Йөкләмә 17 августа Стәрлетамаҡта үткән август педагогик кәңәшмәһендә яңғыраны. Республика бөтә уҡытыусылар өсөн шифаханаға путевкаларҙы тулыһынса түләй алмаясаҡ, әммә билдәле бер һандағы уҡытыусыларҙы йыл һайын һауыҡтырыу өсөн «ниндәйҙер финанслау» табырға кәрәк, тип билдәләне Р. Хәбиров.
Был көндө республика Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙарына 17 яңы автобус асҡысын тапшырҙы. Транспорт саралары 12 район, Күмертау, Сибай һәм Өфө мәктәптәренә тәғәйенләнгән. Беҙҙең райондан Амангильде урта мәктәбенә ошонда автобус бирелде.