Сағыштырыуөсөн, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда күрһәткес – 2,3 проценттан юғарыраҡ булған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктең хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында һөйләне. Ведомство етәксеһе хәбәр итеүенсә,
Хеҙмәт баҙарында тотороҡлолоҡ, мәшғүллекте дәртләндереү буйынса федераль программаларында ҡатнашыу, төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу ярҙамында өлгәшелгән.
- Төбәктән ситтә вахта ысулы менән эшләүсе республика халҡының һанын кәметеү өсөн «Башҡортостан вахтаһы» проекты эшләй башланы. Уның маҡсаты – вахтасыларға Башҡортостанда эш табырға ярҙам итеү. Муниципалитет хакимиәттәре һәм мәшғүллек үҙәктәре менән бергә асыҡ кадрҙар һайлап алыуҙарын үткәрәбеҙ. – ти республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Йылбашынан алып 20-нән ашыу ошондай сара үткәрелгән, унда 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Һөҙөмтәләреспубликаның баш ҡалаһынан ситтә йәшәгән 215 кеше «ОДК–УМПО» производство берекмәһендә эшкә урынлашҡан.
Шулайуҡ республикала әүҙем эшләүсе федераль программаға ярашлы, граждандарҙың айырым категорияларын эшкә урынлаштырған эш биреүселәргә эш хаҡы сығымдарының бер өлөшөн компенсациялау ҡарала.Был программа буйынса 2024 йылда 2,5 меңдән ашыу йәш кешене 400 эш биреүсе эшкә урынлаштырған, уларҙың 87 проценты эшсе һөнәрҙәр буйынса вакансиялар буйынса.
Республиканың хеҙмәт баҙарындағы хәл, тотош илдәге кеүек үк, хеҙмәт дефициты характерында. Эшсе һөнәрҙәр буйынса вакансиялар өлөшө – 67,1 процент тәшкил итә.
Башҡортостан Башлығы РадийХәбиров эшсе һөнәрҙәр кадрҙары етешмәү мәсьәләһен хәл итергә кәрәклеген билдәләй. Республика етәксеһе төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығына урта махсус уҡыу йорттарында уҡыусылар һанын арттырыу буйынса саралар күрергә ҡушҡан.