Мәғлүм булыуынса, мәктәп 5 апрелдән ремонтҡа ябылды. Дүртенсе сиректе Красная Башкирия уҡыусылары балалар баҡсаһында һәм музыка мәктәбендә өс сменала, ҡайһы бер кластар дистанциялы уҡырға мәжбүр булды. Әммә балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә ваҡытлыса уңайһыҙлыҡты аңлап ҡабул итте, яңырған мәктәпкә барыуҙы көттө. Һәм төҙөүселәр ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур күләмле эште йырып сығып, белем усағын 1 сентябргә өлгөрттө. Әлбиттә, башҡарып бөтөлмәй ҡалған тышҡы эштәр сентябрь эсендә тамамлап ҡуйыласаҡ, туҡтауһыҙ ямғырҙар бинаны көпләү, биләмәне төҙөкләндереү эштәрен бер аҙ һуңға ҡалдырҙы. Иң мөһиме белем биреү процесы өҙөлмәйәсәк. Заманса йыһазландырылған уҡыу кабинеттарында дәрестәр башланды.
Уҡыусыларҙың һәм мәктәп коллективының ҙур ҡыуанысы менән уртаҡлашырға тип Белем көнөнә арналған тантанаға РФ Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаты Э. Р. Айытҡолова, район башлығы И. Т. Нафиҡов һәм уның урынбаҫарҙары Р. Ғ. Хәлилов, Ф. Р. Махийәнов, В. Ф. Ғафаров, мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева, район Советы депутаты В. М. Заһитов, урындағы биләмә башлығы З. Н. Кәримов һәм ветеран уҡытыусылар килде.
Линейкаға тиклем мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Директор Н. М. Абдуллина ҡунаҡтарға һәр үҙгәреште һәм яңылыҡты күрһәтергә тырышты. Әйткәндәй, бөтә уҡыу кабинеттары ла яңы йыһаздар, уҡыу саралары, интерактив таҡта йәки смарт-телевизорҙар менән комплектлаштырылған. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә һуңғы йылдарҙа асылған “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар белем биреү үҙәге менән “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проекты буйынса йыһазландырылған информатика кабинеты ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ғөмүмән, белем усағы яҡшы яҡҡа иҫ киткес шәп үҙгәрештәр кисергән. Быны уҡыусыларҙың: “Мин үҙем уҡыған мәктәпте танымайым!” – тигән шатлыҡ ауаздары ла дәлилләне.
Бөтә мәктәп линейкаға теҙелгәс, майҙан уртаһына 1-се класҡа килеүсе иң кескәй уҡыусылар саҡырылды. Ағымдағы уҡыу йылында Красная Башкирия мәктәбендә Р. М. Сафиуллина һәм Л. Р. Ғәбитова етәкселегендәге параллелдәрҙә 32 бала белем донъяһына юл ярасаҡ.
Дәүләт байраҡтарын күтәреү хоҡуғы уҡыу алдынғыларына – 8-се кластан район башлығы стипендиаты Айсар Әхмәтшинға, 11-се кластан күп тапҡыр олимпиадалар призеры булған Камила Шәйәхмәтоваға һәм 9-сы кластан район башлығы премияһы лауреаты Әлфир Сөләймәновҡа бирелде.
– Ҡара әле, ниндәй ҙур һәм яҡты бина! Океанда йөҙөп барған мөһабәт карапҡа оҡшаған? – тине бәләкәй генә уҡыусы ҡыҙыҡай.
– Был бит беҙҙең мәктәп! – тип яуапланы өлкәнерәк үҫмер.
– Беҙҙең мәктәп?! Ул ниндәй матур!.. – тине һоҡланып ҡыҙыҡай.
– Эйе! Беҙ бындай мәктәп тураһында күптән хыяллана инек. Әкиәттәрҙә хыялдарҙы тылсымсылар тормошҡа ашырһа, тормошта эш тип янған кешеләр ысын итә. Хыял мәктәбен төҙөүҙә ярҙам иткәндәр бөгөнгө тантанаға саҡырылғандар ҙа инде, – тип алып барыусылар матур итеп ҡунаҡтарҙы сәләмләнеләр.
Беренсе булып сығыш яһау хоҡуғы ҙур мәктәптең хужабикәһе – директорға бирелде.
– Бөгөн бөтә ил менән Белем көнөн тантана итәбеҙ. Беҙҙең өсөн яңы уҡыу йылын капиталь ремонттан һуң өр-яңыға әйләнеп ҡаршылаған мәктәптә башлауыбыҙ бигерәк тә ҡыуаныслы. Форсаттан файҙаланып, Әбйәлил башлығы Илдар Таһир улына һәм уның һөҙөмтәле эшләгән командаһына, шулай уҡ депутатыбыҙ Вадим Марат улына, ремонт эштәрендә актив ҡатнашҡан уҡытыусыларға, ата-әсәләргә, каникулды файҙалы үткәреп туған мәктәпте төҙөкләндереүгә өлөш индергән юғары класс уҡыусыларына рәхмәт белдерәм. Бөтә шарттар булдырылған бындай матур һәм заманса мәктәптә артабан уҡыусыларыбыҙҙың икеләтә ынтылыш менән тырышып уҡыясаҡтарына ышанысым ҙур, – тине Нәйлә Миңлеғәлим ҡыҙы.
Байрам ҡунағы Э. Р. Айытҡолова тантанала ҡатнашыусыларҙың барыһын да Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты, Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбиров һәм шәхсән үҙенең исеменән ҡайнар сәләмләне. Республика буйынса быйыл 48 мең кескәй уҡыусы тәүгә мәктәп ишеген асһа, шулар иҫәбендә Красная Башкирия урта мәктәбенә уҡырға төшөүселәр иң бәхетлеләре – һәр кемгә лә балҡып торған яңы мәктәптә уҡырға тура килмәй, тине ул. Һәм, әлбиттә, бөтә уҡыусыларҙың да яҡшы билдәләргә өлгәшеүҙәрен, яҡты хыялдарҙы һәм маҡсаттарҙы ысын итергә ынтылыуҙарын теләне; белем биреү өлкәһендә арымай-талмай хеҙмәт иткән талапсан уҡытыусыларына, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торған һиҙгер күңелле, хәстәрлекле ата-әсәләренә рәхмәтле була белергә өндәне. Дума депутаты ағымдағы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә индереләсәк яңылыҡтар менән дә таныштырҙы. Уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең һорауы буйынса уҡытыу системаһына хеҙмәт дәрестәре кире ҡайта, махсус хәрби операция барған ҡатмарлы осорҙа хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау тигән яңы мотлаҡ предмет уҡытыла башлаясаҡ. Шулай уҡ быйылдан дәрес ваҡытында кеҫә телефоны менән ҡулланыу закон нигеҙендә тыйыла. Ә инде капиталь ремонтҡа килгәндә, мәктәп бик шәп килеп сыҡҡан, тип Эльвира Ринат ҡыҙы фәҡәт маҡтау һүҙҙәрен әйтте һәм әлеге федераль программа сиктәрендә ил буйынса ремонтланған бик күп мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына өлгөртөлмәүенә баҫым яһап, йылдам һәм сифатлы эш өсөн Әбйәлил етәкселегенә – Илдар Таһир улына һәм уның командаһына рәхмәт белдерҙе.
Артабан сығыш яһаусы район башлығы И. Т. Нафиҡов иһә, үҙ сиратында, төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнашлығы булған һәр кемгә – генераль подрядсы ойошмаға, төҙөүселәргә, район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге белгестәренә, ал-ял белмәй ярҙам иткән уҡытыусыларға, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
– Бынан биш йыл элек Красная Башкирия ауылы халҡы менән осрашыуҙа өҫтөбөҙгә алған бурыстарҙы әкренләп үтәп киләбеҙ. Күреүегеҙсә, ике үҙәк урамға асфальт түшәлде, “Йәйғор” заманса ял һәм мәҙәниәт паркы барлыҡҡа килде, “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса ике ҡатлы йорттар кварталында ремонт башҡарылды һәм бына иң ҙур теләгегеҙ тормошҡа ашты – урта мәктәп бинаһы тулыһынса яңырыу кисерҙе. Былар барыһы ла республика Хөкүмәтенең районыбыҙға хәстәрлекле иғтибарының һөҙөмтәһе ул, – тине башҡарылған эштәрҙе барлап.
Район мәғариф бүлеге начальнигы
В. С. Абсаҙыева 2024-2025 уҡыу йылында район буйынса 7 мең самаһы уҡыусы парта артына ултырыуын, 527 бала 1-се класҡа барыуын һәм уларҙың 28-е әлеге ваҡытта МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең ул-ҡыҙҙары булыуын әйтеп, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләне. Яңыртылған мәктәптә белем аласаҡ Красная Башкирия уҡыусыларына яҡшы уҡырға, өмөттәрҙе аҡларға һәм улар өсөн булдырылғандың ҡәҙерен белергә наказ бирҙе.
Красная Башкирия ауыл биләмәһе башлығы З. Н. Кәримов та мәктәптең ҙур ҡыуанысы менән бүлеште, изге теләктәрен әйтте, 1-се класс уҡыусыларына ауыл хакимиәтенең бүләктәрен тап- шырҙы.
Педагогик хеҙмәт ветераны, РФ-ның халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортос- тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Красная Башкирия ауыл биләмәһенең почетлы гражданы В. С. Баронов Белем көнөнә арналған тантанаға ҙур тулҡынланыу менән килеүен йәшермәне. 1969 йылда директор вазифаһында яңы төҙөлгән мәктәпте ҡабул иткән, ул ваҡытта ике баҫҡысты бер итеп өтә баҫып йөрөгән 36 йәшлек етәксе, 55 йыл үткәс, белем усағының капиталь ремонттан һуң файҙаланыуға тапшырылыуына шаһит булыуына ихлас шатланды.
Йола буйынса һүҙ 1-се класс уҡыусыларына ла бирелде. Улар дәртләнеп шиғырҙар һөйләне, бейене. Сығарылыш класс уҡыусылары изге теләктәр юллап, беренселәргә яҡты киләсәкте символлаштырған ҡағыҙ самолеттар тапшырҙы.
Байрам тантанаһы бүләкләүҙәргә лә бай булды. Намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн физика уҡытыусыһы З. Х. Әхмәтшин, башланғыс кластар уҡытыусыһы Л. Ю. Родичкина, физкультура уҡытыусыһы Р. Р. Һиҙиәтов һәм директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары И. М. Мирсаяпова Дәүләт Думаһы депутаты Э. Р. Айытҡолованың Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Уҙған уҡыу йылында белем алыуҙағы уңыштары менән мәктәп данын күтәргән алдынғы уҡыусылар иһә маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Мәктәпкә саҡырып тәүге ҡыңғырау сыңланы. Уны 11-се кластан Альфред Абдуллин менән 1-се кластан София Щуренко яңғыратты. Бөтә кластарҙа ла белем дәресе уҙҙы.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.