Мәғариф
20 Декабря 2024, 13:15

Бала саҡтың һуңғы вальсы...

Хәлил урта мәктәбе 4 сығарылыш уҡыусыһын оло тормошҡа оҙатты.

Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа был тантана. Кесерәк класс уҡыусылары ҡыңғырау сыңында көтөп алған йәйге каникул башланыуын хәбәр иткән ҡыуаныс ауазын ишетһә, сығарылыш класс уҡыусылары өсөн ул һуңғыһы — бала саҡ менән хушлаштырғаны, йәшлек, хыялдар иленә саҡырып тулҡынландырғаны, яуаплы, хәл иткес һынауҙар мәле етеүен иҫкәрткәне, изге юлдар теләп көйләгәне.
Мәктәп директоры Э. И. Әлибаева 2023-2024 уҡыу йылы һөҙөмтәләрен барланы. Ошо стеналарҙа белем алыусы 123 уҡыусының барыһы өсөн дә ул уңышлы булған. Шуларҙан 4 уҡыусы — 11-се, 20 бала 9-сы класты тамамлай. Директор сығарылыш класс уҡыусыларына дәүләт һынауҙарын яҡшы билдәләргә тапшырыуҙарын, теләгән уй-маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен, һөнәр алып, Тыуған илебеҙгә тырышып хеҙмәт итеүҙәрен, ә тағы ла бер класҡа ҙурайған ҡалған уҡыусыларға ял итеп, көс туплап 1 сентябрҙә уҡырға килеүҙәрен теләне. Хәлил мәктәбе уҡыусылары уҙған уҡыу йылында конкурс-олимпиадаларҙа, фәнни конференцияларҙа, мәҙәни киңлектә, спорт ярыштарында һынатмаған. Эльза Илдар ҡыҙы уларға уҡыуҙағы ҡаҙа-ныштары өсөн грамоталар тапшырҙы. Уҡыу йылын отличниктар булып гел «бишле»гә тамамлаған 3-сө кластан Регина Сәйетбатталова, дүртенсенән Рина Шаһивәлиева, бишенсенән Тамерлан Хисмәтуллин һәм унынсынан Асия Ғүмәрова мәктәптең маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. 9-сы класс уҡыусыһы Илгизә Низамова технология буйынса олимпиаданың муниципаль этап еңеүсеһе, 4-се кластан Рина Шаһивәлиева тирә яғыбыҙҙағы донъя предметы буйынса призер грамоталарын алды. Өсөнсө кластар араһында үткән белем смотрының район этабында Регина Сәйетбатталова — математика, Линар Муралиев — башҡорт теле, Радик Мырҙабаев — тирә яғыбыҙҙағы донъя, Мәликә Мусина рус теле фәндәренән призер булған. Гагарин кубогы олимпиадаһында призер булған 1-6-сы кластан 11 уҡыусы грамота һәм значок менән билдәләнде. Был олимпиадала  ныҡ әүҙем ҡатнашҡан һәм иң күп наградаларға лайыҡ булған 3-сө класс (етәксеһе Ф. М. Ғәлина) «Иң яҡшы класс» вымпелы менән бүләкләнде.
Уҡыу йылы тамамланыуы уңайынан мәктәп коллективын һәм уҡыусыларҙы тәбрикләргә Хәлил ауыл биләмәһе вәкиле Р. И. Дәүләтова килде, сығарылыш кластарға аҡ юл теләне. 
Хәлил урта мәктәбенең «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһында йыл һайын район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ф. Ш. Әсәҙуллин ҡатнаша. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы ошо мәктәптә уҡып сығып ҙур тормошҡа юл алған. Ул үҙенең премияһын булдырып,  бер нисә йыл инде иң әүҙем сығарылыш класс уҡыусыһына  тапшырып килә. Быйыл уға 11-се класты тамамлаусы Илнур Рәхмәтуллин уҡыуҙағы һәм спорттағы уңыштары, йәмәғәт эштәрендәге әүҙемлеге, тырышлығы өсөн лайыҡ булды. 
9-сы класты тамамлаусылар араһынан да кемдәрҙер өсөн был көндә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Шуға күрә улар ҙа хушлашыу вальсы менән сығыш яһаны.
Ун беренселәр иһә уҡытыусыларға, белем усағына булған рәхмәттәрен шиғри юлдарға, моңло йырҙарға һалды һәм, әлбиттә, мәктәп вальсында ла өйөрөлдө. Беренсе уҡытыусылары Ф. М. Ғәлина, В. И. Ғүмәрова ҡанат нығытып осорға әҙерләнгән ҡошсоҡтарына тик изге теләктәр юлланы. 5-се кластан етәкләгән остаздары З. Б. Шаһивәлиева яҡты киләсәк, ал таңдар, киң офоҡтар теләне. Ағай-апайҙарына теләк-наказдарын беренселәр ҙә еткерҙе һәм уларҙың хыялдары хаҡындағы серҙе лә систе: Ғиззәт Хажин — программист, Зарина Ирғәлина — дизайнер,  Илнур Рәхмәтуллин — инженер, Илнара Ишбулатова шәфҡәт туташы булырға теләй икән. Хыялдары тормошҡа ашһын!
Ата-әсәләр исеменән һүҙ алған Ришат Ирғәлин балаларына төплө белем биргән уҡытыусылар коллективына рәхмәт белдерҙе, ә мәктәп тупһаһынан айырыласаҡ ҡыҙ-егеттәргә артабан да ғилем эстәүҙе дауам итеүҙәрен теләне.
Һуңғы ҡыңғырауҙы сыңлатыу хоҡуғы 1-се кластан Самира Ғүмәрова һәм Алмас Мырҙабаевҡа, сығарылыш кластан Зарина Ирғәлина һәм Ғиззәт Хажинға бирелде. Тантана ахырында ун беренселәр зәңгәр күккә шарҙар осорҙо. 
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас