711 мәктәп яңы комплекттар аласаҡ. «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» предметы өсөн ҡорамалдар исемлегендә беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса тренажер-манекендар, Калашников автоматы, Макаров пистолеты, ҡул гранаталары макеттары, противогаздар, респираторҙар бар. Хеҙмәт кабинеттарына яңы фрезер һәм ағас эшкәртеү станоктары, инструменттар һәм верстактар, тегеү машинкалары, электр плитәләре һәм башҡа аш-һыу бүлмәһе өсөн кәрәкле йыһаздар биреләсәк. Бынан тыш, милли проект сиктәрендә технология кабинеты «Робототехника» модуле менән тулыландырыласаҡ һәм пилотһыҙ аппараттар осороуҙы үҙләштереү өсөн тренажерҙар, цифрлы лабораториялар, 3D-баҫма өсөн принтерҙар, интерактив ҡорамалдар һатып алынасаҡ.