Район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Илнур Илһамов етәкселегендәге махсус комиссия менән берлектә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙары, мәктәп директорҙары Күсем руднигы, Ташбулат, Байым, Рәхмәт, Аһылай, Яңы Балапан, Хәмит, Буранғол мәктәптәренең яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе.
Белем усаҡтары күркәм төҫ алһа ла, быйылғы ямғырҙар арҡаһында мәктәп яны участкалары ҙур зыян күргән. Ямғырҙар мәлендә ултыртылған йәшелсәләр, сәскәләр йыуылған, шуға ла баҡса, сәскәлектәр быйыл әллә ни ҡыуандырырлыҡ түгел.
Курорт төбәгендә урынлашҡан Күсем руднигы мәктәбендә уҙған уҡыу йылында 224 бала белем алған. Сығарылыш уҡыусыларынан 3 уҡыусы мәктәпте миҙалға тамамлаған. Киләһе уҡыу йылына уҡыусылар һанының күберәк булыуы көтөлә, Беренсе класта ике параллель класс буласаҡ. Яңы уҡыу йылына тәҙрәләр һәм тупһа, кабинеттарҙа стендтар алмаштырылған. «Цифрлы белем биреү мөхите» программаһы менән белем усағына 1 телевизор, 28 ноутбук һәм 4 принтер алынған. Шулай уҡ физика, химия, биология фәндәре буйынса «Үҫеш нөктәһе» булдырылған. Быйылғы йылда мәктәп яны участкаһына «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса спорт майҙансығы төҙөләсәк. Мәктәп баҡсаһында йылдағыса помидор, ҡыяр, сөгөлдөр, ҡабаҡтар ултыртылған, ҡарағат, сейә, ағас еләге, алмағастар мул уңыш биргән.
Иң күп эш Ташбулат мәктәбендә атҡарылған. Бында 298 уҡыусы белем алған, тағы ла улар үткән уҡыу йылында Белгород балаларын да үҙҙәренекеләй күреп йылы ҡосағына һыйындырҙы. Сығарылыш уҡыусыларының өсәүһе мәктәпте миҙалға тамамлаған. Быйылғы йылда беренсе класҡа 18 бала килеүе көтөлә. «Цифрлы белем биреү мөхите» программаһы менән 33 ноутбук, 2 телевизор, 1 принтер алынған. «Үҫеш нөктәһе» буйынса ОБЖ, информатика, шахмат кабинеттары йүнәтелгән. «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса юл хәрәкәте ҡағиҙә-ләре кабинеты булдырыласаҡ, әлегә светофор, юл хәрәкәте билдәләре, стендтар һатып алынған. Өс кабинетҡа яңы жалюзиҙар ҡуйылған. Ҡыҙҙарға хеҙмәт дәрестәрендә бешеренергә өйрәнер өсөн «Йорт хужалығы» кабинеты эшләнгән, унда эҫе һыу ҙа үткән. Интернат бинаһында 103 мең һумға яңы иҙән һалынған, 150 мең һумға 7 тәҙрә пластикка алмаштырылған. Мәктәп яны участкаһы ла шәп ине ташбулаттарҙың. 800 төп кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм кишер, помидор, ҡыяр ултыртылған. Арпа ла сәскәндәр, көҙ сабып, ерҙе яңынан һөрөргә ниәтләйҙәр.
Байым мәктәбе 2009 йылда реконструкция үткән. Бында спорт залы, музей, ашхана, гимнастика, психология, бейеү бүлмәләре, тренажер залы, 16 кабинет бар. Кабинеттарҙың бөтәһе лә телевизор йәиһә проектор менән тәьмин ителгән. Мәктәп лагеры ике йыл рәттән «Урал батыр» эпосы тәңгәлендә эш алып бара, шуға күрә лә коридорҙа Тал Ҡусҡары ауылы егете Урал Таһиров төшөргән ҙур һәм сағыу рәсем урын алған. Шулай уҡ эпос геройҙарының макеттары эшләнгән. 2022 йылда «Цифрлы белем биреү мөхите» программаһы менән мәктәпкә ноутбуктар, телевизорҙар, принтерҙар алынған. «Үҫеш нөктәһе» химия, физика фәндәре буйынса эшләй.
— Әлеге ваҡытта 19 уҡытыусы эшләй, яңы уҡыу йылында йәш белгес эш башлаясаҡ, — тип таныштырҙы мәктәп директоры Зилә Зарипова үҙенең йәш уҡытыусыһы Илсен Шаһыбалов менән.
Илсен Шаһыбалов — Байым мәктәбенең сығарылыш уҡыусыһы. Уҡыусы сағында бейеү менән шөғөлләнгән, спорт ярыштарында һәр саҡ алдынғы урындарҙы яулаған. Һуңынан Сибай педагогия колледжын физкультура йүнәлеше буйынса тамамлаған. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға ингән. Әле ул 3 курсты тамамлаған.
