Кластер үҙәге - яңыртылған колледж. Төп эш биреүсенең туранан-тура ҡатнашлығында унда белем биреү программаларының яңы йөкмәткеһе һәм структураһы формалаша, уҡыу комплекстары булдырыла, ә предприятие хеҙмәткәрҙәре уҡытыусылар һәм производствоға өйрәтеү мастерҙары сифатында йәлеп ителә. 2024 йылда алты кластерҙы төҙөүгә федераль бюджеттан 600 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. 2025 йылда тағы ла биш кластер эшләй башлаясаҡ, уларҙы төҙөү өсөн 500 миллион һум федераль аҡса йүнәлтеләсәк.
Башҡортостанда колледждарҙың матди-техник базаһын яңыртыу, уларҙы капиталь ремонтлау һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү ҙә әүҙем бара. Бындай эштәр, урта һөнәри белем алырға теләүселәр һанының артыуына булышлыҡ иткән. Колледжда уҡыуҙы туғыҙынсы синыф уҡыусыларының 60 проценттан ашыуы һайлаған. Конкурс буйынса бер урынға өс кеше дәғүә иткән.
Әйткәндәй, 2024 йылда урта махсус уҡыу йорттарына уҡырға ингән студенттар һаны 36 мең кешегә еткән, шуның 22 312 бюджет урыны булған. Башҡортостандың
эре предприятиеларының кадрҙар ихтыяжын иҫәпкә алып, машиналар эшләү тармағы өсөн ҡабул итеү 175 урынға артҡан. Бынан тыш, колледждар был йүнәлештәге һөнәрҙәр буйынса түләүле нигеҙҙә ҡабул итеүҙе 500 урынға арттырған.