы» исеменең алыш-тырғыһыҙ лауреаты булған. Һәм улар ошо мәртәбәле исемдәрен берҙәм дәүләт имтихандарын да юғары балдарға тапшырыуҙары менән аҡлаған. Ун алтыһы ла һынауҙарҙы уңышлы үткән. Физика-математика йүнәлешле класс булһа ла, араларынан өс уҡыусы химия-биология фәндәренән БДИ биргән. Ике мотлаҡ тапшырылырға тейешле предметтарға килгәндә, бөтәһе лә математика буйынса имтихандың профилле өлөшөн һайлаған. Тәжрибәле математик Н. З. Әхтәмованың тырышлығы бушҡа китмәгән: Руслан Безбородов имтихан эшен — 95, Илназ Иҫәнаманов — 92, Камилла Хәйретди-нова — 88, Әмирхан Мырҙагилдин 82 балға башҡарған. Шуныһы ҡыуаныслы: бер генә «икеле» билдәһе алыусы ла булмаған. Ҡалғандарҙың һөҙөмтәһе нигеҙҙә 70 балдан юғары. Рус теленән Камилла, Илназ, Руслан өсөһө лә 86-шар, Әмирхан 81 балл йыйған (остаздары М. И. Мөхәмәтдинова). Физика буйынса Руслан — 92, Рушан Муллағәләмов 84 балл  (Э. Ғ. Ишҡолова) алған. Информатиканан имтиханды Илназ — 90, Руслан 85 балға яҙған (Г. Р. Насирова). Камилла иһә биологияны — 93 (И. К. Вәлиева), химияны 91 балға (Ә. Х. Вафина)  тапшырған. 
БДИ буйынса ағымдағы һөҙөмтәләр ҡыуаныслы, һәр уҡыусы үҙ мөмкинлеге кимәлендәге баһа алған. Барыһының да дәүләт һынауҙарын уңышлы үтеүендә маҡсатлы әҙерлек, дөрөҫ мотивация һәм профориентацион эш мөһим роль уйнаған. Бында ата-әсәләрҙең дә өлөшө ҙур. Сөнки баланы башкөллө уҡытыусы һәм мәктәп ҡулына ғына тапшырып ҡалмаған улар. Имтихандарға әҙерлек ваҡытында һәр мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышҡандар, өҫтәмә рәүештә шөғөлләнеү өсөн онлайн курстар, вебинарҙар һатып алыуға, репетиторҙарға аҡсаларын йәлләмә-гәндәр. 11-се класс уҡыусылары Магни-тогорск дәүләт техник университетына «Асыҡ ишектәр көнө»нә барған, район мәғариф бүлеге ярҙамы менән баш ҡалабыҙ Өфөләге уҡыу йорттары буйлап маҡсатлы сәфәр ойошторолоуы ҡайһы бер уҡыусылар өсөн киләсәкте хәл иткес әһәмиәткә эйә булған. 
Өфө дәүләт нефть-техник универ-ситетында, фән һәм технологиялар университетында, медицина, педагогик һәм аграр вуздарҙа, студенттар кам-пусында үҙҙәренең күп һорауҙарына яуап тапҡандар. 

Быға тиклем Мәскәүгә, Питерға йәиһә Ҡазанға уҡырға китеү тураһында хыял иткән күптәренең ҡарарҙары үҙгәргән, Башҡортостан юғары уҡыу йорттары иң яҡшы тәьҫораттар ҡалдырған. 
Һәм бына БДИ-ны юғары һөҙөмтәләргә биреү Асҡар мәктәбе уҡыусыларының хыялдарын яҡынайтҡан. Күптәренә теләгән уҡыу йортта-рының ишектәре асыҡ тиергә лә булалыр, моғайын, һәм шулай була күрһен! Сөнки имтихан балдарынан тыш, мәктәпте миҙалға бөтөү, төбәк кимәлендәге олимпиадалағы ҡаҙаныштар, йәш армиясылар һәм ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыу уҡырға ҡабул итеү конкурсында уларға тағы ла өҫтәмә балдар бирәсәк. 
— Уҡыусыларымда берҙәмлек, тәртип һәм дисциплина кеүек сифаттар тәрбиәләүҙе маҡсат иттем. Берҙәмлек тойғоһо класс өсөн ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашҡанда, походтарға йөрөгәндә, сәфәрҙәрҙә нығынды.  Бөтә Әбйәлилде урап сыҡтыҡ, тәбиғәтебеҙҙең хозур урындарын күрһәттем, Абҙаҡ, Магнитогорск аквапарктарында, кинотеатрҙарҙа, музей-зоопарктарҙа булдыҡ, Ҡазан ҡалаһына сәйәхәт ҡылдыҡ. Коронавирус башланып, Санкт-Петербургҡа ғына бармай ҡалдыҡ. Тәртип иһә даими тәрбиәүи эш алып барыуҙың һөҙөмтәһе. Уҡытыусы коллегаларымдың: «Класыңда үҙеңдән башҡа тағы ике класс етәксеһе бар», — тиеүендә, ысынлап та, дөрөҫлөк бар. Аделина Шакирова менән Азалия Нәжметдиноваға гелән таяна алдым. Уларҙың лидерлыҡ һәм ойоштороу һәләттәре көслө. Класым эшһөйәрлеге менән дә айырылып торҙо: үҙҙәре белем алған мәктәп, үҙҙәре йәшәгән Асҡар ауылы биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләрҙә һәр саҡ дөргөн ҡатнаштылар, тимур командаһы менән ололарға ярҙам итергә лә йөрөнөк. 11-се класҡа барыһы ла эшкә һәләтле, үҙаллы, ғәмле, тәртипле, бөхтә ҡыҙ-егеттәр булып үҫеп еттеләр. Һуңғы уҡыу йылында һалған хеҙмәтемдең изге емештәрен генә йыйҙым, — ти Нәйлә Йомаҙил ҡыҙы.
Был сығарылышҡа илһөйәрлек тәрбиәһе лә һалынған. Мәктәптә һәр уҡыу аҙнаһы дәүләт гимндары аҫтында байраҡ күтәреүҙән, класс сәғәттәре мөһим хәлдәр тураһында һөйләшеү-ҙәрҙән башланған. Улар иң тәүгеләр булып Өфө янындағы «Авангард» уҡыу-методик үҙәгендә хәрби йыйында ҡатнашҡан. Район күләмендәге Еңеү парадында һәр яҡтан алдынғы егеттәргә байраҡ индереү бурысы йөкмәтелгән. Ҡыҙҙар йәштәр-үҫмерҙәр клубының ирекмәндәр хәрәкә-те эшендә әүҙемлек күрһәткән: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ылауҙар туплауҙа ҡатнашҡан. Дәүләт һынауҙарына әҙерлек араһында быйыл да изге эштән туҡтамаған Аде-лина Шакироваға ирекмән таныҡлығы биреләсәк. 
Мәктәптең мәҙәниәт тормошонда ла, спортта ла, йәмәғәт эштәрендә лә ал бирмәгән ун беренселәр. Былтыр Руслан Безбородов, Рушан Муллағәләмов, Денис Ғәббәсов, Әмирхан Мырҙа-гилдин һәм Динар Садиҡов «DOT» тип аталған вокал-инструменталь ансамбль төҙөгән. Уларҙың дәртле сығыштары мәктәптә үткән сараларҙы биҙәгән, «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһында ла сығыш яһағандар.
Ата-әсәләр араһындағы берҙәмлек тураһында ла бер кәлимә һүҙ әйтке килә. Уларҙы үҙ-ара туғандарса йылы хистәр бәйләүендә Нәйлә Йомаҙил ҡыҙының класс етәксеһе генә түгел, ә ошо класта әсәй ҙә булыуының йоғонтоһо ҙур. Бөтә  кластан тыш сараларға ата-әсәләрҙең йәлеп ителеүе, хатта өләсәйҙәрҙе лә ситтә ҡалдырмау-ҙары, тәрбиә эшендә кәңәшләшеп эш итеүҙәре киләсәктә, һис шикһеҙ, изге емештәрен бирмәй ҡалмаҫ.
Бөгөн-иртәгә Әбйәлилдә сығарылыш кисәләре үтә. Иртәгә 11-се «а» класы уҡыусылары ла ғүмерҙәренең мәктәп йылдарын үҙ эсенә алған баласаҡ тигән сағыу битен ябып, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫасаҡ, ҡулдарына аттестат аласаҡ. Әйткәндәй,  уларҙың  етәүһе мәктәпте миҙалға тамамлай. Рәсәй Фән министрлығының ағымдағы уҡыу йылынан көсөнә ингән яңы бойороғон үтәп, быйылдан мәғариф системаһында «Уҡыуҙағы айырым ҡаҙаныштары өсөн» I һәм II дәрәжәләге йәғни алтын һәм көмөш миҙалдар бирелә башлай. Уға ярашлы, Камилла Хәйретдинова, Руслан Безбородов һәм Илназ Иҫәнаманов — алтын, Аделина Шакирова, Азалия Нәжметдинова, Лиана Мусина һәм Динар Садиҡов көмөш миҙалға лайыҡ. Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар-егеттәр!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас