Исем бирелгән педагогтарға ҡала бюджетынан 50 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата дәртләндереү түләнәсәк. Ә йыл һайын был исемгә 16 уҡытыусыһы дәғүә итә ала.
– Һис шикһеҙ, дөрөҫ ҡарар ҡабул ителде. Киләһе йылға премия күләмен һәм бүләкләй алған уҡытыусылар һанын арттырыу мәсьәләһен мотлаҡ тикшерергә кәрәк.
Беҙҙә ҙур эш стажы булған талантлы уҡытыусылар күп, - тип билдәләгән ҡала Советы рәйесе Марат Вәсимов.
Хәтерегеҙгә
төшөрәбеҙ, 2020 йылда Өфө ҡала советы депутаттары шундай уҡ «Өфө ҡалаһының Почетлы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» исеме тураһында положение ҡабул итәләр. Уны тармаҡта 20 йылдан кәм булмаған эш стажы булған хеҙмәткәрҙәргә шәхси ҡаҙаныштары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә һөҙөмтәле эше өсөн бирелә.