-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь , 15:21

Илһөйәрлек тойғоһо – балалар баҡсаһынан

Ватансылыҡ төшөнсәһе киң мәғәнәгә эйә. Балаларҙа был хисте тәрбиәләүҙе туған телдән башҡа тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Баланың аңы үҫеүе, белеме артыуы, ысынбарлыҡты танып-белеүе һәм ыңғай кешелек сифаттарына эйә булыуы уның үҙ туған телен белеүенә бәйле.

Ватансылыҡ төшөнсәһе киң мәғәнәгә эйә.  Балаларҙа был хисте тәрбиәләүҙе туған телдән башҡа тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Баланың аңы үҫеүе, белеме артыуы, ысынбарлыҡты танып-белеүе һәм ыңғай кешелек сифаттарына эйә булыуы уның үҙ туған телен белеүенә бәйле. Шуға күрә телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, оло ихтирам хистәре тәрбиәләгәндә башҡорт халҡының милли мираҫына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ.
Республикала йыл дауамында туған телебеҙгә  ҡағылышлы бик күп саралар үткәрелә. Балалар ѳсѳн дә, ата-әсәләр, тәрбиәселәр ѳсѳн дә был саралар бик фәһемле, үҙенә күрә бер ҙур үҫеш. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең үҙҙәренә лә, кескәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, тѳрлѳ конкурстарҙа ҡатнашыу оҡшай. Бала хәтере ныҡ була, ошондай матур байрамдар балалар күңелендә мәңге һаҡлана.

Р. Ф. ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: — Беҙ йыл һайын туған телдәр көндәрен, милли кейем байрамын үткәрәбеҙ. Былар барыһы ла мәҙәниәт үҫешенең мөһим өлөшө булып тора, уны юғалтырға ярамай.

Район үҙәгендә урынлашҡан “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһында ниндәй генә саралар уҙмаһын, Айгөл Зарипова шуларҙың уртаһында. Әүҙем ҡыҙ алсаҡлығы, ябайлығы менән үҙенә йәлеп итеп тора. Башҡорт теленән республика кимәлендә уҙған олимпиадала шиғыр һөйләү буйынса муниципаль конкурста ҡатнашып “Атам теле! Әсәм теле! Минең телем!” мәртәбәле урын яуланы. “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурсында беренсе урын алып грамота менән бүләкләнгән. Уларҙан тыш грамоталары, дипломдары бихисап. Тырыш ҡыҙ бейеү түңәрәгенә лә йөрөй.  Бар яҡтан да уңған ҡыҙға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын, мәктәптә лә һынатмаҫ тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Айгөл МӘСӘЛИМОВА, тәрбиәсе: — Башҡорт төркөмө булараҡ тәрбиәләнеүселәремде башҡорт теле буйынса бер саранан да ситтә ҡалдырмайым. Беҙҙең маҡсат кесе йәштән үк башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, һүҙ байлығын арттырыу, милли йолаларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә иғтибар бүлеү. Тыуған илгә, ергә тоғро ҡалыу.

Балалар баҡсаларында уҡ кескәйҙәрҙә башҡорт теленә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү, әсә теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, төрлө алымдар ҡулланып уны ѳйрәтеү, тәрбиәселәргә нисек кенә эшләргә ауыр булмаһын, туған телде өйрәтеү бурыс итеп ҡуйылған.
Г. СОЛТАНОВА.

Читайте нас: