Мәғариф
28 Февраль 2025, 03:35

Ленин паркы төҙөкләндерелә

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү өсөн подрядсы эҙләй. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ленин  паркы төҙөкләндереләЛенин  паркы төҙөкләндерелә
Ленин паркы төҙөкләндерелә

Контракттың башланғыс максималь хаҡы 111,1 млн һум тәшкил итә. 6 мартта аукционға йомғаҡ яһаласаҡ. Эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Уларҙы федераль, төбәк һәм муниципаль бюджеттарҙан финанслайҙар. Паркты төҙөкләндереү проектын Өфөнөң «Альбит» компанияһы әҙерләгән.

     Парктатерриторияны террасалау элементтарын һәм фонтандарҙы ремонтлау планлаштырыла, уларҙың тышлығын, ҡорамалдарын һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрен алмаштырыу күҙаллана.Территорияла бәләкәй архитектура формалары яңыртыла: эскәмйәләр, фонарҙар һәм беседкалар ҡуйыласаҡ.Шулайуҡ колонналы тарихи арканы тергеҙеү, биләмәлә ике ваҡиға майҙансығын, амфитеатр, медиапавильон, ике балалар уйын майҙансығын һәм сәхнәне проектлау һәм төҙөү планлаштырыла.Подрядсыэштәрҙе 1 декабргә тиклем тамамларға, уларға өс йыллыҡ гарантия бирергә тейеш.

     Паркка нигеҙҙе 1869-1872 йылдарҙа Өфө губернаторы Сергей Ушаков һала һәм уның хөрмәтенә аталған. Паркка тимер ҡапҡалар ҡуйылған була, ундағы фонтанды ямғырҙан ҡасҡан балалар скульптураһы биҙәй. Революциянан һуң парк Азатлыҡ паркы, аҙаҡ Советтар Союзы Геройы Александр Матросов, һуңынан уға хәҙерге Ленин паркы исеме бирелә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас