Йыл башынан алып был күрһәткес 81 процентҡа еткән, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда ул 70 процент тәшкил иткән. «Карьера үҫеше» төбәк программаһында ҡатнашып, стажировка үткәндәрҙең 70 проценты эшкә урынлашҡан. Республикала ун ай эсендә 159 эш биреүсе юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусы 300-гә яҡын кешене стажировкаға ҡабул иткән. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлап стажировка программаһында ҡатнашҡандарға эш биреүселәргә йыл башынан алып 9 миллион һумдан ашыу эш хаҡы түләгән.
Әйткәндәй, был йүнәлеш буйынса бер йылға финанслау 18 миллион һум күләмендә ҡаралған. Аҡса төбәк ҡаҙнаһынан түләнә.
2023 йылда 369 уҡыуҙы тамамлағандар стажировка үткән, дөйөм суммаһы 16,7 млн һумлыҡ компенсацияны 180 эш биреүсе алған. Программала ҡатнашыусы компаниялар стажерҙарҙың эш хаҡына сығымдарҙы минималь эш хаҡы күләмендә һәм хеҙмәт хаҡы фондына күсерелгән күләмде иҫәпләп, компенсация алыуы мөмкин (2024 йылда 28,8 мең һум). Программала ҡатнашыусы йәштәрҙең стажировкаһы ярты йылға тиклем дауам итә ала.
Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, программала Белорет металлургия комбинаты, Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе, Нефтекама махсус техника машиналар эшләү заводы, «Микроген ғилми-етештереү берекмәһе” филиалы, “Иммунопрепарат” кеүек республиканың эре эш биреүселәре һәм башҡа предприятиелар ҡатнаша. Бынан тыш, 50-нән ашыу шәхси эшҡыуар йәш белгестәрҙе ҡабул итеп программала ҡатнаша. Башҡортостанда стажировкалау программаһын 2009 йылдан алып эшләй. Был ваҡыт эсендә предприятиеларҙа дәүләт ярҙамы менән 16,5 мең йәш белгес тәжрибә алған, ә компаниялар кадрҙар резервы булдырған.