Осрашыуҙа район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙыева, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов, балалар баҡсалары мөдирҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ҡоролтай ағзалары ҡатнашты. Педагогтар дөйөм бурыстарҙы аңлап, проблемаларҙы бергәләп хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.
Лариса Абдуллина үҙенең сығышында балаларҙың бик һирәк башҡортса һөйләшеүен проблема итеп күтәрҙе. Балалар баҡсаһына килеп ингәндән үк кескәйҙәр башҡорт мөхите менән уратып алынырға, башҡорт телендә һаулыҡ һорашып, һаубуллашҡанға тиклем туған телдә аралашыуы тейешлеген тәрбиәселәргә маҡсат итеп ҡуйҙы. Был проблеманы ғаилә, балалар баҡсаһы һәм мәктәп менән берлектә хәл итергә өндәне. Әлеге ваҡытта методик программаларҙы яңыртыу кәрәклеген билдәләне, булғандарының нигеҙен нығытыу, заман талаптарына яраҡлаштырыуҙы мөһим мәсьәлә икәнлегенә баҫым яһаны.
Лариса Хашим ҡыҙы махсус хәрби операция зонаһында булып, яугирҙәр менән аралашҡан. Ундағы Пенза ҡалаһынан урыҫ егете «Башкир» позывнойы менән йөрөгәнен һәм ошондай осраҡтар бер-нисә тапҡыр ҡабатланғанын миҫал итеп килтерҙе. Тимәк, МХО зонаһында «башҡорт» исемен ихтирам итәләр, иң беренсе беҙ үҙебеҙ милләтебеҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ, тигән фекерҙе әйтте. Программаларҙы яңыртып, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап, киләһе биш йыллыҡта башҡорт телен үҫтереүгә бергәләп көс һалып, тел проблемаһын йырып сығырға тигән маҡсат ҡуйҙы.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙыева мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙе ғаилә менән берлектә алып барырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм методик ҡулланмаларҙың, интерактив панелдәрҙең яңыртылмауына иғтибар итеү мөһимлегенә билдәләне.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов демографик хәлдең ҡатмарлашыуын, кадрҙарға ҡытлыҡ булыуын әйтеп, көслө башҡорт теле уҡытыусыларына таянып, телде үҫтереү проблемаһы өҫтөндә даими эш алып барылыуын, проблемалар берлектә хәл ителеүен бәйән итте.
1-се Асҡар мәктәбенән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зиниә Ғәлләмова әҙәбиәт дәреслектәрендәге әҫәрҙәрҙең үтә ҡатмарлы булыуын, уларҙы балалар аңламау сәбәпле, руссаға тәржемә итергә тура килеүе хаҡында әсенеп һөйләне. Шулай уҡ тел һәм әҙәбиәт дәреслектәре берләштереп сығарылыуы уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуын әйтте.
Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы Илгиз Истамғәлин башҡорт теле буйынса проблемаларҙы һанап, уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте. Блогерҙарҙы йәлеп итеп башҡортса видеоконтенттар булдырыу, йәнһүрәттәрҙе тәржемә итеү мөһимлеген, үҙенең уҡыусылары менән тәржемә яһарға мөмкинселеге барлығын, ләкин авторлыҡ хоҡуҡтарын яҡлау өсөн юрист ярҙамы мотлаҡ булыуын аңлатты.
Ҡоролтай ағзалары балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү ниндәй кимәлдә булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Методик ярҙам күрһәтеү маҡсатында Асҡарҙағы «Миләш» балалар баҡсаһында һәм Ҡырҙас урта мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмөндә булдылар. Лариса Хашим ҡыҙы кескәйҙәргә журналдар таратты. Балалар баҡсаларында матур, зауыҡ менән биҙәлгән башҡорт мөйөштәре булдырылған, балалар бәләкәй тирмәләргә инеп, башҡорт милли мәҙәни мөхитен тойоп, милли кейемдәге ҡурсаҡтар, ризыҡтар менән таныша. Ҡоролтай ағзалары дәүләт символдарының ҡуйылыу тәртибе буйынса методик кәңәштәр бирҙеләр, башҡортса яҙмаларҙа киткән хаталарға күрһәттеләр.
Заман педагогтар алдына яңы талаптар, яңы бурыстар ҡуя. Районыбыҙҙың белем усаҡтарында көслө һәм рухлы педагогтар эшләй. Бөтә проблемаларҙы ла дөйөм көс менән бергәләп йырып сығырыбыҙға ышаныс ҙур.
Гөлнара ҒИНИӘТОВА.