Йыл һайын августың һуңғы көндәрендә педагогтар берләшмәһе муниципаль мәғариф системаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау, алдағы уҡыу йылында хәл итергә тейешле маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы билдәләр өсөн йыйыла. Конференцияла район белем учреждениеларының делегациялары, район хакимиәте вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Кәңәшмә “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципаль мәғариф системаһы эшмәкәрлеге йомғаҡтары” темаһына арналды. Сара ике өлөштән торҙо: тәүге өлөшөндә фекер алышыу майҙансыҡтары эшләне, икенсе өлөшө - пленар ултырышта биш йыллыҡ эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды, мәғариф өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн лайыҡлы педагогтар төрлө кимәлдәге наградалар, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Яңы уҡыу йылына сифатлы әҙерлек өсөн мәғариф учреждениелары номинацияларҙа билдәләнде.
Майҙансыҡтар эше фәһемле булды
Беренсе майҙансыҡта район балалар ижады йортонда мәктәп психологтары һәм логопедтары йыйылды һәм улар “Әбйәлил районының белем биреү учреждениеларында инклюзив белем биреүҙе тормошҡа ашырыу” темаһы буйынса фекер алышты. Эш барышында Өфө ҡала округының эске эштәр бүлегендәге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн стационар бүлексәһе мөдире З. М. Ташхужаева стационарҙың эшмәкәрлеге, реабилитация төрҙәре тураһында һөйләне. Сибай психология медик-педагогик комиссияһы эшенең төп йүнәлештәре менән уның мөдире Г. Н. Иҡсанова таныштырҙы. Һөйләшеүҙә фәһемле фекерҙәр, аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны.
Икенсе майҙансыҡта тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫарҙары, кәңәшселәре тәрбиә эшен ойоштороу буйынса иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашты. “Түңәрәк өҫтәл” артында төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсаттары ҡаралды. Бөтә Рәсәй «Бала саҡ навигаторҙары»ның райондағы кураторы А. М. Ғәлина был проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре һәм перспективалары менән таныштырҙы.
«Беренселәр» хәрәкәте проектының төбәк бүлексәһе етәксеһе Э. Р. Ҡоланбаева патриотизм тәрбиәһе һәм тарих хәтерен һаҡлауҙы «Беренселәр»ҙең иң мөһим бурыстарының береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ул урындағы ойошмалар араһында үткән конкурс еңеүселәрен билдәләне. Гимназия, Ишҡол, Таштимер, Рәхмәт, Йәнгел, Асҡар, Дәүләт, Ташбулат мәктәптәрен бүләкләне. Айгөл Ғәлина (СЮТ) һәм Линиза Уйылданова (Асҡар) Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Райондың ирекмәндәр үҙәге етәксеһе А. А. Әхмәтҡужин районда балалар араһында ирекмәндәр хәрәкәтен йәнләндереү, уларҙы рәсми программала теркәү кәрәклеген аңлатты. Мәғариф бүлегенең тәрбиәүи эштәр буйынса баш белгесе Ләйсән Яхина патриотик тәрбиәләүҙең роле тураһында сығыш яһаны.
Өсөнсө майҙансыҡта уҡыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫарҙары йыйылды. Бында үткән уҡыу йылында уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороу һөҙөмтәләренә, проблемаларына анализ яһалды.
Мәғариф бүлегенең баш белгесе Е. Н. Цициморова яңы уҡыу йылында уҡыу предметтарының йөкмәткеһен яңыртыу тураһында айырым предметтарға баҫым яһаны. Мәҫәлән, 2024-2025 уҡыу йылынан тарих фәне буйынса мәктәп программаһы киңәйтеләсәк. Был мөһим тарихи ваҡиғаларҙы һәм процестарҙы өйрәнеүгә күберәк ваҡыт бүлергә мөмкинлек бирәсәк: уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы, Петр I реформалары һәм хәҙерге Рәсәйҙе формалаштырған башҡа мөһим ваҡиғаларҙы күберәк өйрәнәсәк.
Рус әҙәбиәте программаһына Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы, илебеҙ өсөн әһәмиәтле К. М. Симоновтың «Сын артиллериста», «Брестская крепость» (С. С. Смирнов), «В августе сорок чет- вертого» (В. О. Богомолов) һәм башҡа әҫәрҙәрҙе өйрәнеүҙең индерелеүе ҡыуандыра. Хәҙер уҡыусылар ҡасандыр өлкән быуын вәкилдәре кеүек Н. А. Островскийҙың «Как закалялась сталь», А. А. Фадеевтың «Молодая гвардия» романдарын өйрәнәсәктәр. А. С. Пушкин, М. Ю. Лермонтов, Н. В. Гоголь һәм башҡа билдәле шәхестәр әҫәрҙәре лә программаға кире ҡайтарылған.
«Основы безопасности и защиты Родины» тип аталған яңы предмет ОБЖ-ны алмаштырасаҡ, ул Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен өйрәнә. Уҡыусыларға Ҡораллы көстәрҙә, оборона һәм хәүефһеҙлек менән бәйле башҡа структураларҙа хеҙмәт итеү өсөн кәрәкле белем һәм күнекмәләр нигеҙҙәре тәҡдим ителәсәк.