-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Сентябрь , 15:17

Баланың һәләтен үҫтереү мөһим

Башҡортостанда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә «Һәр баланың уңышы» федераль про-екты тормошҡа ашырыла. Бының өсөн 2024 йылға тиклем 2 милли-ард һумдан артыҡ аҡса бүленгән.

Башҡортостанда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә «Һәр баланың уңышы» федераль проекты тормошҡа ашырыла. Бының өсөн 2024 йылға тиклем 2 миллиард һумдан артыҡ аҡса бүленгән. Был тәңгәлдә район балалар ижады йорто 1 миллион 380 һумдан ашыу суммаға грант отҡан һәм ошо аҡсаға сәнғәт, тәбиғи фәндәр һәм туристик-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлештәре буйынса ҡорамалдар һатып алынған.

«Башҡортостанда 2030 йылға тиклем өҫтәмә белем биреүҙе үҫтереү концепцияһы раҫланды. Ул балаларҙың ихтыяждарына яуап биргән заманса инфраструктура булдырыуҙы, уҡыусылар һанын, шул иҫәптән балалар сәнғәт мәктәптәрен арттырыу өсөн яңы урындар асыуҙы, шулай уҡ инфраструктураны яңыртыу һәм мәғариф, тикшеренеү һәм ижади эшмәкәрлектә матди базаны яңыртыу маҡсатында федераль һәм республика бюджеттарынан субсидиялар бүлеүҙе күҙ уңында тота. Концепция сиктәрендә технологик түңәрәктәр селтәре булдырыла, унда инженерҙар һәм ғалимдарҙың яңы быуыны әҙерләнә ... Был мөһим мәсьәләне хәл итеүгә ижади ҡараш кәрәк», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Уҙған йомала ижад йортонда ошо ҡыуаныслы ваҡиға айҡанлы тантана үтте.
Өҫтәмә белем биреү йортона йөрөгән балаларҙы, ошонда эшләгән педагогтарҙы район мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева сәләмләне.
— «Һәр баланың уңышы» проекты балаларға өҫтәмә белем биреү һәм уларҙы мәҙәни яҡтан тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Проектҡа ярашлы алынған ҡорамалдар ауыл ерендә лә уҡыусылар өсөн ҙур мөмкинлектәр булдыра. Беҙҙең район балалар ижады йортона ҡайтарылған заманса ҡорамалдар балаларҙың үҫешенә хеҙмәт итһен, — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән тәбрикләп. ­— Педагогтарға ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы ижад йортонда өҫтәмә белем алыуға әүҙемерәк йәлеп итергә ҡала. «Һәр баланың уңышы» проекты 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге бөтә балаларҙың 80 процентын өҫтәмә белем алыуға йәлеп итеүҙе үҙмаҡсат итеп ҡуя.
Байрам сараһында ҡатнашҡандар «Һәр баланың уңышы» проекты сиктәрендә алынған ҡорамалдарҙы ҡараны һәм уларҙың ауыл ерендә ла ҡыҙҙар-малайҙарға һәр яҡлап үҫешергә, һис шикһеҙ, булышасағына ышаныс белдерҙе. Шулай уҡ бөгөн ижад йортонда шөғөлләнгән уҡыусыларҙың эштәренән ҡуйылған күргәҙмә менән танышты.
Район балалар ижады йортонда төрлө йүнәлештәге өс бүлмә яңыртып йыһазландырылған. Был проект сиктәрендә «Топос» тәбиғи фәндәр,  «Арт-пространство» художество һәм «Туризм стан-цияһы» туристик-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлештәре буйынса ҡорамалдар комплекты алынған. Аныҡлап әйткәндә, федераль проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында балалар ижад йортона ҡайтарылған компьютер техникаһы, туристик эшмәкәрлек өсөн ҡорамалдар, художество эшмәкәрлеге өсөн заманса ҡорамалдар исемлеге ярайһы уҡ бай ғына. Шулай булғас, мәктәптәге дәрестәрҙән һуң ижад йортона өҫтәмә белем алыуға йөрөгән балаларға күңелһеҙ булмаясаҡ. Бынан тыш, ҡыҙыҡһыныуҙар түңәрәгендә йәки секцияла шөғөлләнеү — талантты үҫтереү, ижад, тикшеренеү йәки спорт аша үҙ-үҙен белдереү өсөн шәп алым да. 
 Район балалар ижады йортонан Байым, Таштимер, Рәхмәт, Михайловка һәм Йәнгел мәктәптәре базаһында тәбиғәт фәндәре йүнәлешендәге программалар тормошҡа ашырыласаҡ, уларҙа мәктәптәр уҡытыусылары, бер үк ваҡытта ижад йорто педагогтары ижад йортона килгән приборҙар һәм ҡорамаладарҙы файҙаланып, экология, биология, химия буйынса өҫтәмә белем бирәсәктәр. 
«Хореография» художество йүнәлеше буйынса Буранғолда, Асҡарҙа, «Фольклор» буйынса Красная Башкирияла һәм Асҡарҙа, Байым мәктәбендә «Театр»  түңәрәктәре эш башлаясаҡ.

Вәсилә Абсаҙыева, район мәғариф бүлеге начальнигы: — «Һәр баланың уңышы» федераль проект бөтә йүнәлештәрҙәге өҫтәмә белем биреүҙең йөкмәткеһен яңыр-тыуҙы, белем биреү программаларының сифатын күтәреүҙе һәм төрлөлөгөн арттырыуҙы, балаларҙың бөгөнгө ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙе, инфраструктураны яңыртыуҙы, педагогик һәм идара итеү кадрҙарының һөнәри оҫталығын камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота.

Яңы уҡыу йылынан Рәхмәт, Ишҡол, Ташбулат уҡыусылары өсөн туристик-тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәгендә шөғөлләнеү мөмкинлеге бирелә. 
Әле мәктәптәрҙә, район балалар ижады йортонда уҡыусыларҙы өҫтәмә белем биреү төркөмдәренә ҡабул итеү бара. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға дәрестәрҙе махсус әҙерлек үткән өҫтәмә белем биреү педагогтары үткәрәсәк. Педагогтың эш һөҙөмтәлелеге һәр баланың ижади һәләттәрен үҫтереү, шәхестең нисек формалашыуы һәм ниндәй программалар уны танып белеү, ижади ижтимағи-хеҙмәт эшмәкәрлегенә иң һөҙөмтәле әҙерләү менән билдәләнәсәк.
— Бала мәктәп йылдарынан үҙен ҡыҙыҡһындырған йүнәлеш буйынса белем алһын, яратҡан һөнәрен камиллаштырһын өсөн ата-әсәгә улын йә ҡыҙын өҫтәмә белем алыуға, түңәрәктәргә йөрөтөү мотлаҡ. Һәм беҙ уҡыусыларҙы балалар ижад йортонда көтөп ҡалабыҙ, — ти район балалар ижад йорто директоры Рәғиҙә Сафина. — Ҡыҙыҡһыныуҙар түңәрәгендә йәки секцияла шөғөлләнеү — төрлө йәштәге уҡыусыларҙы инновацион фәнни-техник ижад процесына йәлеп итеү мөмкинлеген биргән ижад һәм тикшеренеүҙәр аша талантты үҫтереү, үҙ-үҙен белдереү өсөн отошло вариант.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: