Яңы Балапан урта мәктәбендә ағымдағы уҡыу йылында 116 уҡыусы белем ала. Бынан тыш, ике филиалда — Йәнекәй һәм Мораҡай башланғыс мәктәптәрендә йәмғеһе 26 бала уҡый. Ә ауылдағы балалар баҡсаһына әлеге ваҡытта 27 кескәй тәрбиәләнеүсе йөрөй. Киләсәге булған мәктәптә заманса сифатлы белем алыу өсөн мөмкинлектәр булдырылыуы, әлбиттә, ҙур ҡыуаныс! Үҙәкте асыу тантанаһына уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙан ҡала педагогик хеҙмәт ветерандары ла ҡыуанышып килде.
— Ниһайәт, беҙҙең мәктәптә лә «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылыуын ашҡынып көтөп алдыҡ. Проект буйынса 1,5 миллион һумлыҡ заманса ҡорамалдарға эйә булдыҡ. Уҡыусылар улар менән таныша башланы, алда беҙҙе бик күп мауыҡтырғыс дәрестәр, лаборатор эштәр, яңы асыштар көтә, — тине директор Г. Х. Зәйтүнова.
Әйткәндәй, ике йыл элек «Һанлы белем биреү мөхите» федераль проекты буйынса мәктәптә информатика кабинеты тулыһынса йыһазландырылған: 28 ноутбук, 4 принтер һәм бер ҙур телевизор алынған. Шуға күрә «Үҫеш нөктәһе»н физика һәм химия-биология йүнәлештәрендә асыуҙы ҡулай күргәндәр. Робототехника буйынса килгән конструкторҙар наборҙарын иһә технология дәрестәрендә ҡулланырға иҫәп тоталар.
Район мәғариф бүлегенән Яңы Балапан мәктәбенең шатлығын бүлешергә килгән начальник урынбаҫары И. В. Илһамов белем биреү сифатын яҡшыртыу, уҡыусыларҙың фәндәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеү маҡсатында алынған уҡыу сараларын уңышлы файҙаланыуҙарын һәм, әлбиттә, уларҙы һаҡсыл тотоноуҙарын теләне.
«Үҫеш нөктәһе» проекты стандарттарына ярашлы косметик ремонтланған ике кабинетҡа ла ҡунаҡтар йолаһына килтереп таҫма киҫкәндән һуң ғына рәхим итте.
Химия-биология кабинетында уҡытыусы Р. Ғ. Ҡорманаева 10-сы класс уҡыусылары Нурлан Мәғәсүмов, Баязит Зәйтүнов һәм Радик Ишмөхәмәтов менән яңы һанлы ҡорамалдар — pH-метр датчигы һәм микроскоп ярҙамында тәжрибәләр күрһәтте.
Химбиолог Резеда Ғәли ҡыҙы үҙенең Яңы Балапан мәктәбендә 24 йыл уҡытыу дәүерендә быға тиклем бер генә тапҡыр химиянан реактивтар килеүен хәтерләй. Лаборатор эштә ҡулланыу, тәжрибәләр күрһәтеү өсөн башҡа мөмкинлектәр булмаған. Әле бына бер йыл хаҡлы ялда булған уҡытыусы кире эшкә саҡырыуҙарын ҡыуанып ҡабул иткән. Проект буйынса химиянан да, биологиянан да өсәр һанлы лаборатория комплекты, физиология һәм нейротехнология буйынса кейстар, ике һанлы микроскоп, ноутбук бирелгән. Уларҙы дәрестәрҙә әкренләп өйрәнә лә башлағандар.
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса Яңы Балапанға эшкә килгән математик Ю. Р. Ғайсина-Ғәлимйәнова өҫтәмә рәүештә физика уҡытыусыһына ла уҡып диплом алып мәктәптең ҙур проблемаһын хәл иткән. «Үҫеш нөктәһе» үҙәгенең икенсе кабинетының хужабикәһе итеп нәҡ ул беркетелгән. Юлиә Рауил ҡыҙы ла фән буйынса өс һанлы лаборатория килеүенә, кабинетҡа айырым ноутбук бирелеүенә бик ҡәнәғәт.
Яңы Балапан уҡыусыларының конструкторлыҡ һәләттәренә лә шаһит булдыҡ. Робототехника буйынса наборҙар менән эшләү бәләкәстәрҙе генә түгел, хатта сығарылыш класс егеттәрен дә мауыҡтыра. Заманса конструкторҙар мәғариф ветерандарының да ҡыҙыҡһыныуын йәлеп итте.
Директор Гөлназ Хөснитдин ҡыҙы ябай ауыл мәктәбенә йүнәлтелгән иғтибар өсөн мәғариф бүлегенә рәхмәт белдергәндә, форсаттан файҙаланып, «Үҫеш нөктәһе» кабинеттарының йыһаздарын яңыртыуҙа ла ярҙам һораны. Ваҡыты еткәс, уныһы ла һис шикһеҙ булыр. Мәктәп һуңғы йылдарҙа кисергән яҡшы үҙгәрештәр быға өмөтләндерә лә. Әйткәндәй, 1 сентябрь тантанаһы Яңы Балапан уҡыусыларының «Мәктәп инициативаларын бюджетлау» конкурсында яҡлаған проекты һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән мәктәп алды майҙансығында үткән. Проектты тормошҡа ашырыуға республиканан 500 мең һум аҡса бирелгән, ата-әсәләр 102 мең һум күләмендә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән, ҡалған 70 меңде район бүлгән.
Ағымдағы уҡыу йылын бына шундай яҡшы ваҡиғалар менән башлап торалар бында. Яңы асылған «Үҫеш нөктәһе» иһә уҡыусыларға фән юлында ҙур бейеклектәргә башланғыс, үҫеш биреүсе старт үҙәге булһын. Яңы Балапан ауылынан быға тиклем дә ғалим үҫеп сыҡҡан, артабан да булырҙар, булһындар...
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.