2002 йылда донъяға килгән егет 1-се һанлы Асҡар мәктәбен тамамлай. Шул уҡ ваҡытта сәнғәт мәктәбенең ҡурай класында ла шөғөлләнә. 8-се класта уҡығанында уҡ хирург булырға теләй. Һәм туғыҙынсы класты тамамлағас та, Белорет медицина колледжына уҡырға инә. Колледжда уҡығанында яҡшы студенттар иҫәбендә була, ҡыҙыл диплом алып сыға. Бөтә уҙған мәҙәни сараларҙа әүҙемлек күрһәтә: йырлай, ҡурайҙа уйнай, бейей.
Бынан ике йыл элек академияға уҡырға инеү өсөн ҡатмарлы һәм етди һынау үткән. Сөнки унда уҡырға инеү өсөн БДИ буйынса юғары балл ғына етмәй, ә һөнәри-психологик һынау үтергә, шулай уҡ физик әҙерлек буйынса ла нормативтар тапшырырға кәрәк. Һөҙөмтәлә, тырышлығы юҡҡа сыҡмай егет-тең, хәрби-медицина академия курсанты булыуға ирешә.
— Академия тормошомдо ҡырҡа үҙгәртте һәм быға алдан әҙер булырға кәрәк. Сөнки хәрби юғары уҡыу йорто — ул тәртип, берҙәм коллектив, хәрби хеҙмәттәге ауырлыҡтар һәм мәхрүм ителеүҙәр, ә медицина — ул үҙ эшеңде яратыу, пациенттарҙы хөрмәт итеү һәм белемеңде арттырыу. Хәрби-медицина академияһының үҙенсәлеге — медицина һәм хәрби өлкәлә белем алаһың һәм һинән эшсәнлекте, ныҡышмаллыҡты, тәүәкәллекте талап итә. Академия холоҡ формалашыуына йоғонто яһаны, тип әйтә алмайым, ул уны нығытты ғына, — ти Алмаз.
Алмаз ата-әсәһенең уҡырға ярҙам итеүҙәре, уға ышаныуҙары һәм ул үҙе теләгән һөнәрҙе алырға мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәтле.
— Яҡындарым уҡырға инә алыуым, шундай юл үтә алыуым менән ғорурланалар. Балаларыңдың хыялын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам мотлаҡ кәрәк, тип һанайым. Олатайым менән өләсәйем, бөтә туғандарым мине ҡанатландырып торалар. Уларҙың минең өсөн борсолоуын күрәм, улар минең еңеүҙәремә шатланалар: ҡусты-һеңлеләремә үрнәк итеп ҡуялар, — ти студент егет. — Маҡсатым — артабан белемемде камиллаштырыу һәм яҡшы белгес булыу. Медицина тармағы бер урында ғына тормай, шуға ла табип көндән-көн камиллашырға, яңылыҡтарға, яңы асыштарға ынтылырға тейеш. Илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа хәрби медиктар аҙым һайын кәрәк, шуға ла үҙемдең бөтә белгәнемде һөнәремә бағышлаясаҡмын.
Киров исемендәге Санкт-Петербург хәрби-медицина академияһы быйылғы йылда үҙенең 226 йыллығын билдәләй. Был юғары уҡыу йортонда Боткин, Пирогов, Бехтерев һәм Турнер кеүек медицина үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле табиптар белем алған. Алмаз да улар кеүек хәрби-медицина учреждениеһында белем ала алыуы менән ғорурлана.
Студент егет уҡыуҙа ла, хәрби дисциплина буйынса ла һынатмай. Академияның әҙәби-музыкаль тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
Райондашыбыҙ табип булып эшләйәсәген белә, ә ҡайһы урында эшләүе мөһим түгел. Ул оҫталығы һәм белем кәрәк булған һәр ерҙә эшләргә әҙер. Алмазға уңыштар юлдаш булһын!
Г. ҠУСҠАРОВА.