Стәрлетамаҡҡа республиканың төрлө район-ҡалаларынан мәктәп директор-ҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, уҡытыусылар, методистар һәм ата-әсәләр комитеттары ағзалары йыйылды. Район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙыева етәкселегендә мәғариф бүлеге белгестәре, мәктәп директорҙары, директор кәңәшселәре делегация составында кәңәшмә эшендә ҡатнашты. Улар кәңәшмәнең ете майҙансығында эшләне. Майҙансыҡтарҙа төрлө һорауҙар ҡаралды. Мәғариф сәйәсәтенең стратегик мәсьәләләре, мәктәптәрҙең үҙ-үҙен тикшереү, мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының эш программаларын, белем биреү йөкмәткеһен яңыртыу һымаҡ көнүҙәк мөһим мәсьәләләр тикшереүгә сығарылды.
Уҡыусыларҙы тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙам нигеҙендә педагогтарҙың ғаилә менән үҙ ара эш итеү моделен булдырыу, махсус һәм инклюзив дөйөм белем биреү системаһын формалаштырыу аша үҫтереү ҙә төп маҡсаттар булды. Көнүҙәк мәсьәләләр, бурыстар һәм өҫтөнлөклө йүнәлештәр, туған телдәрҙе уҡытыу өлкәһе һәм бик күп фәһемле, актуаль һорауҙар күтәрелде.
Кәңәшмәнең бер майҙаны булған 3-сө Башҡорт лицей-интернаты һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла «Башҡортостан Республикаһында Дәүләт тел сәйәсәте: төбәк тәжрибәһе һәм тормошҡа ашырыу перспективалары» тип аталған дискуссия майҙансығында ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин сә-ләмләне.
Стәрлетамаҡтың 63-сө полилингваль күп профилле мәктәп нигеҙендә үткән кәңәшмәнең пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров ҡатнашты. Үҙенең сығышында ул республика мәғариф системаһын үҫтереүҙең төп бурыстарын билдәләне.
Башҡарылған эшкә йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы, мәғариф сифаты менән идара итеүҙең төбәк механизмдарын баһалау буйынса республика төбәктәр рейтингында 2020 йылда 71-се урындан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса 17-се урынға күсте, тип билдәләне.
Республика башлығы, шулай уҡ, юғары уҡыу йорттары араһында студенттар кампусы төҙөлөшө хаҡында һөйләне, полилингваль белем биреүҙе үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлде.
Уҡытыусыларҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу тураһында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдан алып уҡытыусыларға республиканың шифахана-курорт учреждениеларына берлектә финанслау шарттарында ике аҙналыҡ путевкалар бүлергә тәҡдим итте. Республика етәксеһе Профилле министрлыҡтарға был мәсьәләне тикшерергә һәм бер ай эсендә тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Радий Хәбиров белем биреү учреждениелары директорҙарына 17 яңы автобус асҡысын тапшырҙы. Улар араһында Амангилде мәктәбе директоры Зарема Ғайсина ла өр-яңы мәктәп автобусын ҡабул итеп алды. Белеүегеҙсә, мәктәп авария хәлендә булыу сәбәпле ябылды, ә уҡыусылар төрлө мәктәптәргә йөрөп уҡырға мәжбүр. Хәҙер балалар «Вектор NEXT» маркалы, навигация системаһы менән йыһазландырылған, заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән яңы автобустарҙа уҡырға йөрөйәсәктәр.
Гөлнара ШАКИРОВА.