+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Июль , 17:42

Белем көнөндә алты яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса

Ағымдағы йылда Башҡортостанда дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу федераль программаһы буйынса 31 мәктәп ремонтлана.  #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Белем көнөндә  алты яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса
Белем көнөндә алты яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса

Алты уҡыу йорто 1 сентябрҙә үҙ ишектәрен асасаҡ. Республика Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, биналарҙы капиталь ремонтлауҙы һәм йыһазландырыуҙы 2024 йылдың 1 сентябренә, ә эштәрҙе тулыһынса 2024 йылдың декабрь аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар. Был проектты тормошҡа ашырыуға 1,8 миллиард һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән 1,48 миллиард һум – федераль бюджеттан. Бынан тыш, Башҡортостан бюджетынан был мәктәптәрҙең биләмәләрен төҙөкләндереүгә 50,4 миллион һум бүленгән. Яңыртылған белем биреү учреждениеларын заманса ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырыуға федераль һәм төбәк бюджеттарынан 60,6 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.Ҡалған 25 учреждение 2025 йылда асыласаҡ.

      Әйткәндәй, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса илдә лидерҙар иҫәбенә инде.  Ике йыл эсендә был программа буйынса республикала 140 мәктәп бинаһы яңыртылған, ә 2026 йылдың аҙағына  бөтәһе 214 уҡыу йорто яңыртыласаҡ. Бынан

тыш, Башҡортостандың Мәғариф Һәм Фән министрлығы 2025-2027 йылдарға тағы 360 мәктәп бинаһын капиталь ремонтлауға өҫтәмә ғариза ебәргән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауға йүнәлтелгән федераль программаны юғары баһалай.

“Президент Владимир Путин башланғысында эшләүсе, дөйөм белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу программаһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп һанлы мәктәптәрҙе тәртипкә килтерергә ярҙам итте.  Эште артабанда дауам итер өсөн, балалар баҡсалары, колледждар һәм ятаҡтар буйынса атҡарыласаҡ эштәр буйынса ғаризалар әҙерләргә кәрәк” - тигән Радий Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: