Район үҙәгенең «Сулпылар» балалар баҡсаһында үҙ эшен яратып башҡарған берҙәм коллектив тупланған. Был мәктәпкәсә учреждение 2011 йылда асылған һәм шул ваҡыттан бирле уға Алһыу Хәлилова етәкселек итә. Ата-әсәләр балаларын көн буйына ҡалдырып, тыныс эшләһен өсөн бында бәләкәстәргә рәхәтләнеп уйнарға, йоҡларға, туҡланырға бөтә шарттар булдырылған.
— Коллективымдан уңдым, күп хеҙмәткәрҙәр менән балалар баҡсаһы асылғандан бергә эшләйбеҙ, — тип һүҙ башланы «Сулпылар» балалар баҡсаһы мөдире Алһыу Хәлилова. — Беҙ ҙур һәм татыу ғаилә кеүекбеҙ, яңы идеяларҙы ла күмәкләп тормошҡа ашырырға тотонабыҙ. Берҙәм, татыу коллектив бер урында ғына тапанмай, ә яңынан-яңы алымдар, ысулдар эҙләй, һәр саҡ бер-береһе менән кәңәшләшә. Баҡсабыҙ үҙенең яҡшы хеҙмәткәрҙәре — тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсы-лары, ашнаҡсылары менән дан тота. Ғөмүмән, бында һәр береһе үҙ һөнәренең оҫтаһы.
Ысынлап та, «Сулпылар»ҙа яратҡан һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, бар ғүмерҙәрен балалар тәрбиәләүгә арнаған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Мөдир иң тәжрибәле, яҡшы тәрбиәселәрен һәм уларҙың ярҙамсыларын маҡтап телгә алды. 42 йыл стажға эйә, Башҡортостан Республикаһы мәғарифы алдынғыһы Фәүзиә Шәрипова, 35 йыл эшләгән, намыҫлы хеҙмәте РФ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән Гөлсәсәк Сафина, өс тиҫтә йыл бәләкәстәрҙе тәрбиәләгән, БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ Венера Баймырҙина менән Гөлнара Хамматова балалар баҡсаһы асылған көндән алып бында. Шулай уҡ тәрбиәсе ярҙамсыһы Зөлхизә Вәлиева 32 йыл, Гөлсәсәк Баулыбаева 30 йыл ғүмерен еңел булмаған эшкә арнаған.
Балаларҙың һаулығын хәстәрләү, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, мәктәпкә әҙерләүгә хеҙмәткәрҙәр бик яуаплы ҡарай. 31 йыл музыка етәксеһе булып эшләгән Линара Ибраһимова бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың йыр-бейеүгә таланттарын асып, төрлө конкурстарға, концерттарҙа сығыш яһауға әҙерләй. Педагог-логопед Юлиә Муллағәлләмова кескәйҙәрҙең телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентекле эш алып бара. Психолог Ләлә Баймөхәмәтова балалар һәм ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба.
Коллективҡа йәштәр килеүе ҡыуаныслы, ти Алһыу Нуретдин ҡыҙы. Тәрбиәсе һөнәрен алып, «Сулпылар»ҙа үҙҙәренең хеҙмәт юлын башлаған Екатерина Ионова, Айгөл Ғөбәйҙуллина менән Элина Нуретдиноваға ҙур өмөт бағлай.
«Сулпылар» балалар баҡсаһында алты төркөмдә 182 бала йөрөй. Бәләкәстәр үҫешһен, рәхәтләнеп уйнаһын өсөн төрлө ҡыҙыҡлы мөйөштәр булдырылған. Улар бында донъя менән таныша, һөйләргә, уйларға, һүрәт төшөрөргә, яҙырға, хәрефтәр танырға, һанарға өйрәнә. Тәрбиәселәр балаларҙы мәктәпкә әҙерләүгә етди ҡарай. «Сулпылар» балалар баҡсаһы экологик проект буйынса районда эшләгән берҙән-бер мәктәпкәсә йәштәге учреждение.
— Беҙҙең баҡса дүртенсе йыл «Экологик мөхит» проектын тормошҡа ашыра, уның маҡсаты: балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыу, экологик һуҡмаҡтар ярҙамында тирә-яҡ мөхитте танырға өйрәтеү, — тип һөйләй Алһыу Нуретдин ҡыҙы. — Балалар баҡсаһы һәм мәктәп араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн 1-се Асҡар урта мәктәбенең «Йәшел урман» ойошмаһы (етәксеһе М. К. Махийәнова) менән бергәләп эшләйбеҙ. Улар беҙҙең ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы тантаналы рәүештә тәбиғәтте һаҡлаусылар сафына ҡабул итте. Быйыл баҡса биләмәһенә имән ултырттыҡ. Экологик һуҡмаҡтар балаларға оҡшай, был юҫыҡта эште артабан дауам итәсәкбеҙ.
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. Райхан Байтурин «Беҙ — гага-ринсылар!» республика олимпиадаһының муниципаль этабында физкультура буйынса еңеүсе булған һәм ата-әсәһе менән республика кимәлендә сығыш яһаған. «Һәләтле балалар» район бәйгеһендә Эмилия Нурғәлина Гран-при яулаған. Ҡыҙҙар йыл һайын «Гүзәлкәй» бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урынһыҙ ҡалмай. Быйыл Амира Фәтхетдинова, былтыр Мәликә Минһажева беренсе урын алған.
«Сулпылар» балалар баҡсаһы йылдан-йыл матурая. Күптән төҙөлгән бина булһа ла, бында йылы һәм яҡты. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса ике йыл рәттән баҡсаның тәҙрәләре яңыртыла. Быйыл район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге ярҙамы менән ике ишек алмаштырылған, домофондар ҡуйылған. Ата-әсәләр баҡса биләмәһен төҙөкләндереү, косметик ремонт яһауҙа әүҙем ҡатнаша.
Тырыш коллектив яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. «Сулпылар» балалар баҡсаһы бер нисә тапҡыр «Райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында белем-тәрбиә эшен ойоштороу буйынса иң яҡшыһы» тип танылды. «Иң яҡшы башҡорт телен өйрәтеүсе мәк-тәпкәсә белем биреү ойошмаһы» төбәк-ара конкурсында еңде. «Өлгөлө балалар баҡсаһы» Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында еңеүсе, «Өләсәй әкиәттәре» республика сәсәнлек оҫталығы буйынса онлайн-конкурсында еңеүсе булды. Был коллектив ҡаҙаныштарының бер өлөшө генә. Оҙайлы һәм фиҙаҡәр эшмәкәрлеге өсөн А. Н. Хәлиловаға «Рәсәй Федерацияһының почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре» билдәһе тапшырылған. Талапсан етәксе ҡулы аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә яңынан-яңы үрҙәр яулай һәм уларҙың тынғыһыҙ эше лә лайыҡлы баһалана. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн өлкән тәрбиәсе Флүрә Солтанова менән педагог-логопед Юлиә Муллағәлләмова райондың Почет грамотаһы, физкультура буйынса инструктор Гөлшат Әминева мәғариф бүлегенең Почет грамотаһына лайыҡ булған.
— Байрамыбыҙ уңайынан коллективымды ысын күңелдән ҡотлайым. Һөнәри оҫталығығыҙ, изге күңелегеҙ һәм һайлаған эшегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм, — тине Алһыу Хәлилова. — Һеҙ көн һайын балаларға йөрәк йылыһын бүләк итәһегеҙ, һәләттәрен үҫтерәһегеҙ һәм арымай-талмай хәстәрлек күрәһегеҙ.
Үҙҙәрен изге һөнәргә бағышлаған тәрбиәселәрҙе беҙ ҙә тәбрикләйбеҙ. Тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәтегеҙҙә түҙемлелек, үҙегеҙ тәрбиәләгән балаларҙың, уларҙың атай-әсәйҙәренең оло хөрмәтен тойоп эшләргә насип булһын!
Динара САФИУЛЛИНА.