+2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь , 15:10

Яңы уҡыу йылына шәп бүләк

Буранғол урта мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” асылды

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә беҙҙең районда бөтәһе 22 «Үҫеш нөктәһе» асылды. Бындай үҙәктәр булдырыуҙың төп  маҡсаты — ауыл ерендә белем биреү сифатын күтәреү өсөн шарттар булдырыу, тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге уҡыу предметтарын үҙләштереүҙә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү.
Буранғол урта мәктәбендә — оло тантана. Белем усағында “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты сиктәрендә булдырылған “Үҫеш нөктәһе” асылды.

— Беҙ белем биреүгә ныҡлы иғтибар бирәбеҙ. Балаларыбыҙ төпкөл ауылдарҙа ла, ҡала мәктәптәрендә уҡыһа ла сифатлы белем биреү һәм тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар булдырылыуы мөһим, — тип билдәләне үҙенең БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән белем усағы алдында линейка уҙҙы. Мәктәп коллективы һәм уҡыусыларҙың оло шатлығын район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙиева уртаҡлашты, яңы үрҙәр теләне. Иң тәүҙә башҡортса һөйләшкән өсөн балаларҙы маҡтаны.
— Буранғолға килһәм, малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың башҡортса һөйләшкәндәрен тыңлап, ҡыуанып ҡайтам. Гел шулай тыуған телегеҙҙе яратығыҙ, рухлы телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ. Булмышығыҙ менән башҡорт булығыҙ, — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы. — Бөгөн мин бик шатмын, мәктәбегеҙҙә “Үҫеш нөктәһе” асыла, бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған физика, биология һәм химия кабинеттары булдырылды. Улар буш тормаһын, дәрестән тыш, түңәрәктәргә йөрөгөҙ. Заманса бөтә алымдарҙы файҙаланып, төплө белем алырға тырышығыҙ, һеҙгә хәҙер бөтә шарттар бар. Уҡытыусыларығыҙ, ата-әсәләрегеҙ һеҙгә бөтә мөмкинлектәрҙе бирә. Буранғол уҡыусыларына әйтер һүҙем шул: һеҙҙең алда киң офоҡтар асыҡ, белем алығыҙ, үҙегеҙҙе төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарағыҙ һәм киләсәктә ауылығыҙҙың ғорурлығы  булығыҙ.
Буранғол урта мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Земфира Хәлилова ҡотланы.
— Һуңғы йылдарҙа мәктәптә белем һәм тәрбиә биреү генә түгел, балаларҙы һәр яҡлап үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Төрлө программалар аша белем усаҡтарының матди-техник базаһы нығытыла, бөтә шарттар булдырыла. Мәҫәлән, Буранғол мәктәбендә “Мәктәптәрҙә — спорт көрәше” проекты буйынса милли көрәш залы асылды, уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау программаһы буйынса хореография залын заманса йыһазландырыуға өлгәштек, — тине Земфира Салауат ҡыҙы. — Бөгөн “Мәғариф” милли проекты ярҙамында беҙҙең мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асыла. Өс кабинетты йыһазландырҙыҡ. Улар химия уҡытыусыһы Илүзә Усманова, физика уҡытыусыһы Миңзәлә Сәлмәнова һәм биология уҡытыусыһы Гөлназ Тайыпова ҡулында буласаҡ. Хәҙер беҙҙең уҡыусылар тәжрибәле остаздары ярҙамында тәбиғи фәндәрҙе ныҡлы өйрәнә аласаҡ.
Район мәғариф бүлегенең баш белгесе Гөлзада Ҡусҡарова уҡыусыларҙы үҙәк асылыу менән ҡотлап, уның тәжрибә алыу, тикшеренеүҙәр майҙансығы йәһәтенән бик кәрәкле булыуын билдәләне.
Ал таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙиева менән Буранғол урта мәктәбе директоры Юлай Фәхрисламовҡа бирелде. Артабан өс кабинетта ла танышыу дәрестәре үтте.
Яңы уҡыу йылына бынан да шәберәк бүләк булыуы мөмкинме?! Үҙәктә уҡыусылар хәҙерге заман технологиялары ярҙамында физика, химия һәм биология фәндәрен ентекле өйрәнәсәк, робот техникаһы серҙәренә төшөнәсәк, профилле фәндәр буйынса өҫтәмә белем аласаҡ. Бының өсөн ноутбуктар, физика һәм химия буйынса һанлы лабораториялар, робот техникаһы буйынса йыйылмалар һәм башҡа махсус ҡорамалдар һатып алынған. Шулай уҡ өс кабинетта косметик ремонт үткәрелгән. Хәҙер сағыу, матур кабинеттарҙа рәхәтләнеп шөғөлләнергә, һәләттәреңде үҫтерергә мөмкин буласаҡ.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Сәғит ҡыҙы Абсаҙиева: — Беҙҙең районда бөтәһе 22 мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” эшләй. Быйылғы уҡыу йылында бындай үҙәктәр Буранғол һәм Яңы Балапан мәктәптәрендә асылды. Белем усаҡтарын беҙ балалар һаны буйынса һайланыҡ. Һәм, әлбиттә, төпкөл ауылдарҙа ла уҡыусылар заманса шарттарҙы файҙаланып уҡырға тейеш. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә эшләгән был программа быйыл тамамлана. Биш йыл эсендә беҙ бөтә мәктәптәрҙә лә тиерлек “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрен асыуға өлгәштек. Киләһе биш йыллыҡҡа икенсе программа буйынса эшләйәсәкбеҙ — булған үҙәктәрҙе өҫтәмә ҡорамалдар менән тәьмин итәсәкбеҙ.

35 йыл балаларға белем биргән, Башҡортостан Республикаһы мәғарифы алдынғыһы исеменә лайыҡ химия уҡытыусыһы Илүзә Йәсир ҡыҙы Усманова: 
— Беҙҙең мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” асылыуына бик ҡыуанам. Химия кабинетына өс комплект һанлы лаборатория, ноутбук һәм принтер килде. Балалар менән эште төркөмдәргә бүленеп баш- ҡара аласаҡбыҙ. Мин 2018 йылда шәхси проекттар буйынса курста уҡығайным, хәҙер шунда алған белемемде ошо ҡорамалдар ярҙамында балаларға еткерә аласаҡмын. Беҙҙең республикала ошондай үҙәктәр асылыуын күреп, беҙҙә лә асылһын ине тип көттөк. Ошондай мөмкинлек биргән милли проектҡа, район мәғариф бүлеге етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Буранғол уҡыусылары һынатмаҫ, лайыҡлы белем алырға тырышырҙар тип ышанабыҙ.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: