2001 йылдан районда һәләтле уҡыусыларҙы дәртләндереү сараһы күрелә. Шуныһы ҡыуаныслы: район башлығы ҡарары менән быйылдан башлап аҡсалата премияның күләме ике тапҡырға күбәйтелгән. Был алдағы йылдарҙа балаларҙың яҡшы уҡырға һәм еңеүҙәргә ынтылышын икеләтә арттырыуға булышлыҡ итер, моғайын.
Уҡыу алдынғыларын хөрмәтләү тантанаһы район хакимиәтенең ултырыштар залында уҙҙы. Әбйәлил киләсәгенең алтын фонды — иң тырыш, маҡсатлы балалар өсөн онотолмаҫ тулҡынландырғыс сара булды ул. Район башлығы И. Т. Нафиҡовтың, мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыеваның ҡул ҡыҫып бүләкләүе, йылы маҡтау һүҙҙәрен ишетеүе, әлбиттә, ҙур ҡиммәткә торошло. Әйткәндәй, икенсе йыл рәттән инде Отличниктар слетында ата-әсәләр ҙә Рәхмәт хаты менән тәбрикләнә.
— Хөрмәтле, уҡыусылар! Һеҙҙең йөҙөгөҙҙә мин районыбыҙҙың, республиканың, дөйөм алғанда, илебеҙҙең яҡты киләсәген күрәм. Холоҡ-фиғелегеҙҙе кесе йәштән биҙәгән эшһөйәрлек, ныҡыш-малылыҡ кеүек күркәм сифаттарҙы бер ҡасан да юғалтмағыҙ. Киләсәктә район дилбегәһенә һеҙҙең кеүек булдыҡлы йәштәр идара итер, тип ышанам, — тине Илдар Нафиҡов. — Һеҙгә һәм һәләтле ул-ҡыҙҙар үҫтергән ата-әсәләргә ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм, сөнки һәр баланың уңышы артында ата-әсәнең дә хәтһеҙ ҙур тырышлығы, хәстәрлеге ята. Шулай уҡ уҡытыусылар ҙа тәрбиә, белем биреү, уҡыусынан талант әүәләү, аҫылташ итеп балҡытыу буйынса күҙгә күренмәгән ҙур эш башҡара, уларға ла рәхмәт һүҙҙәрем барып етһен.
— Ата-әсәләр — бала — уҡытыусы — ошо өсмөйөш бер бөтөн булғанда ғына системала уңышҡа өлгәшеп була. Беҙҙең берҙәм бурыс — белемле, һәр яҡтан үҫешкән, илебеҙ өсөн лайыҡлы граждандар үҫтереү, — тине мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева.
2023-2024 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса бөтәһе 46 уҡыу алдынғыһы хөрмәтләнде. Шуларҙың 24-е мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы еңеүселәре һәм призерҙары булған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада йылдағыса иң күп еңеүҙәр килтергән: Т. Кусимов исе-мендәге гимназиянан Алһыу Рәхимова (11-се класс), Ләйсән Рәхмәтуллина, Азалия Ғәлиуллина, Наҙгөл Илһамова, Физәлиә Ғәбитова (9-сы класс), 1-се Асҡар урта мәктәбенән Ләйсән Иш-булдина (10-сы класс), Хәмиттән Яҙгөл Абдуллина (9-сы класс). Күсем руднигы мәктәбенән 10-сы класс уҡыусыһы Данил Замалиев география буйынса олимпиадала республикала еңеп сығып, Бөтә Рәсәй күләмендәге йомғаҡлау этабында ла ҡатнашҡан, шулай уҡ иҡтисад фәненән призер булған. Әйткәндәй, географиянан да һәр ваҡыттағыса уҡыусылар мул уңыштары менән һөйөндөргән: 1-се Асҡар урта мәктәбенән Руслан Безбородов (11-се класс), Нәғим Нафиҡов (9-сы класс), Салауаттан Линар Аҡмырҙин (10-сы класс), гимназиянан Альберт Таһиров (10-сы класс), Рәхмәттән Зәлиә Ғәйнуллина (9-сы класс). 1-се Асҡар урта мәктәбенән Руслана Нишанова (9-сы класс) — астрономия, Азалия Мөхәмәтйәнова (10-сы класс) — донъя мәҙәниәте, Арина Лотфуллина (10-сы класс) — биология, Михайловканан Арина Ниғә-мәтйәнова (9-сы класс) — рус әҙәбиәте, Күсем руднигынан Айзилә Ҡараҡаева (11-се класс) — инглиз теле, Ишҡолдан Сынғыҙ Вәлиев (11-се класс) — ОБЖ фәндәре буйынса яҡшы белем кимәле күрһәтеп, призер исеменә лайыҡ булған. Байым урта мәктәбе уҡыусылары йылдағыса физкультура буйынса алдынғылыҡты ҡулдан ысҡындырмаған — 9-сы класс уҡыусыһы Регина Юнысова еңеүсе булһа, Илһам Рамаҙанов (9-сы класс) һәм Руслан Махийәнов (10-сы класс) призерҙар рәтендә билдәләнгән. Отличниктар слетының иң кескәй ҡатна- шыусылары гимназиянан, Рәхмәт мәктәбенән 5-се класс уҡыусылары — Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәненән төбәк олимпиадаһы призерҙары Рамаҙан Мусин менән Сынбулат Әхмәҙиев та тәүге етди ҡаҙаныштары өсөн район башлығы премияһына лайыҡ булды.
Портфолио конкурсы йомғаҡтары буйынса иң һәләтле 22 уҡыусы төрлө номинацияларҙа исемле премиялар ме-нән бүләкләнде. Улар уҡыуҙа һынатмайҙар, олимпиадасылар, лидерҙар, фәнни әҙләнеүселәр, спортта алдынғылар, конкурстарҙа еңеүселәр, мәҙәниәт йондоҙҙары, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәүселәр. «Аҡыллылар» номинацияһында 1-се Асҡар мәктәбенән Анастасия Безбородова (8-се класс), Йәнгелдән Даниэль Арғынбаев (8-се класс), Гусевтан Айлина Ғәлина (10-сы класс), Ҡырҙастан Тимур Ямғурсин (10-сы класс), Красная Башкириянан Әлфир Сөләймәнов (8-се класс) билдәләнде. «Олимпиада өмөтө» номинацияһында бүләкләнгән Ҡаҙмаштан Рушан Зәйнуллин (11-се класс), Михайловканан Рөстәм Рыҫҡолов (8-се класс), 1-се Асҡар мәктәбенән Айназ Мансуров, Юнир һәм Данил Дәминдаровтар (9-сы класс) үҙҙәренә бағланған ҙур ышанысты киләсәктә һис шикһеҙ аҡларҙар, моғайын. «Йәштәр лидеры» номинацияһы Дәүләттән Диана Ғиззәтоваға (9-сы класс), Сиҙәмдән Тимур Мөстәҡимовҡа (11-се класс) һәм гимназиянан Данияр Ғафаровҡа (11-се класс) бирелде. «Йәш эҙләнеүсе» номинацияһына Амангилденән Фәнилә Дәүләтшина (11-се класс), Рәхмәттән Камила Ғайсина (10-сы класс), 1-се Асҡар мәктәбенән Радмир Абдуллин (9-сы класс), гимназиянан Гөлназ Нөғәмәнова (8-се класс) лайыҡ булды. Ижади һәләтле уҡыусылар — Красная Башкириянан Айсар Әхмәтшин (7-се класс), Азалия Дәминдарова (9-сы класс), 1-се Асҡар мәктәбенән Олег Стрелков (9-сы класс), Байымдан Камила Сыңғыҙова (11-се класс) һәм гимназиянан Искәндәр Хәлилов (9-сы класс) «Йәш таланттар» номинацияһын алды.
Слетта ҡатнашыусы олимпиадалар еңеүселәре, уҡыу алдынғылары исеменән Ҡырҙас мәктәбе уҡыусыһы Тимур Ямғурсин байрамды ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе:
— Беҙ һоҡланғыс Әбйәлил районының улдары-ҡыҙҙары булыуыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Сөнки үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн етәкселегебеҙ ныҡлы хәстәрлек күрә, яҡшы шарттар булдыра. Беҙ яҡты, йылы, матур мәктәптәрҙә уҡыйбыҙ. Уҡыуҙан тыш спорт, музыка һәм башҡа йүнәләштәр буйынса өҫтәмә белем алабыҙ, һәләттәребеҙҙе үҫтерәбеҙ һәм уңыштарға өлгәшәбеҙ. Артабан да һынатмаҫбыҙ, һәйбәт уҡырбыҙ, яңынан-яңы үрҙәр яуларбыҙ, районыбыҙҙың киләсәге өсөн тырышырбыҙ. Беҙҙе яҡты киләсәк көтә! — тине ул.
Уҡыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн 1-се Асҡар урта мәктәбенең генә түгел, райондың ғорурлығы булған Анастасия һәм Руслан Безбородовтарҙың атаһы Игорь Витальевич ата-әсәләр исеменән сығыш яһаны:
— Әбйәлилдең алдынғы уҡыусыларын бер ҡорға йыйған иҫ киткес матур тантана булды бөгөн. Барыбыҙ өсөн дә кинәнес биргән ҡыуаныслы сараны ойошторған, балаларыбыҙҙың уңыштарын күреп дәртләндерә белгән район хакимиәтенә һәм мәғариф бүлегенә рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ. Бөтә хеҙмәт тә, шул иҫәптән уҡыусыларҙың белем алыуҙағы тырышлығы ла лайыҡлы баһаланырға тейеш. Һәм беҙҙә район хакимиәте быны күҙ уңынан ысҡындырмай. Был иғтибар бер ҡасан да онотолмаҫ, кесе Ватанға, йәнтөйәккә һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр тигән ышаныстамын.
Байрам сараһын дәртле сығыштары менән Т. Кусимов исемендәге гимназияның «Талисман» вокал ансамбле биҙәне. «Йәш таланттар» номинацияһында бүләкләнгән быйыл Асҡар балалар сәнғәт мәктәбен ҡыҙыл таныҡлыҡҡа тамамлаусы төбәк һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Олег Стрелков баянда уйнаны.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.