Был сумманың иң күбе, йәки 5,5 миллиард һумы республикалағы 88 мәктәп бинаһын капиталь ремонтлауға китәсәк. 847,2 миллион һум 16 балалар баҡсаһы бинаһын капиталь ремонтлауға бүленәсәк. 7 колледж бинаһын капиталь ремонтлауға 708,8 миллион һум йүнәлтеләсәк. Мәҫәлән, Өфөлә 360 урынлыҡ математик лицей-интернатын булдырыуға 2,4 миллиард һум аҡса бүленә.
Әйткәндәй, алдағы өс йылда республикала программа буйынса 146 мәктәп бинаһы ремонтланған. 2024 йылдың февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2025 йылда балалар баҡсаларын һәм мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы башланыуы тураһында иғлан иткәйне. Уны тормошҡа ашырыуға 400 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.