- Бәләкәй форматлы сауҙаны үҫтереү өсөн Башҡортостанда бөтә кәрәкле норматив акттар ҡабул ителгән. Атап әйткәндә, хәҙер сауҙа объекттарын ҡуртымға алыу килешеүҙәрен ете йылға тиклем оҙайтырға, шулай уҡ тауарҙарҙы сауҙа үткәрмәйенсә мобиль һатыу өсөн урындар бирергә мөмкин, – тип белдерә Алексей Гусев. Һуңғы өс йылда республикала стационар булмаған сауҙа объекттары һаны 15 процентҡа, йәғни 7,5 меңгә тиклем артҡан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарлыҡтың был өлкәһе динамикаһын юғары баһалай, әммә объекттарҙың эстетик өлөшөн күҙәтергә кәрәклеген билдәләй.
“Ҡайһы бер стационар булмаған сауҙа нөктәләре насар торошта. Был объекттарҙы берҙәм стандартҡа килтерергә кәрәк, – ти ул.
2024 йылда Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса үҙҙәре үҫтергәнде һатыусыларға, 334 майҙансыҡта 4 меңдән ашыу урын бушлай бирелгән. Сауҙа инфраструктураһының мөһим өлөшөнә әйләнгән йәрминкәләрҙе үҫтереү айырыуса иғтибар талап итә. 2024 йылда ғына 300 майҙансыҡта 12,5 меңдән ашыу йәрминкә үткәрелгән, 14 мең самаһы сауҙа урыны бирелгән, был урындағы етештереүселәрҙең һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың продукцияһын һатырға мөмкинлек биргән. Башҡортостан
Йәрминкәләрҙә сауҙа урындары һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.