Рәхмәт мәктәбе 2006 йылда сафҡа ингән. 115-120 бала менән башланған мәктәптә бөгөнгө көндә 77 бала иҫәпләнә. Бында Яйҡар, Аһылай ауылдарынан йөрөп уҡыйҙар.
Уҡыусыларҙың үҙҙәренең көсө менән 6 телевизор һатып алынған, физика, химия, биология фәндәре буйынса «Үҫеш нөктәһе» эшләй. «Беренселәр хәрәкәте» ағзалары үҙ-ара кәңәшләшеп эшләһен өсөн айырым бүлмә булдырғандар. Музейҙары ла бай рәхмәттәрҙең: бында тыуған яҡты өйрәнеү, мәктәп тарихын сағылдырған һәм геройҙарға арналған бүлмәләр бар. Мәктәп яны участкаһына йылдағыса кишер, сөгөлдөр ултыртылған, еләк мул уңыш биргән. Петуниялар, флоксалар, бәрхәт сәскәләре күҙ яуын алып тора.
33 бала иҫәпләнгән Аһылай мәктәбендә быйылғы уҡыу йылында 1 класҡа бер бала киләсәк. Бында 5 кабинет, ашхана һәм директор бүлмәһе бар. Бөтә ергә лә косметик ремонт яһалған. Кәрәк-яраҡ-тарҙы һалырға келәт яңыртылған. Кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер ултыртылған, алмалары уңған. Башҡа мәктәптәрҙән айырмалы рәүештә бында сәскәләрҙең төрлө-төрлө булыуы күҙгә ташланды.
Яңы Балапан мәктәбендә 152 бала иҫәпләнә. «Уҡыусыларҙың инициатива-һын бюджетлау» проекты буйынса тантаналар үткәрә торған майҙансыҡ эшләнгән. Спорт майҙансығы яңынан кәртәләнгән. Физика, химия, биология фәндәре буйынса «Үҫеш нөктәһе» булдырылған, белем усағына косметик ремонт яһалған. Сәскәләр ҙә, йәшелсәләр ҙә ямғырҙан зыян күргән.
Хәмит мәктәбенең спорт залына ҙур ремонт яһалған. Быйыл ун беренсене 2 егет тамамлаһа, беренсе класҡа 4 бала киләсәк. Мәктәп яны баҡсаһына 295 төп кәбеҫтә ултыртылған, сөгөлдөр, кишерҙәр сәселгән. Теплица бар.
Буранғолдар йылдағыса шәп баҡса үҫтергән: 398 төп кәбеҫтә, 68 түтәл кишер, 43 түтәл сөгөлдөр, 5 түтәл һуған, 21 төп ҡабаҡ һәм картуф ултыртылған. Мәктәптә 150 бала иҫәпләнә. 11 класты 8, 9 класты 22 бала тамамлаған, ләкин быйыл беренсе класҡа килеүсе бер бала ла юҡ. «Үҫеш нөктәһе» физика, химия, биология фәндәре буйынса булдырылған, ул кабинеттар икенсе төҫтәргә буялған. Интернатҡа балалар баҡсаһы күсәсәк, шуға унда ла ҙур ремонт башҡарылған.
Мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына ҡабул итеү барышында электр үткәргестәренең, автоматик янғын сигнализацияһының һәм янғын ваҡытында кешеләргә хәбәр итеү системаларының төҙөклөгөнә айырым иғтибар бүленде, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендәге, юл хәүефһеҙлеге торошона бәйле документтар ентекле тикшерелде. Видеокүҙәтеү системаһының эше лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
— Беҙҙең бурыс — белем биреү процесының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәптәр уҡыусыларҙы яңыртылған килеш ҡаршы алһын, уларға мәктәптәрҙә уҡыу процесы уңайлы булһын өсөн ҙур эш башҡарылған. Ә мәктәп етәкселәренә һәм уҡытыусыларҙың һәр береһенә айырым ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Уларҙың хеҙмәте хөрмәткә лайыҡ. Уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм дә балалар берҙәм булһындар. Берҙәм булғанда ғына яҡшы һөҙөмтәләргә, уңышҡа өлгәшеп була, — тине комиссия алдында сығыш яһап Илнур Вил улы.
Ғөмүмән алғанда, райондың үрҙә һанап үтелгән белем усаҡтары уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылына ҡабул итергә әҙер, тик күп мәктәп директорҙарын демография хәле борсой. Был иһә йәштәрҙең ауылда ҡалмауы, уларға эш булмау сәбәпле, ҙур ҡалаларға китеүе менән бәйле. Комиссия ағзалары тарафынан әйтелгән етешһеҙлектәр 1 сентябргә тиклем төҙәтеләсәк, тип ышандырҙы мәктәп директорҙары.
Иң мөһиме, ил-йорт имен булып, ҡыҙҙар-малайҙарға йәнә мәктәптәрҙә ҡыңғырау яңғырауын ишетергә, яратҡан класы, уҡытыусылары менән осрашып, мәктәп парталары артына ултырырға насип булһын.