+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июль , 18:34

Туризм инфраструктураһын үҫтереүгә 3,9 миллиард һум йүнәлтелгән

2023-2024 йылдарҙа Башҡортостанда туризм инфраструктураһын үҫтереүгә 3,9 миллиард һум йүнәлтелгән, шуларҙың 1,6 миллиарды – дәүләт ярҙамы, ә 2,3 миллиарды – инвесторҙарҙың үҙ аҡсаһы. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Туризм инфраструктураһын үҫтереүгә 3,9 миллиард һум йүнәлтелгән
Туризм инфраструктураһын үҫтереүгә 3,9 миллиард һум йүнәлтелгән

Кемпингтар һәм глэмпингтар модулдәрен урынлаштырыуға 2,4 миллиард һум йүнәлтелгән, шуларҙың 1 миллиарды – дәүләт ярҙамы һәм 1,4 миллиарды – инвесторҙар аҡсаһы. 32 муниципалитетта 750-нән ашыу номер фондын булдырыу буйынса бөтәһе 78 инвестиция проекты хупланған. Иң күп проекттар Белорет, Әбйәлил һәм Ҡариҙел райондарында тормошҡа ашырыла. Алынған субсидияларҙы улар булған базаны киңәйтеүгә һәм яңы бөтә миҙгел модулдәрен төҙөүгә йүнәлтә. 2024 йылда Башҡортостан республикаһы туризмдың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен үҫтереүгә 166,2 миллион һум күләмендә берҙәм федераль субсидия алған. Йәлеп ителгән средстволар күләме буйынса республика – Волга буйы федераль округында өсөнсө урында килә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: