Балалар советы мәғариф министрлығына дәүләт мәғариф сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Совет 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге 12 ағзанан торасаҡ. Ул мәғариф өлкәһендә урындағы үҙидара органдары тәҡдиме буйынса конкурс нигеҙендә формалашасаҡ. Совет ағзалары мәғариф системаһын яҡшыртыу, шул иҫәптән мәғариф учреждениелары инфраструктураһын үҫтереү, уҡытыу сифатын күтәреү, яңы методикалар һәм технологиялар индереү мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙә ҡатнашасаҡ.