Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан 200-ҙән ашыу талантлы мәктәп уҡыусылары саҡырылған тантанаға Әбйәлил ҡыҙы уҡыуҙағы ҙур уңыштары өсөн ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.
— Был форум 2023-2024 уҡыу йылы ҡаҙаныштарын йомғаҡлау сараһы булараҡ үтте. Мин Т. Кусимов исемендәге гимназияла 1-се кластан тик «бишле» билдәләренә генә уҡыйым, төрлө кон-курстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашам, мәктәбебеҙҙең ижади тормошонда ла ҡайнап йәшәйем. 7-се кластан башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле, рус әҙәбиәте буйынса район олимпиадаларының даими еңеүсеһемен. 8-се класта Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса фәнни эш менән республикала еңеүсе булдым. Уҙған уҡыу йылы минең өсөн айырыуса иҫтәлекле һәм уңышлы булды. 9-сы кластан башлап муниципаль этап еңеүселәре төбәк олимпиадаһында ҡатнаша. Алда көткән республика һынауҙарына ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләндем һәм ике этапта уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән төбәк-ара олимпиадала ла еңеү яуланым. Әлбиттә, бында остазым Альбина Ринат ҡыҙы Муллахмәтованың өлөшө ныҡ ҙур, ул биргән төплө белем һәм уның етәкселегендә олимпиадаға ентекле әҙерлек һөҙөмтәһе ул! Унан аҙаҡ Өфө Фән һәм технологиялар университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән федераль олимпиадала ҡатнашып II урынға лайыҡ булдым. Был уңыштарым өсөн отличниктар слетында район башлығы-ның премияһы менән дә бүләкләндем, ата-әсәйем Рәхмәт хаты менән хөрмәтләнде, — ти аҡыллы ҡыҙ.
Азалияны йәйге каникулда тағы бер шәп бүләк көтә. Төбәк-ара олимпиада еңеүсеһенә «Йәйләү» профилле сменаһында бушлай ял итеүгә путевка бирелә. Мәләүез районының хозур мөйөшөндә урынлашҡан лагерҙа уҙған өс аҙна ҡыҙҙың туған телгә ҡарата һөйөүен тағы ла нығыраҡ көсәйткән. Илһөйәр тиҫтерҙәре менән тик башҡортса ғына аралашыу, төрлө ярыштарҙа белем көсөн, ижад ҡеүәһен һынау артабан тырышып уҡырға дәртләндергән. Әйткәндәй, Асҡар ҡыҙы «Йәйләү һылыуы» бәйгеһендә гран-при ҙа яулаған.
Азалия биш балалы ишле ғаиләлә иң өлкәне. Ҡусты-һеңлеләре өсөн ул хәстәрлекле апай, бар яҡтан да маяҡ, ата-әсәһенең ҙур ғорурлығы. Тәнзилә һәм Азат Ғәлиуллиндар балаларының аң-белем, рухи-ижади үҫеше өсөн күп тырышлыҡ һала. Азалияның артынан Нурзилә менән Нәзилә лә «Гүзәлкәй» район бәйгеһендә ҡатнашып призлы урындар яулаған. Әле балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәстәр Самат менән Илария ла өлкән апайҙарынан күрмәксе, әүҙем, тырыш булып үҫеп киләләр.
Азалия 2-се кластан гимназияның «Талисман» вокал студияһында шөғөлләнә, «Ете ҡыҙ» ансамбленең солисы. Ансамбль менән «Йондоҙҙар майҙаны» республика конкурсында, Магнитогор-скиҙа төбәк-ара бәйгелә һәм Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла уҙған һынлы, биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм музыка буйынса төбәк-ара олимпиадала гран-при яулағандар. Азалияның яңғыҙ йырлау буйынса ла уңыштары бар, төбәк-ара бәйгелә III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булған. Ата-әсәнән күскән йыр-моңға һәләт мәктәптә уҡып йөрөгән һеңлеләрен дә «Талисман» студияһына алып килгән. Ҡыҙҙар өсәүләп трио менән дә сығыш яһай.
«Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар республика форумында беҙҙең райондан бына шундай шәп, талантлы уҡыусыға ҡатнашырға тура килгән. Республиканың өмөтлө киләсәген мәға-риф министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина сәләмләгән, төбәктең алдынғы вуздары интерактив һәм уйындар форматында профориентацион саралар ойошторған, үҙҙәренең уҡытыу программаһы менән таныштырған, шулай уҡ йәш һәләттәрҙе артабан үҫтереү йәһәтенән олимпиада хәрәкәте остаздары тәжрибә уртаҡлашҡан. Һәм, әлбиттә, тантаналы шарттарҙа форумда ҡатнашыусы уҡыусыларҙы бүләкләү сараһы ла уҙған, «Башҡортостан өмөтө» кубогы, сертификат һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.
Азалия Ғәлиуллина артабан да уҡыуға һалған көс-хеҙмәтенең емештәрен йыйыуын һәм тырышып 10-сы класс программаһын үҙләштереүен дауам итә. Ошо көндәрҙә генә ҡыҙҙың М. Кәримдең 105 йыллығына арналған «Йондоҙ» һәм «Йәшлек» гәзите ойошторған республика шиғыр һөйләү конкурсында I урынға лайыҡ булыуы билдәле булған. Үткән аҙнала башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың муниципаль этабында ҡатнашып, призер булған.
Мин Азалияны киләсәктә филология юлынан китергә йыйыналыр тип уйлағайным. «Табип буласаҡмын», — тип ғәжәпләндерҙе һәм шунда уҡ асыҡлыҡ та индерҙе:
— Телдәр белеү бөтә өлкәләрҙә лә кәрәк. Хатта медицинала ла, пациенттар менән аралашыу, диагноздарын, нисек дауаланырға кәрәк икәнлеген матур итеп аңлатып биреү өсөн. Ике дәүләт телен дә яҡшы белеүем менән ғорурланам. Меди-цина университетына уҡырға инеү өсөн химия-биология фәндәренән имтихандарға маҡсатлы әҙерләнәм. Киләсәктә табип булһам, башҡорт инәй-апалары дауаханаға килһә, улар менән туған телдә мөғәмәлә итәсәкмен тип уйлайым. Телебеҙ яғымлы ла, шифалы ла.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.