2024 йылға һыу объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау өлкәһендә төбәк программаһын берлектә финанслауға республикаға федераль бюджеттан өҫтәмә 45 миллион һум бүленгән.
Рәсәй Хөкүмәте был маҡсатҡа дөйөм алғанда өҫтәмә 780 миллион һум аҡса йүнәлткән. Средстволарҙы Башҡортостан, Ҡарасәй-Черкесия, Чечен республикалары, Кузбасс һәм Владимир өлкәләре аласаҡ. Иң күп аҡсаны Ҡарасәй-Черкесия — 255,9 миллион һум һәм Чечен республикаһы — 194,6 миллион һум аласаҡтар.
Бүленгән өҫтәмә средстволар ярҙамында төбәктәрҙә гидротехник ҡоролмалар төҙөлөшөн һәм ремонтлау эштәрен ваҡытынан алда тамамлау планлаштырыла. Был граждандарҙы, уларҙың мөлкәтен һәм инфраструктура объекттарын һыу баҫыуҙан һаҡлау мөмкинлеген бирәсәк.
Төбәктәргә аҡса «Тәбиғәт ресурстарын тергеҙеү һәм файҙаланыу» дәүләт программаһы сиктәрендә бүленә. 2024 - 2026 йылдарға Федераль бюджетта Башҡортостан өсөн 313,7 миллион һум субсидия ҡаралған. Шуның, 25 миллион һумын республика ағымдағы йылда, 2025 йылда — 71,9 миллион һум, 2026 йылға 216,8 миллион алырға тейеш.