Мәғариф
11 Декабрь 2024, 06:20

Етди инвестициялар талап ителә

Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләктәге филиалы алдағы йылдарға һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу программаһына индереләсәк.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Етди инвестициялар талап ителәЕтди инвестициялар талап ителә
Етди инвестициялар талап ителә

Учреждениела бөтәһе 236 студент уҡый. Бында ашнаҡсылар һәм кондитерҙар, тегенселәр, тракторсы-машинистар, электромонтерҙар, ташсылар, механиктар, ауыл хужалығы производствоһы оҫталары әҙерләнә. Колледждың  уҡыу кластары, кондитер цехы, спорт залы, шулай уҡ 42 урынлыҡ ятағы бар. Әммә колледж филиалы етәксеһе Ринат Афлятунов һөйләүенсә, уҡыу корпусы бинаһы 1976 йылда төҙөлгән. Ҡыйыҡты капиталь ремонтлау, шулай уҡ 150 урынлыҡ яңы ятаҡ төҙөү талап ителә.

Унда булғанда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы филиалын республиканың урта уҡыу йорттарын яңыртыу программаһына индерергә планлаштырыуҙарын  билдәләгән.

- Бөтә колледждарыбыҙ ҙа бер үк хәлдә. Был филиал етди инвестициялар талап итә. Уның хәлен баһалау һәм балаларҙың нисек шөғөлләнеүен ҡарау мөһим ине,  тигән Радий Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас