Мәғариф
7 Февраль 2025, 03:48

Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү дауам итә

2025 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумға 94 йәмәғәт биләмәһен яңыртыу планлаштырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү дауам итәЙәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү дауам итә
Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү дауам итә

Иң ҙур проекттар иҫәбендә  Өфөнөң Ленин исемендәге паркы,  Стәрлетамаҡта Киров исемендәге парк һәм Салауатта Космонавтар бульварын төҙөкләндереү бар. Бынан тыш, Октябрьскийҙа Еңеү паркын, Күмертауҙа иҫке быуа янындағы майҙансыҡты, Сибайҙа Сарматы биҫтәһе биләмәһен, Межгорьела Беренсе Юлсылар скверын һәм Ишембайҙа Ленин проспекты буйлап аллеяны яңыртыу планлаштырыла. Шуныла билдәләр кәрәк, быйыл йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү яңы булдырылған  «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә финансланасаҡ. Планлаштырылған эштәрҙең ҙур күләме 2026 йылда тамамланасаҡ. Өҫтәмә рәүештә 2025 йылда инициативалы бюджетлау, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты һәм башҡа программалар сиктәрендә тораҡ пункттарҙың 70 биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла. Шулай итеп, 2025 йылда яңыртылырға тейеш йәмәғәт биләмәләренең дөйөм һаны 164 объект буласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас